6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Тиҙҙән биатлон буйынса ярыш
20.01.09


       Биатлон буйынса Донъя кубогы майҙанынан õœáœðƒœð Өфөлә барған төҙөлөш õœáœðƒœðå менән бергә алып барыла тиерлек. Мәғлүм булыуынса, беҙҙә тиҙҙән биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионаты (26 йәшкә тиклемге спортсылар араһында) үтәсәк. Өфөгә планетаның төрлө мөйөшөнән (асыҡ чемпионат бит) йәштәр винтовка менән киләсәк, әммә бер ниндәй ҙә революция көтөлмәй. Бөтәһе лә тейешле кимәлдә ойоштороласаҡ.
       Ҙур шау-шыу 26 февралдә "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексында башлана. Атыу урынында яҡтыртыу тейешле кимәлдә буласаҡ - ул хатта видео төшөрөү өсөн дә тура килә, ә бына трассаны үтә ныҡ яҡтыртып булмаясаҡ - аҡса күп талап ителә һәм чемпионатҡа тиклем өлгөрмәйҙәр. Шуға күрә чемпионат старттары көндөҙ үтәсәк. Асыҡ Европа чемпионатында 26 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнаша. Йәштәр биатлоны популяр. Өфөлә үтәсәк чемпионатты "Евроспорт" каналы тура эфирҙа трансляциялаясаҡ. Башҡортостанда көн булғанда - уларҙа иртәнге ваҡыт була. Килешегеҙ, ҡышҡы ярыш төрөн ҡарау өсөн уңайлы ваҡыт түгел.
       Ойоштороусылар, Европа түҙер, Пекинда барған уйындар барышында түҙҙе бит, ти. "Евроспорт" каналы һәр саҡ уңайлы ваҡытта ҡабаттан күрһәтә. Биатлон - ул хит, һәм донъя кимәлендә үҫешкән ул, беҙгә ҡыуанырға кәрәк. Ойоштороусылар ярыш ҡарарға килеүселәрҙең барыһына ла сағыу спорт байрамы вәғәҙә итә.
       Әлегә бөтә трасса буйынса көслө яҡтыртыу эшләнелмәгән - был минус. Аҙаҡ эшләрҙәр? Ул ваҡытта плюс булыр. Ә бына сервис үҙәãå, ул чемпионат өсөн махсус төҙөлә, уны "Евробиатлон" башына төҙөп бөтөрәсәктәр. Ҙур бинаның 28 стационар вакс-кабиналарында (һәр береһенән тышҡа сығыу урыны бар) белгестәр спортсылар өсөн саңғылар әҙерләйәсәк. Бындай уңайлыҡтың әлегә донъяла булғаны юҡ - һәр ерҙә вагондар файҙаланыла.
       Беҙҙә шулай уҡ табло менән берләштерелгән стационар судьялар комплексы барлыҡҡа киләсәк - кешеләргә стадионда барған уҙышты күҙәтеү еңел буласаҡ. Хәбәр итеүебеҙсә, спортсылар өсөн яңы ашхана буласаҡ, ә беҙгә, журналистарға, яңы матбуғат-үҙәге һәм ҡатнаш зона вәғәҙә иттеләр. Бында киң мәғлүмәт саралары фиништан һуң йәш биатлон вәкилдәре менән аралашасаҡ.
       Ñпорт буйынса óрындағы телекомментатор Максим Балобанов һүҙҙәренә ҡарағанда, чемпионатта 24 камера эшләйәсәк. "Евроспорт" каналынан тыш, "Спорт" Рәсәй каналы һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ярыштан тура трансляция алып барасаҡ.
       Чемпионат сиктәрендә Өфөгә 20-гә яҡын юғары дәрәжәле ҡунаҡ килеүе көтөлә. Улар араһында Халыҡ-ара биатлонсылар союзы президенты Андерс Бессеберг, РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко, Рәсәй биатлонсылары союзы президенты Михаил Прохоров бар. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте башлығы Владимир Путиндың да Өфөгә килеп, чемпионатты ҡарауы ихтимал.
       Биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионатында 23 илдең ҡатнашыуы көтөлә. Шуның өсөһө финанс ауырлыҡтары кисереүен белдергән, әммә улар - Франция, Македония һәм Сербия - чемпионатты ойоштороусылар һәм Рәсәй биатлонсылары союзы иҫәбенә барыбер киләсәк. Финдар ил чемпионаты үткәрергә ҡарар иткән, һәм шуға күрә Өфөгә йәш биатлонсыларын ебәрмәйәсәк. Көньяҡ Корея донъя чемпионаты менән мәшғүл. Яңы Зеландия вәкилдәре лә булмаясаҡ.
       Һауа торошо, журналистарға бәйән итеүҙәренсә, "Евробиатлон"ға ҡурҡыныс янамай. Буран ғына булмаһын, ә ҡар етерлек яумаған осраҡта, яһалма ҡар яуҙырыу пушкалары әҙер.
       Биатлон буйынса Европа чемпионатының талисманы ниндәй тип уйлайһығыҙ? Журналистарға "Союзмультфильм"да эшләнгән талисман - Уффи исемле бүрекәйҙе күрһәттеләр. Конкурсҡа ебәрелгән бөтә исемдәр араһынан Уффи исеме һайлап алынған.
       "Биатлон" трибуналары буйынса өс Уффи ғаиләһе йүгереп йөрөйәсәк - улар төрлө ҙурлыҡта. Бүрекәйҙәрҙе һаҡ ҡосаҡлағыҙ - ҡурсаҡтар эсендә нәфис ҡыҙҙар һәм хатта балалар булыуы бар. Һәр хәлдә, өфөләргә һәм ҡунаҡтарға бүрекәйҙәр менән фотоға төшөү оҡшаясаҡ. Ул матур һәм йомшаҡ. Биатлон винтовкаһы урынына уның Шпагин пистолет-пулеметы (ППШ) буласаҡ - күрәһең, яҙа атмаҫ өсөн.
       Бындай атыу ҡоралы беҙҙең өлкән биатлонсыларҙа ла булһын ине - һуңғы старттарҙа уларҙың эштәре шәптән түгел. Аяҡтары ла шәп йүгермәй, атыуҙары ла ҡыуандырмай.
       Рупольдингта донъя кубогының һуңғы этабында Рәсәй йыйылмаһы ирҙәр эстафетаһы уҙышында етенсе урын алды. "Алтын" ноðвегтарға эләкте, немецтар "көмөш"кә лайыҡ булды, австриялылар "бронза" алды. Биатлонсыларыбыҙҙы итальяндар, американдар һәм француздар уҙып китте. Беҙҙең биатлонсыларыбыҙ 2002 йылда насар сығыш яһағайны. Ул ваҡытта Финляндияла үткән уҙышта Сергей Рожков, Михаил Кочкин, Николай Круглов һәм Сергей Русинов 12-се һөҙөмтә күрһәтте.
       Ә Максим Чудов һуңғыларҙан йүгерҙе. Уның иптәштәре - Николай Круглов, Дмитрий Ярошенко һәм Иван Черезов конкуренттарҙан (норвегтарҙан ике минутҡа тиерлек) ҡалыша ине, шуға күрә уға батырсылыҡ итергә тура килде.
       "Бронза" өсөн көрәшергә була ине - ятып атыуҙан һуң Чудов өсөнсө урындан 25 секундҡа ҡалышты. Максим ҡыуа төштө һәм тура баҫып атыуҙа өс тапҡыр яҙа атты. Һөҙөмтәлә етенсе урын. Максим Чудов был старт тураһында үҙенең блогында былай ти:
       "Мин үҙ этабыма лидерҙан ике минутҡа артҡа сыҡтым. Тәүәкәлләргә тура килде - беренсе әйләнештә үк кәметергә кәрәк ине, һәм мин шәп йүгереп алып киттем. Икенсе рубежäа - күптәр, бәлки, күргәндер - мин башты аҫҡа эйеп йүгерергә һәм тиҙ-тиҙ генә атырға мәжбүр булдым. Өсөнсө урындан ҡалыуҙар кәмене, мин быны белә инем. Әгәр мин баҫҡан килеш бишәүгә атһам, "бронза" өсөн көрәшергә булыр ине...
       Ә былай - маҡсаттар үҙгәрҙе. Миңә һуңғы ике күтәрелешкә тиклем кәрәк ине, унда алда барыусылар менән тығыҙ йүгереп тә, бер ниҙә эшләп булмай ине. Бер аҙ ваҡыт етмәй ҡалды. Һуңғынан алдағы күтәрелешкә стартҡа баҫырға ярамай - әгәр мин бында бөтә көсөмдө ҡалдырһам, уларҙы ала алмаҫ инем. Дөйөм алғанда, мин уға тыныс индем һәм һуңғы ҡыҫҡа, әммә шундай текә күтœрелештә кәпәстең баштан төшөүе тураһында уйланым. Мин бер ниҙә эшләй алманым. Алдағыларҙы ҡыуып етер өсөн күп көс һалдым.
       Мин финишҡа еткәс, тиҙ генә саңғымды ûñºûíäûðƒûì, винтовканы ҡуйҙып, кабинаға үттем (бында атлеттар кейенә), өҫ-башымды алмаштырҙым һәм һөйгән ҡыҙыма шылтыраттым. Ул минең өсөн көйөндө. Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң? Мин был турала оҙаҡ уйландым... Әммә үҙемде өҙгөләргә, кемделер бында ғәйепләргә минең хàҡым юҡ. Һәр кем хаталана. Артабан да эшләргә кәрәк. Бөтәһе лә бөтә көскә йүгерҙе һәм етенсе, призһыҙ урын алды. Бөтәһе лә еренә еткерҙе кеүек, әммә ҡәнәғәтләнеү булманы..."
       Максим Чудов спринтта лайыҡлы сығыш яһаны - унынсы, бер тапҡыр яҙа атты. "Үҙемдең кире энергиямды тейешле йүнәләшкә ыңғайлатып, түгәсәкмен", ти Макс. Уле-Айнар Бьорндален еңде. Был суперветеран Рупольдингта бөтә өс стартта ла еңеүгә өлгәште!
       Эҙәрлекләү уҙышында Макстың пьедесталға өмөтө бар ине, әммә ул атыуҙа булдыра алманы. Бишәүҙән бер яҙа атыу, аҙаҡ ике, тағы бер һәм яңынан ике. Һәм Чудов финишҡа 20-се булып килде. Спринт һәм пасьют уны донъя кубогының дөйөм зачетында бишенсе урынға төшөрҙө, ә ул күптән түгел генә өсөнсө урында килә ине бит. Максим көрәшәсәк әле. Ул еңелергә яратмай. Һәр хәлдә, төп старттар уны Көньяҡ Кореяла (унда донъя чемпионаты үтәсәк) көтә.

Олег Чудов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал