6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Ҡыш бабайға горчичниктар
14.01.09


       - Һеҙ Ҡыш бабайға хат яҙҙығыҙмы? - тип һораным күршемдән. Уның ике ейәне бар. Дөрөҫ, бер ейәне бәләкәй, әлегә ул хат яҙа алмай. Ә икенсеһенә 8 йәш. Уныһы яҙа ла белә, һәм Ҡыш бабайға ла ышана.
       - Яҙҙыҡ. Яҙыуҙан ниндәй мәғәнә һуң? - ти яуапланы күршем. - Ул хатты ҡайҙа ҡуяһың? Яҙҙыҡ, конвертҡа һалдыҡ, ә аҙаҡ әкрен генә ташланыҡ. Әй, ул хат менән. Ейәнем, иң мөһиме, шыршы аҫтынан бүләк тапты, ул, моғайын, хат тураһында онотҡандыр ҙа.
       Күршеләрем был хатты юҡҡа ташлаған. Аныҡ адрес бар ҙа баһа. Балалар уның буйынса үҙҙәренең мөрәжәғәттәрен ебәрә ала. Ә Ҡыш бабай үҙ сиратында һәр хатты уҡый бит, уларҙың күбеһенә яуап бирә һәм һәләтле балаларҙы дәртләндерә.
       Республиканан мөрәжәғәттәрҙе Великий Устюг ҡыш тылсымының урындағы урынбаҫары өйрәнә. Ул Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды хеҙмәткәрҙәре менән бергә алты йыл шөғөлләнә. "Ҡыш бабайға хат" балалар Яңы йыл проекты тормошҡа ашырыла. 5 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге һәр бала Ҡыш бабайға мөрәжәғәт итә ала. Бына уның адресы: 450047, Өфө, Ҡыш бабайға.
       Сентябрь-октябрҙә иң түҙемһеҙ балалар хат ебәрә башлай. Үткән алты йыл эсендә балаларҙан йәмғеһе 31 мең хат алынды. Быйылғы йылда ҡыш тылсымы йәшнигенә ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ингән. Иң ҡыҙыҡ хат яҙған өс мең автор Ҡала мәҙәниәт һарайына Яңы йыл тамашаһына саҡырыу алды.
       Өс мең бала проект еңеүселәре тип табылған. Улар үткән йылдағы изге эштәр тураһында яҙған. Балалар тормошонда ниндәй генә ваҡиғалар булмаған! Проект етәксеһе Әлфиә Абсатарова иң ҡыҙыҡ хаттар тураһында һөйләй.
       - Шакшанан 14 йәшлек Артур Мөлөкîв һәм Артур Нәбиев кеше ғүмерен ҡотҡара. Улар урамда ятҡан бер өләсәйҙе күреп ҡала. Мәктәп уҡыусылары ҡаушап ҡалмай, ярҙам саҡыра. Асыҡланыуынса, өләсәй шәкәр диабеты менән ауырыған була. Ул өйөнән сыға һәм юғала. Уны туған-тыумасаһы бер нисә көн эҙләй. Малайҙар ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙа.
       Эльвира Мирғаязова үткән йылда аварияға эләгә. Бөгөн ул йәрәхәт эҙемтәләре менән көрәшә. Әммә уның хатынан киләсәккә ышаныс һәм өмөт бөркөлә, өҫтәүенә, ул сәйлән менән сигә - бер нисә тапҡыр үҙенең эшен ебәрҙе.
       Ете йәшлек Настя Байкова һәм уның дуҫтары - ысын тимуровсылар. Улар үҙ теләге менән йортта өмә үткәрә, улар йәшәгән подъезд ялт итеп тора.
       Ә Ваня Голосов үҙенең хатын почта аша ебәреп тормаған. Ваíя Ҡала үҫеше йәмәғәт фондына үҙе килгән. Óë Ҡыш бабай өсөн дарыухананан препараттар һатып алған һәм адресатҡа изге теләктәр менән уларҙы фонд хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
       Ваня Голосов үҙенең хатында былай яҙған: "Ҡыш бабай! Һин һәр йыл миңә иң тәмле бүләктәр алып киләһең. Ә быйыл мин үҙем  һиңә бүләк бирергә булдым. Оҙаҡ уйланым һәм һиңә һаулыҡ бүләк итергә булдым. Мин беләм, олатайҙар һәм өләсәйҙәр йыш ауырый һәм йүткерә. Шуға күрә мин һиңә дарыухананан горчичник, витаминдар һәм йүткереүҙән сәй һатып алдым, уны бал менән эсергә кәрәк. Һуған, һарымһаҡ һәм башҡа йәшелсә аша. Кәбеҫтә йыйырсыҡтарҙы тигеҙләй, ә сөгөлдөр биткә ҡыҙыл төҫ бирә".
       Бик күп хаттар шиғыр формаһында яҙылған. Коллектив хаттар ҙа күп килде. Миҫал өсөн, 155-се урта мәктәптең 2-се синыфында, Әлфиә Абсатарова һүҙҙәренә ҡарағанда, "бәләкәй Пушкин" уҡый. Ул синыфташтарының һәр береһен ҡылыҡһырлаған дүрт юллыҡ шиғыр ебәргән.
       Хаттарҙың күп өлөшө экологик йүнәлештә. Балалар, йыш ҡына ата-әсәләре менән, йылға һәм күл буйҙарын сүп-сарƒàí òàƒàðòà, ауырыу ҡоштарҙы һәм йәнлектәрҙе ҡотҡара.
       Был балалар шулай уҡ Яңы йыл тамашаһына саҡырылды. Ҡала мәҙәниәт һарайына килгән мәктәп уҡыусылары шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, уларға Ҡыш бабай бүләктәр тапшырҙы, аҙаҡ балалар музыкаль тамаша ҡараны. "Маша һәм Витяның Яңы йыл мажаралары" тигән балалар фильмы мотивтары буйынса ҡуйылған тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде.
       Спектаклдә "Золушка" театр студияһы актерҙары, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле артистары һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡурсаҡ театры актерҙары тамашаны тауышлы итте.
       Спектаклде режиссер Айһылыу Иҡсанова сәхнәләштергән. Ул бөгөнгө көндә Санкт-Петербургта уҡый, һәм Яңы йыл әкиәте уның диплом эше булды.
       ß¾û éûë áàëàëàðà,
       Šœð éîðòºà êèëšåí ³ñ³í,
       Åòå äè¾ãåƒ àðòûíàí
       ªàðšûëûóƒû òàáûðáûƒ.
       Òîðìîøòà šœð êåì
       Èçãå šœì òûëñûìëû áóëšûí.
       ªàðàðƒàðà ÿóàï êå¼åê,
       Êåøåëœð áûíû îíîòìàšûí.
       - Ҡыш бабайға хаттар күп килә, - ти фондтың йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса башҡарыусы директор урынбаҫары Эдуард Ғирфанов. - Балалар үҙҙәренең хатында ата-әсәләренә күрһәткән ярҙамы, хужалыҡта башҡарған эштәре һәм башҡа изге эштәр тураһында яҙа.
       Ваня Голосов үҙенең хатында былай яҙған: "Йәй әсәйемде тәрбиәләнем. Ул операция үткәрҙе, шуға күрә әсәйем бер ай òèðœšå òîðìàé ятты. Миңә лә ярҙам итергә ваҡыт етте. Мин кер йыуырға, ҡоймаҡ, аш бешерергә, картуф ҡыҙҙырырға өйрәндем. Хәҙәр мин юғалып ҡалмаясаҡмын. Һәм кешеләргә нисек ярҙам итергә беләм".
       Фонд хеҙмәткәрҙәре яуап хаты яҙмай, уларҙың йүнәлеше башҡа. Ҡыш бабайҙан матди ярҙам һорап хат яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Улар еңеүселәр рәтенә инмәне һәм яуап алманы. Бындай хат авторҙарына рәхмәт белдереү өсөн конвертҡа ғына 40 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Быйылғы йылда проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 600 мең һум аҡса тотонолған. Өҫтәүенә, донъялағы финанс көрсөгө арҡаһында, фонд бағыусыларҙан иҫәп тотҡан бөтә аҡсалар ҙа инеп бөтмәгән. Шуға күрә тормошҡа ашырылған проектты түләүгә средстволар йыйыу дауам итә. Һәм бында һәр теләгән кеше Ҡыш бабай була ала - фонд һеҙҙең ярҙамды ҡабул итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал