6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Хәтирәләр буйынса ижад ителгән рәсемдәр
20.01.09


       Өфө художество галереяһында рәссам Рәмил Ғайфуллиндың шәхси күргәҙмәһе асылды. Был рәссамдың Өфөләге тәүãе ҙур экспозицияһы. Рәссам элек тә үҙенең эштәре менән таныштыра килде, әммә уларҙа майлы буяу, пастель һәм ябай ҡәләмдәр менән төшөрөлгән эштәренең айырым серияһы ғына тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим ителде. Һүҙебеҙ хәтирәләр буйынса ижад ителгән рәсемдәр тураһында булыр.
       Әлеге экспозиция, автор уны "Ил гиҙеүсе даос хәтирәләре" тип атаған, үҙ эсенә күп темаларҙы алған, уларҙы бер үҙенсәлек берләштерә - улар натуранан төшөрөлмәгән, ә фәҡәт хәтер буйынса булдырылған.
       - Бөтә образдар ҙа бала саҡтан килә. Уларҙың хәтерҙә ни тиклем сағыу ҡалыуы тәьҫораттар дәрәжәһенән тора, - ти Рәмил. - Йәш үтеү менән уларҙы визуаль һүрәтләү ҡыйынлаша бара. Картиналар - осрашыу хәтирәләре һәм күңелдең айырым бер торошон тапшырыу ул. Былай аңлау туранан-тура мөнәсәбәтте тапшырырға, һәм фәлсәфәүи уйланыуҙарға булышлыҡ итә.
       Рәмил Ғайфуллин мәңгелек темаларҙы һайлай: тормош, мөхәббәт, әсәлек.
       - Улар һәр саҡ актуаль булып ҡала, һәм һәр рәссам улар өсөн үҙ ҡарарын таба, - тип аңлата оҫта. - Йылдар менән тәжрибә килә, яңы идеялар, яңы ҡарарҙар тыуа, һәм был образдарға икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың.
       "Уҡыусы һәм уҡытыусы", Рәмил Ғайфуллин фекеренсә, нигеҙ булып тороусы темаларҙың береһе ул. Оҫта үҙенең эшен был образдарҙы асыуға арнай.
       - Беҙ нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, даими белемебеҙҙе күтәрәбеҙ. Һәм был процесс ике яҡ өсөн дә уртаҡ - педагог уҡыусыһы менән бөтә мөһим этаптарҙы үтеп, унан өйрәнә. Уҡытыусы белем бирә, уҡыусылар менән аралашыу ярҙамында ул үҙенең йәш күңелен һаҡлап ҡала, таң ҡалдырыу һәләтен юғалтмай, ә был ижад кешеләре өсөн мөһим.
       Рәмил Ғайфуллин күп йылдар дауамында Өфөләге художество мәктәптәренең береһендә уҡыта. Ул балаларҙы һүрәт төшөðөргә, графикаға өйрәтә. Башта сәнғәт училищеһын тамамлаған, аҙаҡ - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын, үҙен педагогик эшмәкәрлеккә арнаған. Рәссам буш ваҡытында әҫәрҙәр серияһын булдырып, үҙенең оҫтаханаһында эшләүен дауам итә. Оҫта бөтә материалдарҙа тиерлек ижад итә.
       - Мин идеяны бик һәйбәт итеп тапшыра алырҙай һүрәтләү саралары эҙләйем, - ти Рәмил. - Миңә төрлөсә һүрәтләү техникаһы ҡыҙыҡ. Һәр материал үҙенә генә хас булған үҙенсәлектәргә эйә. Миңә тәжрибә үткәреү, һәм һынлы сәнғәт жанрының ҡайһы бер традицияларын башҡаһында файҙаланыу оҡшай. Миҫал өсөн, майлы буяу менән тоноҡлоҡ һәм үтә күренмәлек ижад итеү, уларҙы акварель менән дә төшөрөп була.
       Автор һүҙҙәренә ҡарағанда, майлы буяу менән төшөргән ваҡытта идеяларҙың яңғырашына өлгәшеп була. Майлы буяу менән ижад ителгән эш өҫтөндә оҙаҡ ваҡыт эшләп була, ниндәйҙер нескәлектәр өҫтәү, йәки, киреһенсә, алып ташлау мөмкинлеге бар. Ҡыҫҡаһы, сикһеҙ идеал эҙләргә...
       - Миҫал өсөн, "Джаз" серияһына ингән картиналарҙа кәйеф, күңел торошо сағылдырыла. Улар натюрморттар, портреттар була ала. Уларҙы аныҡ бер кешегә арнау мотлаҡ түгел, әммә уларға ҡарап, тамашасылар бөтөнләй танылған кешеләрҙең, туған-тыумасаһының, дуҫтарының йөҙөн күрә. Бөтә образдар дөйөмләштерелгән, сөнки бында академик йүнәлеш юҡ. Был шуның менән ҡыҙыҡ, рәссам нимә әйтергә теләгән, публикаға эшмәкәрлек, үҙаллы уйланыу мөмкинлеге өсөн киң майҙан тәҡдим ителә.
       Рәссам үҙенең картиналарын хәтирәләр буйынса ижад иткән, улар кемгәлер исемләнгән. Оҫтаның "Ил гиҙеүсе даос" тигән эше һәр бер айырым алынған кешегә арналған. Сөнки беҙ тормошта үҙ урыныбыҙҙы эҙләп, үҙенә күрә сәйәхәт итәбеҙ. Ил гиҙеүсе даос образы өҫтөндә уйланыуҙар график һүрәттә сағылыш таба.
       - Мине даосизм философияһы ҡыҙыҡһындыра, - ти Рәмил. - Шулай уҡ мосолмандарҙың, христиандарҙың донъяға ҡарашы менән дә ҡыҙыҡһынам.
       Күргәҙмә экспозициялары араһында был темаға арналған картиналар бар. Улар - "Ғибәҙәтхана", "Юлдар ғибәҙәтханаға алып бара", "Ил гиҙеүсе даос". Был эштәр рәссамдың һүҙҙәрен иҫбатлай. Ябай ҡәләм менән башҡарылған графика эштәре серияһы рәссамдың олатаһына исемләнә. Ауыл, еңелдән булмаған ауыл хеҙмәте темаһы "Бесән сабыу", "Ел", "Кис" кеүек эштәрҙә кәүҙәләнеш таба.
       Шуныһы ҡыҙыҡ, автор үҙенең ҡайһы бер геройҙарын арҡаһынан һүрәтләй. Беҙгә персонаждың йөҙө күренмәй, әммә рәссамдың идеяһына төшөнәбеҙ, бындай һәр әҫәрҙең кәйефен тоябыҙ. Бала саҡта буласаҡ рәссам уба түбәһенә менеп, ҡулдарын ҡош ҡанаты кеүек йәйә һәм ҡояшҡа осорға әҙер булған ҡошто кәүҙәләндерә. Оҫтаны бала саҡ хәтирәһе "Ҡояшҡа осоу" картинаһын ижад итергә мәжбүр иткән.
       Өфө художество галереяһында урынлашҡан экспозиция төрлө-төрлө һәм уникаль. Шуға күрә күргәҙмәгә килгән һәр кеше, һис шикһеҙ, үҙ баһаһын бирәсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал