6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уның батырлығын халыҡ онотмай
20.01.09


       1988 йылдың йәйендә беҙгә Стәрлетамаҡ районының Пестровка ауылында булырға тура килде. Беҙҙең экспедиция Советтар Союзы Геройы һәм уға бәйле иҫтәлекле урындар тураһында материал йыйҙы. Пестровка ауылында Советтар Союзы Геройы Александр Семенович Евстигнеев тыуған. Беҙгә бәләкәй генә бер йортто күрһәттеләр. Александр Семеновичтың улы - Михаил Александрович, элекке фронтовик, кәүҙәгә ҡаҡсараҡ, мөләйем ир сыҡты.
       Атаһы тураһында һорашыр алдынан, беҙ унан һалҡын һыу һорап алдыҡ: тамаҡ сарсыған ваҡыт, ә металл флягалағы һыуыбыҙ ныҡ йылынған ине. Михаил Александрович беҙҙең үтенесте ҡәнәғәтләндерҙе һәм беҙгә өс литр һалҡын һөт алып килде. Йорт янындағы эскәмйәгә барып ултырҙыҡ, уны 1921 йылда Александр Семенович яһаған, Михаил беҙгә атаһы тураһына һөйләне.
       Александр Семенович Евстигнеев 1894 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Эшкә бала саҡтан өйрәнгән, башланғыс белем алған. Әммә уға тормош һабаҡтарын беренсе донъя һуғышы окоптарында алырға тура килгән. Донъя һуғышы Граждандар һуғышына әйләнә. Александр Евстигнеев ҡулына ҡорал алып, Совет власын һаҡлай. Ҡыҙыл Армеец тыуған яғына, тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайта. Аҙаҡ ул колхоз эшендә эшләй. Эш ырай, улдары үҫеп етә.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ветеран Александр Евстигнеев ҡулына яңынан ҡорал ала. Ул үҙенең дүрт улы менән фронтҡа китә.
       Рядовой Евстигнеев Көнбайыш, аҙаҡ Украина фронтында була. Уның ҡатнашлығында Ҡыҙыл Байраҡ 322-се Житомир уҡсылар дивизияһы илдең күп ауылдарын һәм ҡалаларын азат итә. Ауыр һәм ҡанлы 1942 һм 1943 йылдар артта ҡала. 1944 йыл да үтеп китә. Һуғыш аҙағына яҡынлаша. Яҙмыш һалдат Александр Семенович Евстигнеевҡа оло ихтирам күрһәтә. Һуғыш ваҡытында ул бер тапҡыр ҙа йәрәхәтләнмәй. Әммә ҡыйыу һалдатты наградалар урап үтә: Александр Евстигнеев бер ниндәй миҙал, бер ниндәй орден менән дә наградланмай.
       Һәм бына 1945 йылдың ғинуары тыуа. 60-сы армияның беренсе эшелонында булып, 322-се уҡсылар дивизияһы Польша территорияһында һуғыша. Частар, Львовты азат итеп, артабан көнбайышҡа ҡарай юл ала. Алда ҡеүәтле һаҡланыу ҡоролмалары менән Краков. 1945 йылдың 17 ғинуарынан ҡалаға килеп инеү ерҙәрендә һуғыш башлана, ә 19 ғинуарҙа ҡала тулыһынса азат ителә.
       Әммә ял итеү мөмкинлеге булмай. Немецтар еңелгәндән һуң йыртҡысҡа әйләнә. 20 ғинуарҙың төнөндә беҙҙең ғәскәрҙең алдынғы позицияларûíà ут ғәрәсәте ябырыла. Фашистар иртән ҡаршы һөжүмгә ташлана. Евстигнеевтың бишенсе ротаһы дошмандың ете һөжүмен кире ҡаға. Һигеҙенсеһе башлана. Гитлерсылар танк ярҙамында бара.
       Рота командиры Семенычҡа, полкташтары уны шулай йөрөттө, танêûëàðà ҡаршы гранаталар әҙерләргә ҡушты.
       А.С. Евстигнеев окоптан бер нисә граната ала, һәм үҙенең алдына брустверға һала. Ул танкыларҙың һәм бронетранспортерҙарҙың эш итеүе артынан күҙәтеүен дауам итә. Артиллеристар танкыларҙы "тынысландыра": уның береһе юҡ ителә, ә ҡалған икеһе кире боролорға мәжбүр була. Ә бронетранспортерҙар беҙҙең рота позицияһына яҡынлаша килә. Уларҙың береһе тура Евстигнеевҡа ҡарай килә. Ул беренселәрҙән булып ҡаршыға ташлана. Евстигнеев бөгә биреп, таһыллы алға ынтыла һәм дошмандың машинаһына ырғып менә, люкты асып, граната ырғыта. Аҙаҡ һалдат үҙенең траншеяһына ҡарай йүгерә.
       Фашистар яңынан һөжүм итә башлай. Уларға ярҙамға икенсе бронетранспортер килә. Ул Евстигнеев позицияһына яҡынлаша. Семеныч танкыларға ҡаршы гранаталар бәйләме әҙерләй. Ул үтә ауыр була, шуға күрә Семеныч фашист машинаһын яҡыныраҡ үткәрåргә ҡарар итә. Аҙаҡ, граната бәйләмен күкрәгенә ҡыҫып, бронетранспортерға ташлана. Ҡот осҡос шартлау була, машинаны ут ялмап ала. Шулай итеп дошмандың техникаһы беҙҙең пехотаға тиклем барып етә алмай. Фашист бронетранспортерҙары юлына рус һалдаты - Александр Семенович Евстигнеев ҡаршы төшә. Фашистарҙың ҡаршы һөжүме өҙөлә.
       А.С. Евстигнеевºа 1945 йылдың 9 апрелендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).
       Наградлау ҡағыҙында былай тиелә:
       "Рядовой Евстигнеев 1945 йылдың 20 ғинуарында дошманға ҡаршы һөжүм иткәндә батырлыҡ күрһәтте. Дошмандың бронетранспортерына менеп, граната менән уның экипажын юҡ итте. Дошмандың ҡаршы һөжүме өҙөлдө.
       Рядовой Евстигнеев күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.
       Львов корпусының 28-се уҡсылар гвардияһы командиры генерал-майор М.О. Зимин".
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. А.С. Евстигнеевтың дүрт улыла Еңеү менән әйләнеп ҡайта. Әммә уларҙың атаһына тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 1946 йылдың июнендә Евстигнеевтар ғаиләһенә хөкүмәт хаты килеп төшә. Унда былай тиелә:
       "Хөрмәтле Ксения Николаевна!
       Хәрби командалыҡ хәбәр итеүенсә, Александр Семенович Евстигнеев Ватан өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булды.
       1945 йылдың 10 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Александр Семенович Евстигнеевҡа немец илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.
       А.С. Евстигнеевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү тураһында СССР Юғары Советы Президиумы граматоһын ебәрәм. Уның батырлығын халыҡ онотмаясаҡ.
       СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Н. Шверник".
       1962 йылдың майында Советтар Союзы Геройы А.С. Евстигнеевҡа тыуған ауылûíда һәйкәл ҡуйылды. Беҙ уның улы Михаил Александрович менән һәйкәл янына барҙыҡ. Ìœðìœð таҡтала яҙыу бар: "Советтар Союзы Геройы Евстигнеев Александр Семенович (1894-1945)".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал