6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Европаға тәҙрә уябыҙ
21.01.09


       Кадрҙар мәсьәләһе даими иғтибарҙы талап итә. Киләсәктә лә ул күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел. Бюджет иҫәбенә Европа кимәлендә белгес булып буламы? Була. Республикала сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү буйынса маҡсатлы программа ҡабул ителде. Был сара юғары уҡыу йорттарында һуңғы курстарҙа уҡыған студенттарға, ғилми хеҙмәткәрҙәргә, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә сит илдәрҙең иң яҡшы белем биреү учреждениеларының береһендә дәрәжәле диплом алыу мөмкинлеген бирә.
       Сит ил тәжрибәһен нисек алырға? Сит илдәрҙең белем биреү һәм ғилми үҙәктәрендә кадрҙар әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү буйынса Хөкүмәт комиссияһының тәүге ултырышы ошо мәсьәләне ҡараны.
       - Республика юғары квалификациялы белгестәргә мохтаж, шуға күрә был йүнәлештәге эште әүҙемләштерергә кәрәк, - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ултырыш барышында. - Бер ниндәй ҙә таныш-тоношлоҡ булырға тейеш түгел. Сит илдә һәләтле кешеләр уҡырға тейеш.
       Маҡсатлы программала индивидуаль грант бүлеү ҡарала, был сумма бөтә сығымдарҙы (виза, медицина страховкаһы алыу, ай һайын стипендия түләүҙәр) ҡапларға тейеш. БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров яҡынса һандар килтерҙе. Европа магистратураһында бер йыл уҡытыу 800 мең һумдан (Германияла һәм Францияла) 1,4 миллион һумға (Бөйөк Британияла) тиклем барып баҫа.
       Аңлашыла, республика власы бындай аҡсаларҙы әрәм-шәрәм итергә йыйынмай. Хөкүмәт комиссияһы тиҙҙән дәғүәселәрҙең исемлеген раҫлаясаҡ. Шуға күрә, грант эйәһе булыу өсөн, кандидаттарға үҙҙәренең "яраҡлылығын" иҫбатлауҙа тырышырға тура киләсәк. Уҡырға ебәреү өсөн кандидаттар конкурс нигеҙендә һайлап алынасаҡ, улар һәләтле һәм талантлы булырға тейеш.
       Грант алыуға дәғүәселәр әңгәмәнән һуң билдәле буласаҡ. Әлбиттә, дәғүәсенең сит телде белеүе мотлаҡ, өҫтәүенә, бында "һ¼ҙлек менән" вариант үтмәйәсәк. Сертификат кәрәк. Ðеспубликаның Мәғариф министрлығы был йәһәттән ярҙам итергә әҙер - хәҙерге ваҡытта беҙҙең мәғариф ведомствоһында телдәр өйрәнеү үҙәген булдырыу тураһында мәсьәлә ҡарала.
       Зиннәт Аллаяров һүҙҙәренә ҡарағанда, был проектты документаль оҙатыу буйынса кәрәкле эштәр тамамланған. Хөкүмәт грантын алыуға конкурс яҡын көндәрҙә иғлан ителәсәк. Улар квартал һайын үткәреләсәк. Әйткәндәй, быйыл 30 студентты уҡытыу ҡаралған.
       Грант отоусы ситтә уҡып ҡайтҡандан һуң кәмендә өс йыл тыуған илендә эшләргә бурыслы, кире осраҡта ул үҙенә түгелгән сығымды дәүләткә тулыһынса ҡайтарырға тейеш. Был йөкләмә айырым килешеү менән нығытылған.
       Сит илдә стажировка үтеү өсөн кандидаттар статусы ултырышта ҡатнашыусылар араһында бәхәс тыуҙырҙы.
       - Хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың тәжрибәһе буйынса фекерләй алам - үҙенең эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләгән һәм кәмендә өс йыл дауамында эш оҫталығы булған кешеләрҙе әҙерләү һөҙөмтәле буласаҡ, - тине БР Хөкүмәте вице-премьеры Юрий Пустовгаров. - Уҡыуҙы тамамлағандан һуң уларҙы яңы проекттарға ҡуйып була.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов аграр сектор өсөн сит илдә педагогик кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә өҫтөнлөк бирә.
       - Беҙгә ауыл хужалығы эшсәндәрен заманса технологиялар менән эшләргә өйрәтә алырҙай кешеләр кәрәк. Республика сит илдән йыл һайын техника һәм мал һатып ала. Нигә сит илдән белгестәр саҡырырға? Үҙебеҙҙекеләрҙе әҙерләргә кәрәк, - тип һанай Вахитов.
       Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм Мәғариф министрлыҡтары Петрозавод дәүләт университеты менән берлектә 2020 йылға тиклемге осорға квалификациялы кадрҙарға ихтыяж иҫәбен алды. Белгестәр был нигеҙҙә êàäðƒàð әҙерләүҙә республика заказдары тәҡдимдәрен булдырҙы. БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һүҙҙәренә ҡарағанда, 2009 йылда юғары профессиональ белемле êàäðƒàðà ихтыяж 12600 кеше тәшкил итәсәк, өҫтәүенә тамамлаусылар һаны - 31600 кеше. Иң күп дисбаланс "Иҡтисад һәм идара итеү" специальносы буйынса күҙәтелә, бында профицит - 6700 кеше. "Мәғариф һәм педагогика" - 4800, "Гуманитар фәндәр" - 4200. Бөгөнгө көндә "Транспорт средстволары" (350 кеше етешмәй), "Информатика һәм иҫәпләү техникаһы" (300), "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге" (200), "Ауыл һәм балыҡñûëûº хужалығы" (30), "Төҙөлөш һәм архитектура" (35) специальностары буйынса белгестәр етешмәй.
       Хеҙмәт баҙарының перспективалы ихтыяждары сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү буйынса бер нисә төп йүнәлештәрен билдәләргә булышлыҡ итте. Атап әйткәндә, ул халыҡ-ара иҡтисад һәм халыҡ-ара хоҡуҡ. Республиканың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеше кимәлен һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек әүҙемлеген донъяның 97 иле менән булдырылған эшлекле контакттар иҫбатлай. Икенсе йүнәлеш - мәғарифта инновацион технологиялар.
       - Мәғарифта инновациялар - компьютер технологиялары индереү генә түгел, ул уҡытыуҙа яңыртылған методика ла, һәм уҡыусылар менән эшкә заманса ҡараш та, иҡтисадтың яңы талаптарына яраҡлашыу ҙа, - тип билдәләй иҡтисади үҫеш министры.
       Административ идара итеү, инновацион менеджмент, ауыл хужалығы, архитектура һәм төҙөлөш - былар өҫтөнлөклө йүнәлеш сифатында ҡарала. Евтушенко билдәләүенсә, фандрайзинг мөһимдәр рәтендә. Фандрайзинг - билдәле бер социаль проектты тормошҡа ашырыу өсөн төрлө ойошмаларҙан средстволар һәм башҡа ресурстар йәлеп итеү процесы ул. Средстволар шәхси кешеләрҙән, коммерция ойошмаларынан, фондтарҙан, хөкүмәт ойошмаларынан инә ала. Республикаға социаль яҡлау һәм мәғлүмәт технологияһы өлкәһендә белгестәр кәрәк.
       Дөйөм йүнәлештәр шундай, улар буйынса сит илдәрҙең белем биреү һәм ғилми үҙәктәрендә кадрҙар әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү үтәсәк. Республика мәғарифҡа инвестиция бүлергә әҙер, быға көрсөк тә аяҡ сала àëìàÿñàº. Раил Сарбаев белдереүенсә, "донъяла ниндәй генә иҡтисади хәл хөкөм һөрөүенә ҡарамаҫтан, был эште башларға кәрәк".

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал