6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ысын күңелдән яҙылған һүҙҙәр
21.01.09


       85 йыл элек, 1924 йылдың 21 ғинуарында, аҡыл эйәһе, революционер, большевиктар партияһы юлбашсыһы, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы - Владимир Ильич Ленин вафат була. "Башҡортостан" энциклопедияһында хата менән икенсе дата - 24 ғинуар күрһәтелгән. Унда 1900 йылда Владимир Ильичтың Башҡортостанға ике тапҡыр (февралдә һәм июндә) килеүе, урындағы һәм һөргөнгә ебәрелгән социал-демократтар менән осрашыуы, "Искра" гәзитенең Рәсәйҙәге тәүге терәк пунктын ойоштороуы телгә алына. Лениндың Башҡортостан менән бәйләнештәре Октябрь революцияһынан һуң да тығыҙ була.
       В.И. Лениндың Башҡортостанға килеүенә бәйле иҫтәлекле урындар һаҡлана. Шуларҙың береһе - В.И. Лениндың йорт-музейы, ул 1941 йылдың 21 ғинуарында асыла. 1900 йылдың йәйендә Ленин был йортта (ул Достоевский һәм Крупская урамдары мөйөшөндә урынлашҡан) туҡтала һәм ул унда йәшәй. Надежда Константиновна Крупская бинаны реконструкциялау проектын ҡарай һәм раҫлай.
       Владимир Ильич Лениндың йорт-музейында бер нисә миллион кеше булды. Уларҙың ҡайһы берҙәре музейҙа булыу тураһында яҙма ҡалдырған. Беҙ "БАШвестЪ" уҡыусыларына ҡайһы бер яҙмаларҙан өҙөктәр килтерергә булдыҡ.
       Тәүге яҙмаларҙың береһе 1941 йылдың 24 февралендә теркәлгән:
       "Беҙҙең алдыбыҙға Маркс-Энгельс идеяларын дауам итеүсе, Октябрь социалистик революцияһы еңеүҙәрен ойоштороусы - Владимир Ильичтың тулы образы килеп баҫты.
       ...Ленин тайпылышһыҙ яҡты тормошҡа алға барырға васыят иткән. Һәм беҙ һиңә, Ильич, һүҙ бирәбеҙ, һинең кеүек, беҙ ҙә ер йөҙөндә бәхетле тормош төҙөйәсәкбеҙ!.."
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә бер Ленин музейы ғына эшләгән. Һәм фронтҡа китергә әҙерләнгән Ҡыҙыл Армеецтар Ленин музейына килгән.
       Уҡыусылар хөкөмөнә бер нисә яҙыуҙар тәҡдим итәбеҙ.
       "1941 йыл, 2 ноябрь.
       Беҙ, Ҡыҙыл Армия һалдаттары, шашҡан фашистарҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡыйратасаҡбыҙ. Беҙ коммунизм байрағын Ватан һуғышының утлы ялҡыны аша бөтә совет халҡы менән бергә алып барасаҡбыҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ...
       Һалдаттар төркөмө ҡушыуы буйынса сержант Бурцев, замполит А. Луняков, Ҡыҙыл Армеец И. Федотов".
       "1942 йыл, 10 сентябрь.
       Беҙ фронтҡа китергә йыйынабыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта ярты сәғәт ваҡыт бар. Лениндың йорт-музейына инеп, уның тормошо менән šуңғы тапҡыр танышырға булдыҡ...
       Фронтҡа китеүсе һалдаттар".
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында донъяның төрлө илдәренән интернационал-коммунистар Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән. Улар беҙҙең менән бергә Еңеү көнөн тиҙләтте. Бында шулай уҡ Георгий Димитров улы менән булған, әммә ул яҙма ҡалдырмаған. 1943 йылдың 7 июнендә Чехослîвакиянан коммунистар яҙыу ҡалдырған:
       "...Музейҙа булыу немец фашистарын тулыһынса ҡыйратыу өсөн к³рәштә беҙҙең тәүәкәллекте көсәйтә".
       Һуғыштан һуңғы яҙмаларҙы килтерәбеҙ.
       "1946 йыл, 12 ғинуар.
       ...Владимир Ильич Лениндың йорт-музейы иҫ киткес тәьҫир ҡалдыра. Музейҙан тулҡынланып, юғары уйҙар менән китәһең...
       Сәғит Агиш".
       "1946 йыл, 1 март.
       ...Владимир Ильич Лениндың йорт-музейы - йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн мәктәп ул.
       Советтар Союзы Ãеройы А.М. Горчилин".
       "1946 йыл, 16 сентябрь.
       Владимир Ильич һәм Надежда Крупская йәшәгән бүлмәләрҙе тәрән тулҡынланыу менән ҡараныҡ. Улар Ульяновск ҡалаһындағы Ульяновтар йортоноң мезонинын хәтерләтә. Владимир Ильич Лениндың йорт-музейы Өфөлә сәйәси-тәрбиә эшен үтәй...
       Мариэтта Шагинян".
       Мәктәп уҡыусылары, студенттар, эшселәр, сит ил делегациялары йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырған.
       1960 йылдың 31 июлендә комсомол Ғәләмшин былай тип яҙған:
       "... Мин эшсе-слесарь... прогрессив кешелектең юлбашсыһына, бөйөк кешенең ябайлығына хайран ҡалам. Ул миллиондарса кешеләрҙең йөрәгендә мәңге йәшәйәсәк".
       Венесуэла вәкилдәре ҡалдырған яҙма уға бер тауыштан яңғырай:
       "Беҙ, Венесуэла йәштәре, Ватан азатлығы һәм социализм өсөн көрәшәбеҙ. Был сәфәребеҙ беҙҙең йөрәктәрҙә Лениндың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы".
       Яҙма Лениндың тыуған көнөндә 1966 йылдың апрелендә теркәлгән.
       Лениндың йорт-музейына êèëå¼ñåëœð ýêñïîíàòòàð ìåíœí òàíûøûï, кү¾åë ò¼ðåíœí ñûººàí š¼ƒƒœðåí ÿƒûï ºàëäûðàí.
       Кооператив техникумы эшсеһе С.Х. Мәғәфүрова былай яҙған: "Миңә Ильич ҡәҙерле, ул яҡты тормош тураһында хыялланған.
       ... Лениндың йорт-музейына үҙем үҫтергән ләлә сәскәләрен бүләк итәм".
       Лениндың йорт-музейында космонавтар ҙа булған.
       "Владимир Ильич Ленин йәшәгән бинаға инеү менән бындағы ябайлыҡ күҙгә салына, ҙур тулҡынланыу кисерәм". Был яҙма летчик-космонавт Владимир Комаров ºóëû ìåíœí ÿƒûëàí.
       Тағы бер яҙма. 1970 йыл, 11 сентябрь.
       "Музей экспонаттары менән таныштым. Улар донъяла социалистик дәүләткә тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалыусы В.И. Лениндың һәм уның тоғро ярҙамсыһы Н.К. Крупскаяның тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.
       Â.È. Ëåíèíäû¾ éорт-музейû йәштәр өсөн һәйбәт әсбап.
       Летчик-космонавт В. Волков".
       Йорт-музейҙа шулай уҡ почетлы ҡунаҡтар, 1905-1907 йылдар революцияһында ҡатнашыусылар - Тимофей Степанович Кривов, Борис Николаевич Нимвицкий булған, улар В.И. Ленинды яҡшы белгән, уның етәкселегендә эшләгән.
       Йәшерен фатирҙың хужабикәһе - Маргарита Васильевна Фофанова 1970 йылдың 17 июлендә бындай яҙма ҡалдырған:
       "Ҡәҙерле кеше, бөйөк юлбашсы һәм уның тормош иптәше алдында баш эйәм.
       Бында таҙа, йәмле һәм бөтә нәмә ябай. Бөтәбеҙ өсөн дә ҡәҙерле булған мөйөш ҙур иғтибар менән ҡарала".
       Миңә "В.И. Ленин һәм Башҡортостан" тигән йыйынтыҡтың төҙөүселәр төркөмө менән етәкселек итергә тура килде. Был йыйынтыҡ 1974 йылда донъя күрҙе. Хәтерҙә, музейға килеүселәр тураһындағы бүлекте СССР-ҙың халыҡ артисы Иннокентий Смоктуновскийҙың һүҙҙәре менән тамамланыҡ.
       "Бер планетала" һәм "Беренсе килеүсе" фильмдарында В.И. Ленин образы өҫтөндә эшләгәндә, мин Ильичтың ябайлығына, уның аҡылына, уның тормошона хайран ҡалдым.
       Бөгөн, бында Өфөлә, уның алдында баш эйәм".
       Â.È. Ëåíèíäû¾ éîðò-ìóçåéûíäàû áыл яҙмалар ниндәйҙер аңлатмалар талап итмәй, сөнки улар күңел ò¼ðåíән ñûººàí š¼ƒƒœð.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал