6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Одерҙа ҡаты алыш
13.01.09


       1945 йылдың 25 ғинуарында Одер йылғаһы аша сыҡҡан ваҡытта фашистар менән бик ҡаты алыш була. Уҡсылар полкы взвод командиры лейтенант Игнатий Дятлов Польша территорияһында үҙенең һалдаттары менән тәүгеләрҙән булып Одер йылғаһы аша сыҡты. Фашистар көслө артиллерия уты менән уларға ҡамасауларға маташты. Әммә фашистарҙың маташыуҙары бушҡа булды. Дятловсылар немецтарҙың траншеяһына үтеп инде һәм уларҙы ҡулға алды. Гитлерсыларҙың ике ротаһы һөжүмгә ҡаршы барҙы, уларға дүрт танк ярҙам итте. Дошман яғы һандар буйынса өҫтөнлөк итте, әммә яугирҙарыбыҙ немецтарҙың һөжүменә ҡаршы тора алды һәм уларҙың 320 һалдатын һәм офицерын, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән автомашиналарын һәм дүрт пулемет нөктәһен юҡ итте. Шул арала батальондың башҡа подразделениелары Одерҙың көнбайыш ярында плацдарм алды һәм нығынды.
       Рус офицеры Игнатий Дятлов. Кем ул? Дятлов фашистар менән тигеҙ булмаған алышты ҡабул иткән һәм взвод яугирҙары менән дошманды еңә алған.
       Игнатий Семенович Дятлов беҙҙең яҡташыбыҙ. Ул 1925 йылдың 12 ғинуарында Балаҡатай районының Иҫке Балаҡатай ауылында тыуған.
       1945 йылдың 12 ғинуарында Дятлов хеҙмәт иткән уҡсылар полкы һуғышта дошмандарҙы ҡыуып етә. Ул ваҡытта йәш офицер үҙенең тыуған көнө тураһында уйламай. Дятлов Одер ярында дошмандың ҡурғаулау позицияларын асыҡлау буйынса приказ ала. Фашистар разведчиктар төркөмөн таба, ут аса. Был разведчиктарға кәрәк ине - улар үҙҙәренең картаһына ҡурғаулау ҡоролмаларын билдәләне, уларҙан ут яуа ине.
       1945 йылдың 25 ғинуарында 20 йәшлек лейтенант Игнатий Дятлов өсөн хәл иткес сәғәт була. Ул яңы приказ ала - ҡараңғы төшөү менән үҙенең взводы менән Одер йылғаһы аша тәүгеләрҙән булып сығырға. Беҙ яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында бәйән иткәндә һүҙгә һаран булдыҡ шикелле. Ә бына фронтовик журналистар был ваҡиғаны нисек һүрәтләй:
       "Аяҡ аҫтындағы ҡалын булмаған боҙ мина шартлауынан ватыла. Таҡталар менән юл һалырға тура килде, уның буйынса бер-бер артлы яугирҙар йылға аша сыҡты.
       Дошмандың ҡарауылсы төркөмө йылғалағы ҡыҙыу хәрәкәтте шәйләп ҡалды, һәм йылға аша сыға торған һыҙат буйынса бер урынға төбәлгән ут асты. Игнатий Дятлов взвод башында ине. Ул тәүгеләрҙән булып йылғаның икенсе ярына сыҡты, ә уның артынан - бөтә взвод.
       Взвод, немецтарҙың позициялары буйынса ҡаты атыш асып, алға барҙы. Бруствер ҡараңғылана башланы, мәргән ырғытылған гранаталар осто. Траншеялар алынды! Дамба буйынса һалдаттар йүгерә, дошман автомат сираттары менән ҡыйратыла.
       Тере ҡалған фашистар ҡараңғылыҡ аҫтында траншеяның икенсе линияһына йүгерҙе. Ә алдынғы окоптар Дятлов взводына ҡалды.
       Гитлерсылар таң атыу менән өҫтәмә көс һуҙҙы һәм һөжүм итә башланы. Фашистар ҡалған окоптарҙы сикһеҙ күп пулялар менән тултырҙы, беҙҙең яугирҙарҙы һыуға ташларға һәм элекке торошто алырға ашҡынып, дамбаға атлыҡты...
       Взвод яулап алынған плацдармды тәүлек әйләнәһенә тотто. Башҡа подразделениелар килгәс, яугирҙар һуңғы көсөнә алышты.
       Взводтан бер нисә кеше ҡалғайны. Әммә улар үҙҙәренең батырлығы менән полкка көнбайышҡа юл асты..."
       1945 йылдың 10 апрелендә Игнатий Семенович Дятловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Дятловтың һуғышҡа тиклемге бөтә тормошо Балаҡатай районына бәйле. Иҫке Балаҡатай мәктәбендә уҡый. Һуғыш башланғас, атаһын Семен Васильевичты Ҡыҙыл Армия сафына алалар. 16 йәшлек Игнатий атаһы менән хәрби комитетҡа бара. Ул атаһы менән бергә фронтҡа китергә була. Әммә уның теләгенә ҡаршы киләләр, сөнки ул йәш була. 1943 йылдың ғинуарында 18 йәшлек егет барыбер фронтҡа эләгә. Дятлов пехота училищеһыíû¾ òèƒëœòåëãœí курсын тамамлай. I Украина фронты составында Еңеү көнөн ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, капитан Дятлов тыуған яғына ҡайтмай, ә Златоуста, Славут ҡалаһында (Украина), ә аҙаҡ Өфөлә эшләй. Игнатий Семенович 1999 йылдың 31 июлендә вафат була һәм ул башҡорт ерендә - Йоматауҙа ерләнә.
       Балаҡатайҙа Советтар Союзы Геройын онотмайҙар. Район үҙәгендәге урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән. Ул уҡыған Иҫке Балаҡатай мәктәбендә таҡтаташ ҡуйылған.
       Сталинград янында һәләк булған һалдат улының, капитан Игнатий Дятловтың һуғышта үткән юлы бына шундай. Улар икеһе лә Ватаныбыҙҙы һаҡланы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал