6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милицияның көрсөктө еңеүҙә үҙ алымы
19.01.09


       Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында милиция авиаотрядын булдырыу ҡарала. Эске эштәр министры Игорь Алешин һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай подразделение хоҡуҡ һаҡлаусылар тиҙ яуап биреү өсөн кәрәк. Сер түгел, Башҡортостандың территорияһы ҙур һәм ҡай саҡ алыҫ ауылдарға тиклем барып етеү ауырға тура килә.
       - Аңлашыла, әле был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты түгел, әммә иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, - тине министр журналистар менән осрашыуында.
       Алешин билдәләүенсә, социаль кисерештәр тыуҙырыуға һәләтле финанс көрсөгө шарттарында халыҡ яғынан киҫкен ҡаршылыҡ áóëûóû èõòèìàë.
       - Быға беҙҙең дә дусар ителеүебеҙ áàð, шуға күрә быйыл ýøòå¾ бөтә линияларû буйынса иҫкәртеү㜠баҫым яһаласаҡ, - ти Игорь Викторович.
       Бынан тыш, БР буйынса Эске эштәр министрлығы планында - патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һанын арттырыу, ул әлегә яртылаш тулыландырылған. Билдәле булыуынса, милиция криминоген хәлде тотороҡландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Әйткәндәй, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллыҡ байрамы ваҡытында төбәктә енәйәт ҡылыу һаны кәмене. Дөрөҫ, ул ваҡытта урамдарҙа äåæóð èòå¼ñå милиционерҙар һаны ла күпкә артҡайны.
       Әгәр патруль-пост милиционерҙары штатын арттырыуға бәйле мәсьәлә хәл ителһә, ул саҡта 2500 йәш кеше өсөн эш урыны булдырыласаҡ, уларҙы шәп перспектива көтә - миҫал өсөн, уларҙың бушлай юридик белем алыу мөмкинлеге бар.
       Әлегә Өфөлә оператив яуап биреү отрядының һаны 57-нән 120 кешегә тиклем арттырылған. Уның хеҙмәткәрҙәре күмәк саралар һәм акциялар ваҡытында халыҡ араһында тәртип урынлаштыра. Игорь Алешин ирекле халыҡ дружинаһын булдырыуҙы хуплай, уның эшмәкәрлегенән плюстар, министр фекеренсә, күп буласаҡ.
       Дөйөм алғанда, эске эштәр министры посында бер айҙан артыҡ эшләгән Алешин, республика милиционерҙарының үткән йылдағы эшенә ыңғай баһа бирҙе. Бәйән ителгән һандарға ҡарағанда, Башҡортостанда хәлдәр илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ. Шулай итеп, теркәлгән енәйәттәр һаны 12,5 пðоцентҡа кәмегән. Законға ҡаршы ҡылынған енәйәтте фаш итеү күрһәткесе иң юғарыларҙан һанала. Республикала ул 63,4 процент тәшкил итә, Волга буйы федераль округында - 52,2 процент, Рәсәйҙә - 53,7.
       Ғөмүмән, фаш итеүҙә юғары күрһәткес, логика буйынса, халыҡ аҙ йәшәгән төбәктәрҙә булырға тейеш. Ғәмәлдә киреһенсә килеп сыға - күп халыҡ йәшәгән ерҙә (Башҡортостан халыҡ һаны буйынса илдә етенсе урында тора). Министр билдәләүенсә, был йәһәттән милиция хеҙмәткәрҙәре юғары профессионализм күрһәтә.
       Республикала ауыр енәйәттәр һаны кәмей, үлтереү, талау һәм урлашыу һандары кәмей төштө. Ә бына иҡтисад өлкәһендә закона ҡаршы ҡылынған енәйәт һаны, киреһенсә, бер ни тиклем артҡан.
       Иҡтисади енәйәтте асыҡлау һәм уларҙы тикшереү еңелдән түгел, ти Игорь Алешин. Вазифалы енәйәттәр (уларҙы коррупция блогы енәйәттәре тип тә атайҙар) менән дә шул уҡ хәл. Үткән йылда 1239 иҡтисад енәйәте асыҡланған - был 2007 йыл менән сағыштырғанда 41,6 процентҡа күберәк.
       Урам енәйәте лә билдәле бер борсолоу тыуҙыра. Бында кәмеү тенденцияһы күҙәтелһә лә, әммә бөтә енәйәтселек структураһында уның сағыштырма ауырлығы ҙур һәм 15,3 процент тәшкил итә, Волга буйы федераль округында - 13,7 процент, Рәсәйҙә - 13.
       - Беҙгә бының өҫтөндә эшләргә кәрәк, - ти министр.
       Үткән йылда республикала 722 мал урлау осрағы теркәлгән, был 2007 йылға ҡарағанда 111-гә кәм. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, быға оҡшаш енәйәткә ул бер тапҡыр (элек ул Карелия Эске эштәр министры булып эшләгән) тап булған - ул саҡта пони урлаó îñðàû òåðêœëãœí. Дөрөҫ, Карелия милиционерҙары урланған малды тапҡанмы-юҡмы, уныһы беҙгә билдәһеҙ.
       Игорь Викторович, БР буйынса Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе постарынан отставка булыуы тураһында һорауҙарға яуап биреп, күмәк эштән китеүҙәр булмаясағын белдерҙе.
       - Милицияла 200 йыл дауамында, әлбиттә, бер кем дә хеҙмәт итмәйәсәк, һәм шул иҫәптән мин дә, - тине министр. - Шуға күрә составты планлы яңыртыу буласаҡ.
       БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигын эштән ебәреү тураһында бер нисә электрон киң мәғлүмәт сараларында булған белдереүҙе министр кире ҡаҡты, һәм быны "буш хәбәр" тине.
       - Был "яңылыҡты" беҙ Динар Заһит улы менән министрлыҡта селектор кәңәшмәһендә ишеттек, - тине Алешин һәм журналистарға "түбән һынаулы" мәғлүмәт сығанаҡтарына иғтибар итмәҫкә кәңәш итте.
       Министрҙың эшмәкәрлегенә ҡараған мәҡәләләргә килгәндә, барыһы тураһында ла яҙһындар, ти ул. Баҫылған мәҡәләләрҙең тоналлеге, минең ҡарашҡа, Игорь Викторовичты борсомай.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал