6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уҡылмаған Әмир Чаныш
15.01.09


       Бөгөн яҙыусы һәм ғалим Әмир Чаныштың тыуыуына - 100 йыл.
       Әмир Чаныш (Әмир Иҙрис улы Чанышев) 1909 йылдың 15 ғинуарында Силәбе өлкәһе Бредин районы Павловñê ауылында тыуған. Ул иртә етем ҡала. Татар малайын Совет власы аяҡҡа баҫтыра. Әмир Чаныш Өфөләге Владимир Ильич Ленин исемендәге мәктәп-интернатында тәрбиәләнә. Аҙаҡ ул Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә, уны 1932 йылда тамамлай. Был ваҡытта, 1932 йылдың мартында, Милли мәҙәниәт институты (хәҙерге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) булдырыла. Уның бурысы - башҡорттарҙың һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтарҙың тарихын, телен, әҙәбиәтен, фольклорын өйрәнеү. Ул саҡта институт биш секторҙан торған: тарих, тел һәм әҙәбиәт, сәнғәт, ваҡытлы матбуғат һәм библиография, милли аҙсылыҡ.
       Институт штаты ҙур булмаған. 1932 йылда ни бары 15 кеше иҫәпләнгән, шул иҫәптән ете ғилми хеҙмәткәр. Башҡорт шағиры, фольклорсы, башҡортòàðƒàí беренсе ғалим-филолог Ғабдулла Амантай директор булған. Әмир Чаныш уның менән бергә эшләгән. Ул институт етәкселегендә, яуаплы секретарь булараҡ, икенсе булмаһа ла, өсөнсө урынды биләгән. Уға бик күп ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә тура килгән. Коллектив алдында етди бурыстар торған. Әмир Чаныш коллектив менән эш итеү алымын тапҡан. Ул эш өсөн бер үк ваҡытта башҡа урында эшләү буйынса, килешеү шарттарында белгестәр һайлаған. Уның ярҙамы менән ғалим-филологтар Ғөбәй Дәүләтшин һәм Закир Шакиров, йәш яҙыусы Әкрәм Вәли, Сыуашстандың буласаҡ халыҡ шағиры Яков Ухсай, композиторҙар, артистар Милли мәҙәниәт институтында эшләгән. Йәш секретарь Әмир Чаныш уларҙың эшенә йүнәлеш биргән.
       Әммә Әмир Иҙрис улы көндәлек ойоштороу эштәрендә буласаҡ ғалим һәләтен юғалтмаған. Институт директоры урынбаҫары булараҡ, ул 1935-1939 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Тел èëåìå институтының аспирантураһын тамамлай. Әмир Чанышевтың ғилми эшмәкәрлеге өсөн киң офоҡ асылды тигәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана... Рядовой Әмир Чанышев Курск дуғаһында ҡан ҡойғос һуғышта ҡатнаша. Польша, Чехословакия, Венгрия һәм, ниһайәт, Германия буйынса фронт юлдары буйлап үтә. Артеллирист II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнә.
       Әмир Иҙрис улы, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, уҡытыу эше менән шөғөлләнә. 1945-1954 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының кафедра мөдире була, Бөрө педагогия институты (хәҙерге Бөрө социаль-педагогия академияһы) доценты булып эшләй. 1948 йылда Әмир Чанышев филология фәндәре кандидаты исеменә диссертация яҡлай. 1955-1957 йылдарҙа Әмир Иҙрис улы Төркмәнстанда, Чарджоу педагогия институтында лекциялар уҡый. Аҙаҡ ул Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһы доценты булып эшләй.
       Ғалим һәм яҙыусы Әмир Чаныштың тормошо һәм ижады тураһында дөйөмләштерелгән эш әлегә юҡ. Шуға күрә уның әле бер, әле икенсе институтта эшләүе миңә аңлашылмай. Милли мәҙәниәт институтын булдырыуҙа уның роле тураһында телгә алынмай. Һәр хәлдә ғилми мәҡәләләрҙә уға һылтанмалар юҡ тиерлек. Ысындан да, уның хәтере ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем яҡшы булды.
       Минең хәтерҙә бер ваҡиға һаҡлана. Әмир Чанышев һөргөнгә ебәрелгән Мәскәү академигы Матвей Любовский (ул унда ижад иткән) тураһында һөйләне. Уның ниндәй архивта һәм ниндәй ауыр шарттарҙа эшләүе тураһында оҙаҡ бәйән итте. Әмир Иҙрис улы 1932 йылда Өфөгә килгән яҙыусы Александр Фадеев менән осрашыуын хәтерләй ине. Был хәтирәләр "Фадеев һәм Башҡортостан" тигән йыйынтыҡҡа ингән.
       Миңә тағы бер мәсьәлә аңлашылмай. Мәғлүм булыуынса, Әмир Чаныштың әҙәби эшмәкәрлеге 30-сы йылдарҙа башлана. Ул ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләр, яңы китаптарға рецензиялар, әҙәби күҙәтеүҙәр менән йыш сығыш яһаған. "Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы" тигән китапта 1930 йылда Ғөбәй Дәүләтшиндың "Коммуна" әҫәренә һәм айырыуса Ғайнан Хәйриҙең "Бүлмә" повесына баһаһы тәнҡитләнә. Был хеҙмәттә Әмир Чаныш тураһында башҡа хәтирәләр юҡ.
       Әмир Иҙрис улы 30-сы йылдарҙа үҙенсәлекле хикәйәләр яҙған. Фольклор мотивтарын, таулы халыҡтарҙың йолаларын белеүен урынлы файҙаланған. "Тауҙар хикәйәһе" циклынан әҫәрҙәр тарихи-революция темаһына арналған. Уның хәрби хикәйәләре легендаға яҡын.
       Яҙыусының ижади әүҙемлеге 70-80-се йылдарҙа айырыуса күренә.
       Кеше ышанмаҫлыҡ, әммә факт. 1979 йылда 70 йәшлек прозаикты Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. Хәтерҙә, 1988 йылда Актерҙар йортонда Яҙыусылар съезы үтте. Унда мин Чанышевты осратып, "Совет Башҡортостаны яҙыусылары" тигән библиографик йыйынтыҡ сыҡҡан, унда һинең турала материал бар, тип әйттем. Әмир Иҙрис улы шунда уҡ китап һатылған урынға барҙы.
       Әмир Чаныш 1998 йылда үлә. Үкенескә ҡаршы, Әмир Иҙрис улы Чанышевтың тормошо, ижады, әҙәби һәм ғилми эшмәкәрлеге әлегә тулыһынса асыҡланмаған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал