6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Позитив хуплана!
15.01.09


       БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Сәғитов "Власть менән диалог" тип аталған тапшырыуҙа журналистар менән осрашты.
       - Йәштәр - беҙҙең киләсәк, - тине ул. - Был һүҙҙе беҙ йыш ҡулланабыҙ. Йәштәр - беҙҙең киләсәк кенә түгел, әммә ул бөгөнгөһө лә. Һәр йәш кеше тормошта үҙ урынын тапһын, үҙенең белемен, оҫталығын файҙаланһын ине.
       Әле Башҡортостанда 14 йәштән 30 йәшкә тиклемãå 1,1 миллион йәш кеше иҫәпләнә. Һан буйынса был тулы бер Өфө! Йәштәрҙең, өлкән йәштәге кешеләргә ҡарағанда, талаптары һәм ихтыяждары күп бит. Шуға күрә бер ҙә ғәжәп түгел, Башҡортостанда Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, тәүгеләрҙән булып тейешле ведомство булдырылды һәм йәштәр сәйәсәте буйынса закон ҡабул ителде. Һәм бына хәҙер, быйылғы йыл илдә Йәштәр йылы тип иғлан ителгәс, беҙҙең республикала Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү ҡарар ителде.
       - 2000 йылда республикала Йәштәр йылы үткәрелде, шуға күрә беҙҙең бер ни тиклем тәжрибәбеҙ бар, - тип белдерҙе Салауат Сәғитов. - Быйылғы йылдың йәштәр яғынан әүҙем эштәр менән билдәләнеүен теләйбеҙ. Йәштәр үҙҙәренең идеяларын һәм фекерҙәрен туранан-тура, йәки йәштәр ойошмалары, йә булмаһа башҡа хәрәкәттәр аша беҙгә еткерһен ине. Уларҙы дөйөм тырышлыҡ менән генә тормошҡа ашырып була.
       БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе менән әңгәмә ҡорорға килгән журналистарҙы йәштәр сәйәсәтенә ҡаðàған мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға күрә һөйләшеү һөҙөмтәле булды.
       - Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты үткәргән программаларҙың береһе - йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ. Был программаны финанслау донъялағы финанс көрсөгө арҡаһында кәмемәҫме?
       - Был программа федераль һәм республика бюджеттарынан финанслана. Республика Хөкүмәте үҙ өҫтөнә алған социаль гарантиялар үтәләсәк. Йәштәр өсөн торлаҡ - төп проблемаларҙың береһе, шуға күрә, минең уйымса, был мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк. Федераль бюджеттан финанслау мәсьәләһенә килгәндә, беҙ заявка ебәрҙек. Беҙгә тейешле сумма бүленер, һәр хәлдә, үткән йылға ҡарағанда кәм булмаҫ, тип ышанабыҙ. 2008 йылда был сумма 273 миллион һум тәшкил иткәйне, был 2007 йыл менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға күберәк. Шулай итеп, 2,5 мең йәш ғаилә ярҙам алды.
       - Күп ғаилә балаларын төрлө секцияға, түңәрәктәргә, хатта осһоҙ һырғалаҡҡа йөрөтә алмай. Сәбәп - средстволар етмәй. Был проблема нисек хәл ителә?
       - Бөгөнгө көндә балалар һәм үҫмерҙәрҙең 80 проценты тиерлек дөйөм белем биреү учреждениеларында - музыка, сәнғәт, спорт мәктәптәрендә, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Әлбиттә, түлœүле түңәрәктәр ҙә бар. Бөгөн республикала эшләгән үҫмерҙәр клубтарының 250-һендә балалар төрлө түңәрәккә бушлай йөрөй. Миҫал өсөн, Өфөлә уларҙа 14 мең тирәһе үҫмер шөғөлләнә. Улар үҙ балаларының ялын ойоштороуҙа түләй алмаған ата-әсәләрҙең балалары. Беҙ йыл һайын яңы үҫмерҙәр клубтары асырға тырышабыҙ.
       - Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә, илдә йәштәрҙе үҙенең артынан алып барырҙай һәләтле йәш лидерҙар етешмәй, тип белдерҙе. Президент шулай уҡ талантлы йәштәрҙең мәғлүмәттәр йыйылмаһын булдырыу кәрәклеген телгә алды. Республикала был эш нисек алып барыла?
       - Әлбиттә, мәғлүмәттәр йыйылмаһын булдырыу бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, әле беҙ уның менән шөғөлләнәбеҙ. Әммә был төп проблема түгел. Элек комсомол ойошмалары эшләне, уларҙа йәш лидерҙар тәрбиәләнде. Әле быға оҡшаш структура юҡ. Әммә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы рәүештә, Башҡортостанда Республика Йәштәр хәрәкәте булдырылған. Бөгөнгө көндә ул 19 иң әүҙем йәштәр йәмәғәт ойошмаһын үҙ эсенә ала, республикала уларҙың һаны 60-тан ашыу. Ағымдағы йылда беҙ улар менән эште әүҙемләштерәсәкбеҙ. Был ойошмаларҙың дәүләт власы органдары менән берлектәге эше икеләтә һөҙөмтә бирәсәк. Бөгөнгө көндә йәш кеше йәштәр йәмәғәт ойошмалары аша ижтимағи тормошҡа ҡушылып, лидерлыҡ сифаттырына эйә була ала. Шуға күрә бөгөн йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлектәре бар, теләк кенә булһын.
       - Йәштәр ағымы төрлөлөгөнә һеҙҙең ҡараш нисек?
       - Мин быға ыңғай ҡарайым. Йәштәр ағымы - ул йәмғиәт үҫешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Иң мөһиме, ул кире ағымға әйләнмәһен. Бөгөнгө көндә беҙҙә өҫтөнлөк алған йәштәр ағымы бар, йәштәр башлыса музыкаға булған һәүәҫлеге буйынса берләшә. Быны насар тип әйтеп булмай. Шуға күрә ыңғай йүнәлештәге йәштәр ағымы донъя мәҙәниәтенә һәм дөйөм кешелек мөнәсәбәттәренә бер аҙ яҡшылыҡ алып килә икән, мин уларҙы хуплайым. Әммә шулай ҙа була, йәш кешеләр берләшмәләр булдыра, ә уларҙың йәмғиәткә зыян килтереүе ихтимал. Миҫал өсөн, Башҡортостанда скинхедтар хәрәкәтендә 15 активист бар. Был берләшмә бер ниндәй ҙә позитив килтермәй, һәм килтермәйәсәк тә.
       - Үткән йылда киң мәғлүмәт сараларында йәштәрҙең эмо, гота, ультрас кеүек ағымдарын тыйыу тураһында закон проекты тикшерелде. Хәҙерге донъяла бындай тыйыуҙарҙы индереү урынлымы, һәм был закон проектына һеҙҙең ҡараш нисек?
       - Мәғлүм булыуынса, тыйылған емеш татлы, тиҙәр. Шуға күрә өсөнсө мең йыллыҡта информатика, глобализация ҙур әһәмиәткә эйә, нимәнелер тыйыу бөтөнләй файҙаһыҙ. Аныҡ йәштәр ағымына тыйыу индереү кәрәкмәй, беҙгә йәштәргә оҡшарҙай альтернатив варианттар тәҡдим итергә кәрәк.
       - Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн комендант сәғәте индерелде. Республикала быға оҡшаш сара барлыҡҡа килмәҫме?
       - Бер нисә төбәктә эске эштәр органдары комендант сәғәте индергән икән, тимәк, кәрәк булған. Әммә беҙ был сараның һөҙөмтәһе тураһында фекер йөрөтә алмайбыҙ. Беҙҙең республикала ундай хәлдең булғаны юҡ.
       - БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының эшенә һеҙҙең ҡараш нисек?
       - Йәш инициативалы лидерҙар етешмәй. Был турала күп әйтелде. Һәм йәштәр палатаһы булдырылды. Уның составына 35 кеше ингән. Йәштәр закон сығарыу процесын өйрәнә, үҙҙәренең лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә, сәйәси эшмәкәрҙәр менән тиңдәш аралашырға өйрәнә. БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында район һәм ҡала хакимиәттәре ҡарамағында быға оҡшаш йәштәр йәмәғәт палаталарын ойоштороу тураһында положение эшләнелде. Декабрҙә 5-6 районда һәм ҡалала бындай палаталар ойошторолдо.
       - Республика Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә йәш ғалимдарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһенә иғтибар бүлде. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылды? Éәштәрҙе фәнгә нисек йәлеп итергә?
       - Башҡортостанда йәш ғалимдарға премиялар тапшырыу матур йолаға әүерелде. Мәғлүм булыуынса, йыл һайын Республика көнө алдынан фән менән шөғөлләнгән иң яҡшы йәштәр наградлана. Бынан тыш, Хөкүмәт йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 30 йәш ғалимға март айында грант түләргә әҙерләнә. Республикала шулай уҡ аспиранттарға, докторанттарға Президент стипендиялары бирелә. Шулай итеп, йәш ғалимдарыбыҙға матди ярҙам күрһәтелә.
       - Күҙ алдына килтерәйек, һеҙҙең янға бер бала килеп, "нимә ул йәштәр сәйәсәте?" тип һорай.
       - Йәштәр сәйәсәте - ул йәштәрҙең проблемаларына төбәлгән иғтибар. Беҙ йәштәргә ярҙам итергә ынтылабыҙ. Йәштәрҙең киләсәге уларҙың ҡулында, йәш кешеләр быны аңлаһын ине. Әгәр быны йәштәргә еткерә алһаҡ, был йыл ҡаҙанышы буласаҡ.
       - Йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн шәхси үрнәк кәрәк. Һеҙ үҙ юлығыҙҙы ниҙән башланығыҙ?
       - Мин уңдым, специальность буйынса эшләйем. Заманында "Дәүләт һәм муниципаль идара" специальносы буйынса авиация университетын тамамланым, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә практика үттем, һәм шунда эшкә ҡалдым. Иң мөһиме - һөнәр һайлағанда хаталанмаҫҡа.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал