6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Шпаргалка яҙылды, мендәр аҫтына конспект һалынды...
16.01.09


       Студенттар - бәхетле халыҡ. Йырҙа ла, студенттар сессиянан сессияға күңелле йәшәй, тип йырлана бит. Уларҙан бер кем ғәҙәттән тыш бер нәмә лә талап итмәй: дәрескә бар, конспект яҙ, семинарҙарға әҙерлән... Хатта йылына ике тапҡыр, сессия ваҡытында күренеү ҙә етә. Ә ҡалған ваҡытта алдын-артын уйламай күңел асырға була. Үкенесле, студент йылдары тиҙ үтә шул...
       Был кешеләргә сессия ваҡытында көнләшеп булмай. Студенттар өсөн иң ауыр осор ул. Йоҡоһоҙ төндәр, хәлдең хәүефһеҙлеге, аппетит булмауы... Сессия ваҡытында ҡай бер студенттарҙың нервылары ҡаҡшай.
       Яңы йылда студенттарға ҡарауы айырыуса яманһыу. Бөтәһе лә күңел аса, ә меҫкен "фән кимереүселәр"ҙең уйында тик имтихандар һәм зачеттар. Уларҙың сессияһы Яңы йыл каникулынан һуң башлана бит.
       Әммә, күп быуатлыҡ тәжрибәгә иҫәп тотһаң һәм бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалһаң, бәхетле һәм мәшәҡәтһеҙ студент тормошондағы бындай күренеште еңеп була. Практика күрһәтеүенсә, әгәр һеҙҙең башығыҙ аҙ ғына эшләһә, һеҙ тейешле имтихандарҙы һәм зачеттарҙы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ биреп, күптән көткән дипломға эйә була алаһығыҙ. Үҙебеҙҙең оҫталыҡ менән бүлешәбеҙ.
       Әгәр семестр дауамында өлгәшкән булһағыҙ, дәрестәрҙе ҡалдырмаһағыҙ, уҡытыусының бөтә һорауына яуап бирһәгеҙ, дөйөм алғанда, үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтһәгеҙ, имтихандарҙы һәм зачеттарҙы биреп була.
       Әгәр һеҙҙең зачет кенәгәһендә тик "бишлеләр" булһа, ул саҡта бөтөнләй проблема булмаясаҡ. Уҡытыусылар һәр саҡ билдәгә ҡарай бит. Улар һеҙҙең зачет кенәгәһен бысратырға теләмәй. Шуға күрә күңелдәге отличник эҙе имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙа бер аҙ булышлыҡ итә.
       Әгәр һеҙ үҙ көсөгөҙгә һәм белемегеҙгә ышанмаһағыҙ, ә предмет күңелһеҙ һәм кәрәкһеҙ тип һанаһағыҙ, ул саҡта уҡытыусыны үҙегеҙгә йәлеп итеп ҡарағыҙ. Әгәр һеҙ уның күңелен арбай алһағыҙ, ул һеҙҙе юғары баһалаясаҡ.
       Быны нисек эшләргә һуң? Ябай ғына. Иң тәүҙә, уға көйләнергә һәм уның ышанысын яуларға кәрәк. Уның бөтә үтенесен һәм йомошон үтәгеҙ, янына йышыраҡ барығыҙ һәм аҡыллы һорауҙар бирегеҙ, тикшереүҙәрҙә һәм семинарҙарҙа ҡатнашығыҙ. Һуңғы сиктә, был предмет буйынса конференцияла ҡатнаша алаһығыҙ.
       Әгәр был кәңәштәрҙе тотһағыҙ, һеҙҙең "автомат" алыу мөмкинлегегеҙ буласаҡ.
       Практика күрһәтеүенсә, сессияға етди әҙерләнгән студенттар (бер нисә лекцияла булып, курсташтарынан конспекттар күсерһә лә) имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Дөрөҫ, психологтар раҫлауынса, бында саманан тыш тырышыу кәрәкмәй, ә дөрөҫ көн тәртибен үтәү мөһим.
       Имтиханға әҙерләнгән ваҡытта үҙегеҙ өсөн план төҙөгөҙ. Һәм  башта "бутҡа" барлыҡҡа килмәһен өсөн, бөтәһен дә бер юлы иҫтә ҡалдырырға тырышмағыҙ. Иң ауыр билеттарҙан башлағыҙ. Уҡыуҙы ял менән бергә алып барыу кәрәклеген онотмағыҙ. Һәр 40 минут һайын ҙур булмаған тәнәфес яһағыҙ. Әгәр аңлай алмаҫтай һорауҙарығыҙ бар икән, ул саҡта мотлаҡ уҡытыусыға консультацияға юлланығыҙ.
       Ҡайһы бер студенттар, белем башта ҡала тип, билет һорауҙарына өҙлөкһөҙ, хатта имтихан алдынан төнөн әҙерләнә. Әммә психологтар бының киреһен раҫлай.
       Баҡһаң, имтихан алдынан иң мөһиме - йоҡо туйҙырыу. Йоҡлаған ваҡытта тынысланаһығыҙ, һеҙ ятлаған материал "кәштәләргә" һалына, һәм имтихан алыусы һеҙҙең ышаныслы һәм шат йөҙөгөҙҙө лайыҡлы баһалаясаҡ.
       Әгәр һеҙ бөтә студенттар ҙа имтихан алдынан билеттар буйынса уҡый, тип уйлаһағыҙ, һеҙ хаталанаһығыҙ. Уларҙың күптәре шпаргалка әҙерләй. Һеҙҙеңсә был вариант ғәҙел түгел? Әммә ҡайһы бер уҡытыусылар быға өндәй бит!
       Шпаргалка яҙыу - ул ҙур һәм ауыр эш. Ҙур массивтан иң кәрәêле мәғлүмәтте һайларға һәм уны ҡыҫҡаса яҙырға кәрәк бит. Студенттар шпаргалка яҙған ваҡытта бөтә материалды ҡабатлай.
       Дөрөҫ, әгәр әҙер шпаргалканы имтиханда ҡулланырға уйлаһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Әгәр уҡытыусы һеҙҙе күсереүҙә фашлаһа, билдәне кәметеүҙән тыш, имтихандан сығарып ебәреүе ихтимал.
       Имтиханға тәүге "бишәү" менән инеү хәйерлерәк. Имтихан аҙағында инергә яратыусылар ҙа бар. Уларҙың уйынса, уҡытыусы былай ҙа ҡуясаҡ. Киреһенсә, 20-30 курсташың уҡытыусы күңелендә тейешле тәьҫир ҡалдырмаһа, ул саҡта инде таяҡ башы һуңғы ингән кешегә төшәсәк...
       Күп студенттар үҙенең ваҡытын материалды ятлауға сарыф итә, ә ҡайһы бере уңышҡа өмөтләнә. Улар хатта төрлө юрауҙарға ышанырға әҙер.
       Шундай һынамыш éœøœï êèëœ. Сессия ваҡытында башты йыумаҫҡа, сәсте алмаҫҡа һәм ҡырынмаҫҡа, өйҙән сыҡҡас, юлда иң тәүҙә ир-ат затын осратырға, юлда һул аяҡҡа абынырға, отличник ултырған партаға башты бәреп алырға, һул ҡул менән билет алырға, мендәр аҫтына конспект һалырға, үҙеңдең "бәхетле" кейемеңде кейергә һәм, ниһайәт, табан аҫтына "биш тин" һалырға... - быларҙы үтәһәң, имтихандарҙы уңышлы тапшыраһың, имеш.
       Әгәр һеҙ имтихан көнөндә, Аллам һаҡлаһын, койканан уң аяҡтан торһағыҙ, юлда канализация люгына баҫһағыҙ, уң аяҡҡа абынһағыҙ, өҫтәүенә, ике ерән кеше араһында ултырһағыҙ, һеҙҙе тамам уңышһыҙлыҡ көтә. Теләһœгеҙ, ышанығыҙ, телә윚œгеҙ, юҡ!
       Студенттар араһында зачет кенәгәһенә бәйле һынамыш бар. Күптәр, сессияны уңышлы тапшырыу өсөн, физкультура буйынса беренсе зачет ҡуйҙырмай. Күптәр имтихан алдынан төнөн тәҙрәне аса һәм зачет кенәгәһен һоноп: "Халява, эләк!" тип ҡысҡыра икән. Унан һуң зачет кенәгәһен тәүге булып уҡытыусы асырға тейеш.
       Зачет кенәгәһен ҡыҙыл еп менән урап, һыуытҡысҡа һалыусылар ҙа бар. Ул саҡта еп зачет кенәгәһенә ҡуша туңа һәм ул һеҙҙән áåð ҡайҙа ла китә алмай. Ярҙам итә, тиҙәр...
       Әгәр һеҙгә бер кәңәш тә ярҙам итмәһә, борсолмағыҙ! Һеҙгә яңынан тапшырыу хоҡуғы бирелгән. Ә бына уның менән нисек файҙаланырға, уныһын үҙегеҙ хәл итегеҙ. Һеҙ яҡшы итеп әҙерләнеп, уҡытыусыны таң ҡалдыра алаһығыҙ. Уның артынан ҡалмай үтенеп йөрөһәң, "өслө" билдәһенә лайыҡ булыуың ихтимал. Ситтән тороп уҡыусылар менән бергә имтихан бирә алаһың. Ул саҡта һин уларҙың фонында отличник булып күренәсәкһең. Варианттар етерлек!
       Ғөмүмән, иң мөһиме - ул зачет кенәгәһендәге билдә түгел, ә баштағы белем. Шуға күрә хәйерлегә булһын!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал