6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Морждар иорданиҙа сума
19.01.09


       Керәшен һыуығы... Ҡыҙыҡ күренеш ул. 19 ғинуар алдынан башлана. Һәм бөгөн, христиандарҙың төп байрамдарының береһе - Крещениеға тамам ышандыҡ. Төн ысынлап та һалҡын булды. Дөрөҫ, көндөҙ бер ни тиклем йылыта төштө, ә алдағы көндәрҙә, синоптиктар фаразлауынса, үтә һалҡын көндәр көтөлмәй.
       Әммә был изге байрамға бер ҙә ҡамасауламай. Православие динендәгеләр Крещениела ҡылған төп йолаларҙың береһе - мәкегә төшөп сумып алыу. Был йолаға ике мең йыл òèðœšå. Ә байрам үҙе Иисус Христостың ерҙәге тормошо - Иордан йылғаһы һыуҙарында Крещение тураһында иҫтәлеккә булдырылған.
       Инжилға ярашлы, 19 ғинуарҙа Иисус Христос йылғаға килә, һәм Иоанна Предтечиҙан бөтә халыҡ менән һыуҙа тәүге ҡатнашыуҙы ҡабул итә. Был ваҡиға православие динендәге христиандар араһында крещение йолаһына башланғыс һала. Рәсәйҙең климаты, Иисус йәшәгән ер менән сағыштырғанда, хәтһеҙ айырылһа ла, Крещение көнөндә мәкегә төшөп һыу инеү йолаһы әле лә һаҡлана.
       Боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса Рәсәйҙең бөтә төбәгендәге йылға һәм күлдәрҙә тәре рәүешендә мәке уйыла, уны "иордани" тиҙәр. Бындай мәкеләр тирәләй тәре һәм күгәрсен һынында боҙ скульптуралары урынлаштырыла. Мәкелә һыу инеү йолаһы "иорданиға барыу" тип атала.
       Әйткәндәй, иорданиҙа аҡыл менән һыу инергә кәрәк. Ìœêå㜠ò³ø³¼ñåëœð ³с тапҡыр баш менән сумыï àëà. Суҡынып алырға һәм "Ата, һәм ул, һәм Изге Рух хаҡына!" тип әйтергә кәрәк. Был йола төрлө ауырыуҙан һәм сирхауҙан һауығыуҙа, күңел таҙарыуында булышлыҡ итә. Элегерәк былай тигәндәр: "Тән һыу менән ҡойонғас һәм таҙарынғас, Христос кешенең күңелен дә бөтә гонаһтарҙан таҙартасаҡ".
       Өфөлә иорданèƒар ике урында - Дуҫлыҡ монументы районында һәм Нижегородка микрорайонында тимер юл күпере янында уйыла.
       Башта руханиҙар һыуҙы изгеләндереү йолаһын башҡара, ә аҙаҡ бөтә теләгәндәр мәкегә төшөп сума ала.
       Дөрөҫ, быны һаҡ эшләргә кәрәк. Ғөмүмән, белгестәр тәҡдим итеүе буйынса, кешеләр, мәкегә барыр алдынан, башта үҙҙәренең көсөн самаларға тейеш. Боҙло һыуға төшөү - организм өсөн стресс. Һәм боҙло һыуға төшөү һәр кемгә лә рөхсәт ителмәй. Кемдер үҙенең организмын оҙаҡ ваҡыт сыныҡтыра, улар был йоланы ҡурҡмайынса үтәй ала. Кем үҙен "морж"дар рәтенә индермәй, уларҙың мәкелә һыу инеүе фажиғаға әүерелеүе ихтимал.
       Мәкегә төшөп һыу инә алмағандарға борсолоу урынһыҙ. Руханиҙар һүҙҙәренә ҡарағанда, мәкелә һыу инеү мотлаҡ түгел. Һыуыҡта боҙло һыуға төшкәнсе, сиркәүгә барығыҙ.
       Христиандарҙың дини байрамы көнөндә изге һыу әҙерләргә онотмағыҙ. Уны сиркәүҙә, шулай уҡ йортта крандан алып була. Сер түгел, Крещениела алынған һыу айырым үҙенсәлектәргә эйә. Ул тәме һәм төҫө буйынса йыл дауамында бер төрлө булып ҡала һәм хатта был һыу, башҡа көндәрҙә алынған һыуға ҡарағанда, боҙîëìàé.
       Шуға күрә элек-электән Крещение һыуын һаҡлау йолаһы бар, уны йыл дауамында һаҡлағандар һәм уға иң изге нәмәгә ҡараған кеүек мөғәмәлә иткәндәр. Был һыу предметтарҙы изгеләндереүҙә, психик ҡаҡшауҙан һәм физик хәлһеҙлектән һәм арырыуҙарҙан арыныуҙа, дошмандан һәм ҡара көстәрҙән йортто һаҡлауҙа һәләтле, тип һанағандар.
       Был көндө сүп-сарҙан арынырға онотмағыҙ.
       Хужалыҡ буйынса эштәр тамамланғас, һеҙ мәкегә барып һыу инә алаһығыҙ, аҙаҡ сиркәүгә барығыҙ һәм тейешле кимәлдә һыу йыйығыҙ. Унан һуң Крещение байрамына юл алығыҙ. Был көндө дуҫтар һәм таныштар менән йыйылырға, халыҡ йырҙарын башҡарырға һәм күңелле уйындар уйнарға ярай. Әгәр һеҙгә был саралар аҙ күренһә, ҡурҡмайынса Бөрө òàðàôòàðûíà юл алығыҙ. Тиҙҙән Бөрө ҡалаһы "Керәшен һыуығы" популяр музыка һәм бейеү йәштәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршылаясаҡ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал