6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Андрей, мин теләгән яҡҡа алып бар мине...
15.01.09


       Өфөлә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының сираттағы матчында "Салауат Юлаев" командаһы менән Силәбенең "Трактор"ы осрашты.
       "Трактор" хоккей командаһы уйындарына, КХЛ-дың башҡа ҡунаҡтарына ҡарағанда, кеше күп килә. Был команда уйынсылары эләгешеп барыусан, ныҡыш, кәрәк икән, һуғыша ла. Быны күптәр белә. Силәбе клубының тренеры Андрей Назаров - бөтөнләй күрәҙәсе. Үҙенең тәрбиәләнеүселәренә "Enervate" тип ҡысҡыра, ә дәғүәсегә - "Petrificus Totalus". Әгәр мөғжизә була ҡалһа, һәм уның командаһы еңә.
       Әммә Өфөлә, улай килеп сыҡманы. Назаровтың магик көсө бөткәнме, әллә магик таяғын юғалтҡанмы? "Салауат Юлаев" Силәбе "Трактор"ын артыҡ көсәнмәй генә еңде.
       "Юлаевсылар" дәғүәселәрен күңелдәре булғансы "тапаны". Минең башыма хатта бер уй килде - Сергей Михайлович Назаров янына барып: "На-а, малҡай!" тигәндәй булды һәм Салауат Юлаев проспекты буйлап саáûï áàðàíäàé ê¼ðåíäå. Ошо уй нигеҙендә шиғыр ижад ителде:
       Алып бар мине, Андрей, мин теләгән тарафҡа,
       Саптырып алып кит мине боландар иленә.
       Ни өсөн боландар иленә? Был рифма өсөн генә түгел, сөнки "Трактор" ул кистә үҙенең уҫал тылсымына, аҡ айыуға тура килмәне. Ә бына болан - нәҡ үҙе. Буш ятҡан ерҙә көтөүе менән саптылар һәм болан мүге ашанылар.
       Был иҫтәлекле бер ваҡиғаға килтерҙе һәм саҡ-саҡ ҡына икенсеһен булдырманы. Башта - беренсеһе тураһында.
       Алексей Терещенко үҙенең данлы карьераһында беренсе тапҡыр хет-трик яһаны. Терещенко үҙе, шәхси статистика ҡыҙыҡ түгел, тип әйтһә лә, әммә ул өс шайба индерҙе.
       Алексей Терещенко үҙ тарихының имәненә тамға һалды. Ул быны нисек эшләне һуң? Алексей Терещенко тәүге осорҙа ҡаршы яҡҡа - Даниил Алистратовтың ҡапҡаһына шайба индерҙе. Икенсе шайба - Алексейҙың Владимир Воробьевҡа тишә яҙып ташлауы ҡаҡлыҡты һәм ул голға әйләнде. Воробьев әйтеүенсә, ул шайбаға теймәгән. Өсөнсө шайба - буш ҡапҡаға.
       Өс форвард-яҡташ араһынан, ниһайәт, чех Мирослав Блатяк айырылды. Ул Терещенконың уңышын нығытты. Мирослав уйын тамамланғас, алыҫтағы "туғыҙға" билдәләнем, әммә ынтылыш килеп сыҡманы, шайба түбән һәм үҙәккә яҡыныраҡ йүнәлеш алды, әммә Алистратовҡа тейеп, барыбер уның ҡапҡаһына инде, ти. Иҫәп 3:0 булғас, Назаров тайм-аут ала, голкиперҙы алмаштыра. Их, "Металлург"тың (Магнитогорск) ҡапҡаһында Даниил торһасы...
       Матчтан "юлаевсылар" "ҡоро" сыға алманы. Шуға күрә икенсе иҫтәлекле ваҡиға булманы. Ҡунаҡтар уйында етди төҙәтмәләр индереп, бар көсөн туплап, һөжүмгә күсте. Ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременконы ысынлап та утҡа тоттолар. Ә ул бөтә көсөнә көрәште. Ҡунаҡтарҙан Андрей Попов иҫәпте 1:3 яһаны. Меҫкен Еременко ярһыны. Яҡын тирәләгеëœðгә сәкән эләгә яҙҙы.
       "Трактор" ике шайбаға ҡалыуын тигеҙләргә маташты. Шуға күрә уйын тамамланыуға һанаулы ғына минуттар ҡалғас, ҡапҡа һаҡсыһы Владислав Фокинды алтынсы уйынсыға алмаштырып, һөжүм итергә күсте. Әммә был "юлаевсылар"ға бер шайба алып килде, 4:1. Был иҫәп буйынса фекер йөрөткәндә, Силәбелә Салауат Юлаев урамында "Трактор" аренаһын тиккә төҙөмәгәндәрҙер.
       Хужалар өсөн бер насар яңылыҡ - капитан Владимир Антипов (тыуған көнө алдынан) етди йәрәхәт алды һәм ул оҙаҡ ваҡыт уйнай алмаясаҡ. Шул ғына етмәгән ине - былай ҙа һөжүм "тешһеҙ" барҙы, ә хәҙер, төп һөжүм итеүсеһеҙ, төп дүрт снайперҙың береһе юҡ.
       Уйын тамаìланғас, "Трактор" командаһының тренеры еңеүсеíå ҡотланы:
       - Дәғүәселәрҙе еңеү менән ҡотлайым. "Салауат" уйындың башынан аҙағына тиклем шәп уйнаны һәм чемпион булыуын тағы бер тапҡыр күрһәтте һәм иҫбатланы. Үкенескә ҡаршы, беҙ еңелдек. "Юлаевсылар" көслөрәк булып сыҡты...
       НХЛ-да тренерҙар бер-береһе менән һуғышып бөтә, берен-бере талай - ысын алыш бара, тамашасы быны аңлай. Әгәр ауыр алышта бөгөн бер клуб еңә икән, остаз киләһе уйынға уны башҡасараҡ көйләй, һөҙөмтәлә тағы ла ҡыҙығыраҡ алыш була. Ә беҙҙәге меҫкен тренерҙар отставка менән йонсоған, улар бер-береһенә төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырыша, дәғүәсе командаһын аяҡ аҫтына һалып тапаһа ла, маҡтайҙар.
       Бындай ҡуштанланыуҙар тәбиғи түгел һәм, үкенескә ҡаршы, традицияға әүерелеп бара. КХЛ беҙҙә нимә - ул үҙ-ара дуҫтарса буйһондороу буйынса иптәштәрсә лигамы? Ҡурсалаусылар, бәлки, үҙ клубының нисәнсе урында килеүен күрмәйҙер, йәки матчтан һуң матбуғат конференцияһынан өҙөктәр генә уҡыйҙыр?
       Назаров боласы-тренер булмаған, үкенесле. Мин унан "Трактор" остазы посында беренсе көндә үк күберәк көткәйнем. Бәлки, уның һуғышсы булыуын башҡа берәү күрһәтер. Әгәр янып торған тренерҙар булмаһа, лига күңелһеҙ буласаҡ. Көйәрмәндәргә һуғыш күренештәренең ел-дауылы кәрәк...
       Сергей Михалев, үҙ ғәҙәте буйынса, матч барышын бәйән итте. Ул дәғүәсе исеменә йылы һүҙҙәр йәлләмәне.
       - "Трактор" беҙҙең өсөн генән түгел, әммә башҡа командалар өсөн дә ябай дәғүәсе түгел. Уйын, беҙҙең ҡарашҡа, ауыр булыр тигәйнек Һәм, ысынлап та, беренсе осорҙа улар шәп шыуҙы, һөжүмдә яҡшы эш итте. Терещенко индергән шайбалар уңышлы булды. Икенсе осорҙа, өҫтөнлөккә өлгәшкәс, иғтибарҙы һүлпәнәйтә төштөк, һөҙөмтәлә "юлаевсылар" ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут ҡабынды. "Трактор" уйындың аҙағына тиклем уйнаны, хәлде үҙгәртергә маташты. Бәхеткә, әлеге алым беҙҙең файҙаға булды. Терещенко буш ҡапҡаға шайба индерҙе. Ул беренсе тапҡыр хет-трик яһаны (көлә).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал