6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Тимур тарихи ҡомартҡыларға өҫтөнлөк бирә
16.01.09


       "Иң яҡшы фильм - 2" тип аталған премьераны күрһәтеү алдынан танылған Тимур Батрутдинов һәм Олег Верещагин (улар пародия комедияһында төп ролдәрҙе башҡара) Өфөгә килде. Егеттәр, дөрөҫөн әйтәбеҙ, ябай, улар әлегә "йондоҙ сире" менән ауырымай. Фильм барған ваҡытта кинозалдың беренсе рәтендә шым ултырҙылар, аҙаҡ сәхнәгә күтәрелделәр, һәм боҙоҡ микрофон ярҙамында журналистарҙың һәм премьераға килгән тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.
       Мәғлүм булыуынса, Тимур һәм Олег КВН-да, шулай уҡ "Камеди клаб"та әүҙем ҡатнашыу һөҙөмтәһендә публикала танылыу яуланы. Тимур Батрутдинов өсөн нисектер, уныһын белмәйем, әммә Пермь крайында тыуып-үҫкән 26 йәшлек Олег Верещагин өсөн "Иң яҡшы фильм - 2"лә Мажор роле уның артист карьераһында тәүгеләрҙән булды.
       Журналистар һәм тамашасылар уларҙан нимә тураһында һораны һуң?
       - Олег, фильмда нефть магнаты-атай ролен башҡарған етди актер Александр Баширов менән нисек уйнаның?
       - Бик шәп! Мин, әлбиттә, танышыу алдынан бик ныҡ тулҡынландым: беренсе көн дә үк Баширов менән төшөргә! Майҙанда бөтәһе лә ябай һөйләште, һәм уңайһыҙлыҡ бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡты. Беҙ тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ. Сценарийҙы бергә уҡыныҡ һәм кадрға сыҡтыҡ.
       - "Иң яҡшы фильм - 2"нән ниндәй уңыш көтөлә?
       Тимур Батрутдинов:
       - Түбәнге Новгородта, дөрөҫөн әйткәндә, бик ныҡ көлдөләр. Ә һеҙ, моғайын, көлөргә оялғанһығыҙҙыр...
       - Микрофондар булманы, шуға күрә ишетелмәне! - залдан тауыш.
       - Бының дауамына күп тамашасылар алдан уҡ билдәле фекерҙә ине. Беҙ интернетта бихисап баһа табып уҡыныҡ, унда тамашасылар фильмдың икенсе өлөшө буйынса бик үк оптимистик күҙаллау яһамаған. Шуға күрә быға беҙ әҙер инек. Мин һеҙгә тағы ла бер тапҡыр ҡарарға тәҡдим итәм.
       - Әйткәндәй, интернет тураһында. Элекке синыфташтарҙы йыйыусы сайтҡа нисек ҡарайһығыҙ?
       Олег:
       - Унда мин юҡ, һәм әгәр мин унда һеҙгә яҙҙам, белегеҙ, был мин түгел...
       Тимур:
       - Мин был сайтта теркәлгәнмен. Донъя хәлдәрен белергә кәрәк. Ғөмүмән, интернет бөгөн беҙҙең тормошта етди урын биләй.
       - Өфө буйлап йөрөй алдығыҙмы?
       - Юҡ.
       - Кәйеф-сафа ҡороу урындарына бараһығыҙмы?
       Тимур:
       - Юҡ. Беҙҙе тарихи ҡомартҡылар, күҙәтеү майҙансыҡтары, сөңгөлдәр һәм ҡалҡыулыҡтар ҡыҙыҡһындыра. (Залдағылар көлә).
       - Тимур, фильм сценаһында һин Сергей Лазаревты туҡìайһың, ә аҙаҡ фанаттар һине туҡмай, фанаттар кемдеке ине - һинекеме йәки Лазаревтыҡымы?
       - Был фанаттар ҡуйыусы-режиссер Олег Фоминдыҡы ине. Ә беҙҙең Сергей менән фанаттарыбыҙ юҡ. Был, әйткәндәй, Сергей Лазаревтың, беренсе булһа ла, иң яҡшы роле. Ул ни бары туғыҙ секунд дауам итте...
       - Шәхси тормошта хәлдәр нисек?
       Тимур:
       - Минең һәм Олег Верещагиндың әлегә шәхси тормошо башланмаған һәм, минең уйымса, башланмаҫ та.
       - Рәсәйҙә алйот комедия жанры бик үҫешмәгән. Мин профессиональ режиссерҙың, актерҙарҙың уйнауын билдәләр инем. Әммә... һеҙгә үҙегеҙ йәл түгелме, был "Гамлет" түгел бит?
       Олег Верещагин, ул Мажор түгел:
       - Һеҙ ҙә Мәскәүҙә йәшәмәйһегеҙ бит. Һеҙгә үҙегеҙ йәл түгелме? Мин артыҡ ҡаты әйттем шикелле, әммә шул уҡ тел менән. Һеҙ дөрөҫ әйттегеҙ, алйот комедия жанры бик үҫешмәгән тиерлек, әммә был уның популяр булмауын аңлатмай бит. Беҙ, һәр хәлдә, тамашасыларҙы көлдөрөү өсөн тырышабыҙ. Белмәйем, бында тағы нимә тип әйтергә.
       Тимур:
       - Әйҙә мин әйтәйем. Әгәр әйтер һүҙең булмаһа, Тимур Батрутдиновҡа һүҙ бир, ул барыһын да әйтер. Жанр популяр түгел, тиҙәр. Әммә мин бының менән килешмәйем. Әлеге ваҡытта телеканалдарҙың береһендә "Ҙур айырма" тигән тапшырыу сыға, ул шулай уҡ телевидение программалары пародияларына нигеҙләнгән. Жанр үҫешә һәм, асылда, комедия жанры.
       - Тимур, "Өйләнәйек" комедияһына нисек килеп эләктең?
       - Мин Останкино буйлап барам. Бында "Малахов плюс"ты төшөрәләр, тегендә - "Йорт-2", ә бында - "Өйләнәйек" - о, минең бында булғаным юҡ! Ысынлап та, был шәп программа. Миңә Беренсе каналдан шылтыраттылар һәм күңелле программала ҡатнашыуымды һоранылар. Ниндәй программа булыуын белештем. Ә улар миңә "урынында белерһең", тик ҡупшы кейен, тинеләр. Бына шулай...
       Дөрөҫөн әйткәндә, был, әлбиттә, шоу. Мин Саша Савельеваға өйләнмәнем, беҙ күптәнге дуҫтар.
       - Ҡайһы коллегағыҙ "Иң яҡшы фильм -2"не тәнҡитләне?
       Олег:
       - Әлегә коллегалар менән бергә йыйылып ултырған юҡ, фильмды ла ҡараған юҡ. Уны икенсе тапҡыр ғына күрһәтәләр бит, ә бөгөн мин уны беренсе тапҡыр тулыһынса ҡараным. Шуға күрә уны бер кем дә тәнҡитләмәне...
       - Олег, һин фильмды беренсе тапҡыр ҡарағанһың. Һиңә оҡшанымы?
       - Мин уны үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы күҙлегенән сығып ҡарарға тырыштым. Дөйөм алғанда, был еңел, күңелле фильм.
       - Уның дауамы планлаштырыламы?
       Тимур:
       - Бәлки. Беҙ пародия жанрынан тыш, үҙаллы сюжеты булған үҙаллы комедия тураһында ла уйлайбыҙ.
       - Был фильмда Галустян ҡатнашмай, ә Светлаковты ҡайҙа ҡуйҙûғыҙ?
       Олег:
       - Галустян һәм Светлаковҡа килгәндә, һеҙ уларҙы йыл аҙағында экрандарҙа, "Наша Раша" тулы метражлы нәфис фильмда күрә алаһығыҙ.
       - Фильм өсөн аҡса алдығыҙмы? Һәм күпме?
       Олег:
       - Алдым. Тағы һорауҙар булырмы?
       Тимур:
       - Беҙ аҡса алғанға тиклем уның менән ҡыҙыҡһынманыҡ. Беҙ ярлы кешеләр, Өфөгә ашарға тип килдек. Паспорттарыбыҙҙы тартып алдылар, документтарҙы бирегеҙ, һәм беҙ ҡайтып китәбеҙ...
       - Өфөлә һеҙгә берәр әйбер бүләк иттеләрме?
       Олег:
       - Миңә Өфөлә фатир бүләк иттеләр...
       Тимур:
       - Ә нигә ул һиңә?
       - Шаяртам. Аҡса кешегә үҙе килә ул, мин ҡәнәғәт. Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә беҙгә яҡшы кәйеф бүләк иттеләр, ә тамашасылар йылы ҡабул итте. Һеҙгә рәхмәт!
       Тимур:
       - Һеҙҙең барығыҙҙы ла үткән байрамдар менән ҡотлайбыҙ, Иҫке Яңы йылды индереп. Беҙҙең ҡарашҡа, халыҡҡа Иҫке Яңы йыл ҡотлауҙарын элекке президент әйтергә тейеш... Яңы йыл менән!

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал