6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Вячеслав Грибов - музыкант һәм инженер
21.01.09


       Музыкант һәм инженер. Бер юлы ике шөғөл менән мәшғүл булған кеше тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Юҡ. Улай булғас, беҙ һеҙгә Вячеслав Грибов хаҡында бәйән итәсәкбеҙ. Вячеслав Грибов - музыкант һәм инженер. Өфөлә лә, республикала ла уның кеүектәр башҡа юҡ. Вячеслав Викторович - орган оҫтаһы, ул Башҡортостанда берҙән-бер органды "тәрбиәләй". Вячеслав Грибов был вазифаға 1986 йылда тәғәйенләнә. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында был музыка ҡоралы барлыҡҡа килә.
       Вячеслав Грибов, һәр ижади кеше кеүек, төрлө яҡлап оҫта. Ул үҙенең беренсе специальносын да онотмай - хорҙа йырлай.
       - Мин Өфө сәнғәт училищеһын тамамланым, - ти Грибов, - вокал бүлегендә уҡыным. Музыка яратам. Коллективта һәр саҡ ҙур ҡәнәғәтлек менән йырлайым.
       Вокалсы Грибов 1970 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Ә 23 йыл элек уның яҙмышы киҫкен боролош ала - филармонияға Германиянан белгестәр килә, улар бында орган монтажлай башлай.
       - Мин шул саҡта уҡ был музыка ҡоралы менән ҡыҙыҡһына башланым. Немец оҫталарына эште дауам итеүсе кәрәк, әлбиттә, беҙ быны аңлай инек. Күп коллегаларым орган оҫтаһы эше менән ҡыҙыҡһынды. Әммә улар әкренләп, дистанциянан сыҡты. Ә мин ҡалдым, - тип һөйләй Грибов.
       Германия оҫталары биргән ҡыҫҡа курс Вячеслав Викторовичты профессионал яһаманы. Грибовты ҙур эш көтә ине. Ул Советтар Союзының күп ҡалаларында булды. Киевта, Һарытауҙа, Винницыла һәм башҡа ҡалаларҙа орган оҫталарынан дәрес алды, орган эшенә өйрәнде.
       - Орган - ул организм. Уның мейеһе, йөрәге, ҡан тамырҙары, үпкәһе бар, - тип аңлата Вячеслав Викторович. - Органдың мейеһе - ул пульт, уның менән музыкант идара итә. Торбаларҙы ҡан системаһы менән сағыштырып була - улар буйлап һауа йөрөй. Органдың йөрәге - ул компрессор. Ул һауа менән тултырыла, һәм музыка ҡоралы яңғырай башлай.
       Орган - ҙур һәм ҡатмарлы ҡорал. Залда ултырған тамашасылар айсбергтың түбәһен генә күрә. Ә сәхнә артында ике ҡатлы кабинет урынлашҡан. Уның беренсе ҡатында "механика" урын алған, ә икенсеһендә - торбалар. Орган торбалары айырым металл иретмәһенән эшләнгән, уның составына аҡ ҡурғаш, ҡурғаш, цинк инә. Ағас торбалар ҙа була - улар органдың тауышы йомшаҡ, тәрән булһын өсөн тәғәйенләнә.
       - Туҙан - органдың төп дошманы, - тип аңлата Грибов. - Көн һайын йыйыштырыу - оҫта башҡарған эштең мотлаҡ өлөшө. Бынан тыш, музыка ҡоралының эске температураһын күҙәтеп барырға, шулай уҡ һауаның дымлылығына иғтибар итергә кәрәк. Органда ағастан эшләнгән частар күп, һәм улар кибергә тейеш түгел.
       Вячеслав Викторовичтың бер ни тиклем эшен электроника үҙенә алған - органда үҙенә бер төрлө кондиционер урынлаштырылған. Тағы бер мәшәҡәт - ул күрек. Тыштан ул металл йәшниген хәтерләтә, уларға металäàí ÿšàëàí тигеҙләмәләр һалынған.
       - Элек күректәр механизмлы булған, - тип һүҙен дауам итә оҫта. - Кешеләр һауаны баҫым менән тултырған. Органдар соборҙарҙа урынлаштырылған булған, католиктарҙың көндөҙгө ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында эшселәр бер-береһен алмаштырған. Компрессор хәҙер электр энергияһында эшләй.
       Электр энергияһы һүнә ҡалһа, был органдың эшенә ҡамасаулай.
       - Беҙҙең органды профессионалдар эшләгән. Капиталь ватылыуҙар булғаны юҡ. Минең эшем шунан ғибәрәт: бындай хәлдәр киләсәктә булмаһын. Әгәр етди ватылыуҙар була ҡалһа, óë осраҡта етештереүселәргә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.
       Вячеслав Викторович үҙ эшен яратып башҡара, орган оҫталығы серҙәренә башҡаларҙы ла өйрәтә. Грибовтың башҡарған эшен баһалаусылар - уның яҡындары. Вячеслав Викторовичтың ҡатыны Галина Андреевна һәм ҡыҙы Виктория филармонияла үткән орган концертын ҡалдырмай.
       Яҡшы көйләнгән органдан музыкант бик матур тауыш сығара ала. Оҫтаның аҙ ғына эшләп еткермәүе залдағы тамашасыларға ишетеләсәк. Шуға күрә Вячеслав Викторовичҡа үткер уяулыҡ менән музыкант та, һәм оҫта ҡуллы инженер ҙа булырға тура килә.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал