6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сергей Чекмаревтың хаттары
14.01.09


       Тиҙҙән, моғайын, йәш кешеләр "индустриялаштырыу", "коллективлаштырыу" кеүек һүҙҙәрҙе аңлап еткермәҫ ул. Ә был илебеҙ тарихында мөһим этап бит. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу осоронда, миҫал өсөн, колхоздар барлыҡҡа килде, уларҙа үҙ ирке менән яңғыҙаҡ крәҫтиән хужалыҡтары берләште. 1932 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда крәҫтиән хужалыҡтарының 68,6 проценты коллективлаштырылды. Колхоздар киҫкен синфи көрәштә булдырылды. Алдымда Тимер Саяповтың "Башҡортостандың Ленин комсомолы" тигән китабы ята. Уҡыйым: "1929 йылдың 18 мартында Воздвиженка ауылы кулагы комсомол ячейкаһы секретары Илья Чернаткинды үлтерә. 1930 йылдың авгусында Илеш районынан комсомол Минниса Ғиндуллинаның ғүмере өҙөлә. 1931 йылда Атъетәр ауылынан комсомол Батыр Ҡотлобулатов һәләк була. Өфө районының Яңы Ҡобау ауылында кулактар комсомол ячейкаһы секретары Ғайфулла Хисмәтуллинды үлтерә".
       Шағир, зоотехник Сергей Чекмарев яңы тормош өсөн көрәштә ауылында һәләк була.
       Сергей Иванович Чекмарев 1910 йылдың 13 ғинуарында тыуған. Беҙ "БАШвестЪ" уҡыусыларына уның тураһында бәйән итергә булдыҡ.
       Сергей Иванович Чекмарев (1910-1933) - мәскәүле. Ун йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 1932 йылдың мартында - Мәскәү ит-һөт институтын. Тиҙҙән 22 йәшлек зоотехник Сергей Чекмарев Башҡортостанға килә. Ул ваҡытта республиканың малсылыҡ совхоздарында хәлдәр ҡыуандырырлыҡ кимәлдә булмай.
       Сергей Чекмаревтың Башҡортостандағы тормошо һәм эше тураһында уның хаттары һөйләй. Беҙ уның яратҡан ҡыҙы Тоняға, ата-әсәһенә һәм ағаһы Анатолийға яҙған хаттарын файҙаландыҡ.
       Сергей Мәскәүҙән юл буйынса Өфөгә туҡтала. Ул трест управляющийы менән осрашырға һәм совхозға эшкә йүнәлтìә алырға тейеш була. "Бөгөн сәғәт биштәргә Өфөгә яҡынлаша башлайбыҙ, - тип яҙа ул. - Бындағы күренеш! Беҙ аптырап ҡалдыҡ: әллә Өфөгә, әллә Венецияға яҡынлашабыҙ. Ҡала ситен ташҡын баҫҡан..."
       "Өфө тураһында нимә яҙырға һиңә? - тип һорай ул хатында Тонянан. - Ҡала насар түгел, әммә төпкөл. Трамвай юҡ. Автобус йөрөй, әммә ул һирәк осрай. Автобустар - уларҙың күбеһе йөк машиналары, уларға эскәмйәләр ҡуйылған. Улар ошо ҡиәфәттә "асыҡ" машина тип йөрөтөлә. Ылаусылар, Мәскәүгә ҡарағанда, күберәк. ЦИК һәм СНК бинаһы алдында бер автомобиль күрҙем.
       Бөтә алтаҡталар һәм яҙыуҙар ике телдә: русса һәм башҡортса.
       Көнө буйы бөтә маршруттар буйынса (улары икәү) ҡала буйлап йөрөнөм, етмәһә бер нисә тапҡыр. "Һин шуның менән шөғөлләнәһеңме?" - тип һорарһың һин. "Эйе, Тоня!"
       Миңә нимә? Бер ни эшләмәй, урам ҡыҙырам,
       Ауыҙым тулған һыҙғырған тауыш менән.
       Бында ялҡытһа, пристангә барып,
       Күҙ һалам Ағиҙел йылғаһына.
       Өфө урамдары буш, тик бер урамда ғына, уныһының да бер яғында ғына, һәр саҡ кеше күп була. Был күренеш - Егор Сазонов (хәҙерге Коммунистик урамы) урамында. Башҡа тротуарҙа кеше йөрөмәй. Ни өсөн - билдәһеҙ. Ғөмүмән, был ҡалала күп нәмә ғаиләсә. Милиционерҙар бер ерҙә лә күренмәй, Совнарком бинаһы алдында һыйыр йөрөй, автобус туҡталыштары билдәләнмәгән, йәнәһе, үҙ кешеләребеҙ, былай ҙа иҫтә ҡалдырырҙар!..
       Башгиз магазинында уҡыу залы урынлашҡан, бында яңы журналдар һәм китап яңылыҡтары менән танышып була. Бөҙрәханаларҙа бәләкәй өҫтәлдәр урынлаштырылған - көткән кешеләр шахмат һәм шашка уйнай".
       Сергей Чекмарев үҙенең хатында һәр саҡ Өфөнө һүрәтләгән. Баш ҡаланың 430 йыллығы алдынан шағирҙың тасуирламаһын биреү урынлы булыр. Уҡығыҙ һәм сағыштырығыҙ.
       Мәскәүҙән килгән йәш белгес, командировкаға киткән управляющийҙы көтөп, бер ни көн Өфөлә ҡалырға мәжбүр була. Сергей Чекмарев ул көндәрҙе мәрәкә менән иҫкә алған:
       "Мин Өфөлә йәшәгән крәҫтиән йортонан хат яҙам, - тигән ул Тоняға яҙған хатында. - Күҙ алдына килтер, ярым ҡараңғы бүлмә - шомло. Түшәм аҫтында - бәләкәй генә электр лампочкаһы. 46 тимер койка стена буйлап теҙелгән, уларҙың һәр береһендә бысраҡ матрастар һәм мендәрҙәр. Йоҡларға теләгән кешегә итеген һәм пальтоһын сисеү ҙә етә!.. Абай булыу өсөн итекте мендәр аҫтына һалалар, ә пальто юрған сифатында файҙаланыла. Былар мине күңел төшөнкөлөгөнә төшөрә, тип уйлай күрмә, ваҡ-төйәккә иғтибар итеп бармайым. Өҫтәл, ҡағыҙ бар - тағы миңә нимә кәрәк? Ултырам да яҙам..."
       Трест управляющийы командировканан ҡайтҡас, Сергей Чекмарев Баймаҡ ит-һөт совхозына, ул элекке Таналыҡ совхозын бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, эшкә йүнәлтмә ала. Сергей Чекмарев ауылда урынлаша. Ул Баймаҡ совхозын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Эш еңелдән булмай, йәшәү ҙә ауыр була. Әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй. Сергей Тоняға яҙған хатында былай ти:
       "... Әлегә Баймаҡ совхозы юҡ. Мин совхозға килгәс, дирекцияға барҙым. Баҡтиһәң, минең путевкала һәм дипломда күрһәтелгән данлыҡлы исемем, - "инженер-малсы" - ныҡ тәьҫир итте... Совхоз лавкаһына "беренсе категориялы белгес булараҡ, биш көнгә етерлек ризыҡ бирергә", тип яҙылған үтенес ҡағыҙы бирҙеләр. Мин ғорур ғына лавкаға атланым. Баҡһаң, миңә бер буханка икмәк һәм бер ҡап махорка тейеш булған. Һәм хәҙер мин буласаҡ совхоздың директоры менән йәшәйем, иҙәндә бергә йоҡлайбыҙ, бергә ҡытлыҡ кисерәбеҙ... Үҙебеҙҙең хужалыҡҡа ҡасан барырбыҙ икән? Беҙ был турала хыялланабыҙ. Унда беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ, ә бында ҡунаҡтар..."
       Бер нисә айҙан һуң, икһеҙ-сикһеҙ Урал аръяғы далаларында урынлашҡан 90 ихатаһы булған ауылдан Мәскәүгә туған-тыумасаһына хат китә: "Бында миңә күңелһеҙ түгел. Май буйынса план беренсе кварталға 290 процентҡа үтәлде, быҙауҙар иҫән-һау... ит һәм бал табылған ерҙә, көтөүлек йөрөгән ерҙә, Баймаҡ янында ағайығыҙ йәшәй, һеҙ быны онотмағыҙ".
       Тоняға яҙған хатынан:
       "Блокнот битенә яҙам. Ғәфү ит, ҡәҙерлем, оҙаҡ ваҡыт яҙа алманым, был көндәрҙә эш күп булды, мин, туп кеүек, атта һикерƒем. Мораҡ ит совхозына мал тапшырҙым. Был яҡшы. Бында эшләргә ауыр бит, мал әҙ булһа - еңел. Мал көтөүе киткән ваҡытты ҡараһаң, көтөү йәл миңә, йөрәк һыҙлап ҡала..."
       Сергей, күрәһең, өйгә һирәк хат яҙғандыр. Ағаһы Анатолий был турала белдергәс, Сергей аҡлана:
       "Ышанаһығыҙмы, бер генә лә ваҡыт юҡ? Ышанмайһығыҙ? Әле иткә мал тапшырам (һеҙгә Мәскәүгә бит) - көн-төн көтөүлектәмен, Богачевкаға ҡайтыуым була, шунда уҡ дирекцияға кәңәшмәгә йәки ултырышҡа саҡыралар. Тамамланыу менән, әйҙә, ат мен дә - тағы көтөүлеккә. Малдарҙы барлау һәм иткә тапшырыу тамамланһа, ҡалған малды ҡышлыҡҡа ҡуясаҡмын, аҙаҡ яҙырмын, әлегә ентекле хат көтмәгеҙ. Миңә бүрек һәм ҡыҫҡа тун ебәрһәгеҙ яҡшы булыр ине. Совхоз ярлы, хатта ондо ла тотҡарлыҡ менән алабыҙ, беҙҙә аттар өсөн йүгән етешмәй..."
       Сергей Чекмаревҡа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итергә ваҡыт åтә. Әммә медкомиссия уны күреү һәләте буйынса яраҡһыҙ тип таба. Әлбиттә, ул бының менән файҙаланып, Мәскәүгә ҡайта ала ине. Әммә ул Башҡортостанда ҡала. Сергей Чекмарев үҙенең ҡарарын шиғыр юлдарында белдерә:
       Áèø éûëëûºòàð áàðàí åðƒœ,
       Áåëœì: áèê êœðœêìåí äàëàà.
       Œãœð õœƒåð óëòûðšàì ìèí ïîåçà,
       Íè áóëûð äàëà ìåíœí óë ñàºòà?
       Þº, áûë ä³ð³¿ áóëìà¿, áœëêè,
       Ìèí, ìîàéûí, áåð àƒ ºàáàðòàìäûð,
       Óë ìèíšåƒ ƒœ éœøœð, -
       Œ ìèí óíšûƒ éœøœé àëìàìäûð.
       Сергей Чекмарев Инәк совхозына тәғәйенләнә. Бында эш етерлек, ул бәхетле. "Мине Мәскәүҙә йәлләгән кешеләр йүләр булғандыр, - тип яҙа ул. - Бына, йәнәһе, кеше юғары уҡыу йортон тамамлаған, юғары белем алған һәм ярым ҡырағай ергә, төпкөл ауылға эшкә бара. Бына, мин ауылда, төпкөлдә - һәм мин ҡәнәғәт. Бында эш ауыр. Ялҡытҡыс булғансы, әйҙә, ауыр булһын! Мин шулай һанайым!"
       Был уның яҙған хаттарынан һаҡланған һуңғы юлдар.
       1933 йылдың 11 майында Сергей Чекмарев үҙәк хужалыҡтан 16 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан фермаға юлға сыға. Ала-Байтал ауылы янындағы Сүрән йылғаһынäа уны¾ Ꜽƒœšåí òàáàëàð.
       Сергей Чекмарев йылғаны кисеп сыҡҡанда һәләк булғанмы? Актив комсомолдың ғүмерен дошман ҡулы өҙгәнме? Уныһы әлегә булһа билдәһеҙ.
       Район үҙәге Иҫәнғолда һәйкәл ҡуйылған. Уның постаментында бындай яҙыу бар: "Башҡортостанда колхоз төҙөлөшө еңеүе өсөн үҙенең ғүмерен биргән шағир-комсомолға". Һәйкәлде скульптор Ғүмәр Мөхәмәтшин эшләгән. Сергей Чекмарев һәләк булған ерҙә иҫтәлекле обелиск ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал