6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Иҫке яңы сәбәп
13.01.09


       Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмай, тиï, þººà ûíà œéтìœãœíäœð èíäå. Айырыуса "Беҙҙең Russia" сериялынан һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрһәң: "Нәҡ беҙ шарапты бармаҡ менән асабыҙ, ә һыраны - ҡабыҙғыс менән, беҙҙең ҡыҙҙар, сүп биҙрәһен сығарыу алдынан, бер сәғәт биҙәнә, беҙ иртә тороу өсөн йоҡлар алдынан ҡарбуз ашарға, фонтанда һыу инергә һәм ҡорма менән һөртөнөргә, телефон һандарын йыйып, аҡса сарыф итмәҫ өсөн, аҙаҡ ташларға уйлап таптыҡ". Һәм, өҫтәүенә, тик беҙҙең илдә генә Иҫке Яңы йыл тигән төшөнсә бар.
       Эйе, Рәсәй халҡы, ысыплап та, Яңы йылды ике тапҡыр билдәләргә күнеккән: рәсми рәүештә 1 ғинуарà ºàðàòà 31 декабрü ò³í³íäœ һәм рәсми булмаған рәүештә 14 ғинуарға ҡарата 13 ғинуар төнөндә. Күптәр өсөн ике байрам да ҙур әһәмиәткә эйә, икеһен дә ҙур ҡолас менән байрам итәләр.
       Шуныһы ҡыҙыҡ, сит ил граждандары был төшөнсәне хатта дөрөҫ тәржемә итә алмай. Нисек инде яңы йыл бер үк ваҡытта иҫке була ала? Улар быны аңлай алмай. Иҫке Яңы йыл - ул шул уҡ байрам, тик иҫке стиль буйынса. Беҙ быны бала саҡтан уҡ беләбеҙ. Һәм беҙҙең менән бергә, Рәсәй халҡы менән, Иҫке Яңы йылды православие христиандары йәшәгән элекке совет республикаларында һәм бер нисә илдәрҙә генә билдәләйҙәр.
       Рәсәйҙә был байрамды билдәләү традицияһы 1918 йылдан һуң йыл иҫәбен алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Юлиан һәм григориан календарҙарының айырымлыҡтары арҡаһында беҙҙә ике Яңы йыл - иҫке һәм яңы стиль буйынса барлыҡҡа килгән.
       Әйткәндәй, Иҫке Яңы йыл православие динендәге кешеләр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сиркәү әлеге ваҡытҡа тиклем юлиан календары буйынса барыуын дауам итә бит. Яңы йыл григориан календары буйынса Раштыуа посы ваҡытына тура килә. Шуға күрә дингә ышаныусылар 31 декабрҙә ысын күңелдән байрам итә алмай. Шуға ла Иҫке Яңы йыл улар өсөн берҙән-бер "ҡотҡарыусы" булып тора. Уларға пост тамаланыу менән туйғансы ашарға рөхсәт ителә бит.
       Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге даими һорау алыуҙар үткәрә. Һуңғы һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең илдә халыҡтың 50-60 процент тирәһе йыл һайын Иҫке Яңы йылды билдәләй. Был һан йыл һайын 1-2 процентҡа арта бара. Өҫтәүенә, был байрамға юғары табышлы, 40 йәштән йәш булған кешеләр әһәмиәт бирә. Сәйер байрамды яратыусыларҙың күп өлөшө Волга буйы һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтарында, Мәскәүҙә һәм халыҡ һаны буйынса уртаса ҡалаларҙа йәшәй.
       Иҫке Яңы йылды нисек билдәләргә һуң? Һеҙҙең был турала уйланғанығыҙ булдымы? Әгәр бындай һорау тыуа ҡалһа, "баш ватыу" кәрәкмәй. Элек ул үҙенсәлекле йолалар булған.
       Хәҙер тормош үҙгәрҙе, һәм байрамдарҙы башҡаса билдәләйҙәр. Шуға күрә был көндө дуҫтарҙы һәм туған-тыумасаларҙы бергә йыйыу, һәм Яңы йылды тағы бер тапҡыр матур итеп билдәләү өсөн бер сәбәп тип ҡабул итергә кәрәк. Әлбиттә, был байрам тыныс үтәсәк. Киләһе көндә беҙҙе эш һәм сираттағы сессия көтә бит.
       Иҫке Яңы йылды күңелле байрам итеү өсөн традицон ҡышҡы мәҙәктәрҙе иҫкә төшөрөү етә: саңғыла һәм санала шыуыу, конькиҙа йөрөү. Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙ менән йыйылһағыҙ, Раштыуанан алып Крещениеға тиклем байрам көндәре тамамланмаған бит, күрәҙәселек итегеҙ. Әгәр яҡындарығыҙҙы һәм туғандарығыҙҙы һөйөндөрөргә теләһәгеҙ, уларға иҫке яңы йыл бүләге әҙерләгеҙ һәм төнөн уны шыршы аҫтына һалығыҙ. Иҫке Яңы йылда ҡәҙерле һәм яратҡан кешеләрегеҙҙе ҡотларға онотмағыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал