6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Киң мәғлүмәт саралары

Рәсәй матбуғаты көнө менән!
13.01.09


       Кешеләр ун көнлөк яңы йыл каникулынан яйлап тынысланырға өлгөрә алманы, сираттағы байрам килеп етте. Беренсенән, 12 ғинуарҙа прокуратура хеҙмәткәрҙәренең байрамы. Икенсенән, 13-өнән 14 ғинуар төнөндә беҙ яңынан Яңы йылды, дөрөҫ, иҫке стиль буйынса ҡаршылай алабыҙ. Өсөнсөнән, 13 ғинуарҙа журналистар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
       Әйткәндәй, журналистар һөнәри байрамдарҙан мәхрүм ителмәгән. Рәсәй матбуғаты көнөнән тыш, журналистар 5 майҙа Совет матбуғаты көнөн билдәләүҙе дауам итә, 14 июнü Башҡортостан Республикаһы Ìатбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Бынан тыш, Халыҡ-ара журналистар берҙәмлеге көнө һәм башҡа байрам даталары бар.
       Журналистар байрамы өсөн áûë көн осраҡлы һайланмаған. 300 йыл элек, 1703 йылдың 13 ғинуарында, Петр I Указы менән "Ведомости" дөйөм Рәсәй гәзитенең беренсе һаны сыға. Ул ваҡытта гәзит "Мәскәү Дәүләтендә һәм тирә-яҡтағы башҡа илдәрҙәге исемгә һәм хөрмәткә лайыҡ булған хәрби һәм башҡа эштәр тураһында ведомостар" тип аталған була. Шул ваҡыттан алып гәзит әле Мәскәүҙә, әле Санкт-Петербургта баҫылған, әммә уның исеме даими үҙгәреп торған: "Ведомостар", "Рәсәй ведомостары", "Мәскәү ведомостары".
       Шуныһы ҡыҙыҡ, быйыл журналистар был байрамды ни бары 17-се тапҡыр билдәләй. 1992 йылда Рәсәй матбуғаты көнөн булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйыла. РФ Президенты элек 5 майҙа билдәләнгән Совет матбуғаты көнөн бөтөрөү өсөн ошондай ҡарар ҡабул итә. 1917 йылдан һуң журналистар үҙҙәренең һөнәри байрамы сифатында "Правда" гәзите сыҡҡан көндө һайланы бит.
       Һуңғы йылдарҙа киң мәғлүмәт саралары эшендә һиҙелерлек үҙгәрештәр булды. Киң мәғлүмәт сараларының һаны, шулай уҡ сифаты артты. Башҡортостанда 800-ҙән ашыу баҫма һәм 200 самаһы киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән. Республиканың Юлдаш телевидениеһы төбәктең бөтә территорияһында тәүлегенә 18 сәғәт эшләй. Башҡортостан матбуғатҡа яҙылыу кампаниялары күрһәткестәре буйынса алдынғы урынды биләй. Республикала ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис гәзиттәр һәм журналдар Рәсәй халыҡтарының алты телендә сыға.
       Матбуғат - йәмғиәт көҙгөһө, йәшәйешебеҙҙең үҙенсәлекле сағылышы. Ғөмүмән, гәзит-журналһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һәр ерҙә халыҡтың "ташҡа баҫылған һүҙҙе көтөп алыуы", яңы баҫмаларҙы теләп уҡыуы һөйөндөрә.
       БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ күрһәткестәренә ҡарағанда, үткән йылда дөйөм тиражы йөҙ миллион дана тәшкил иткән 12 республика, 125 район, ҡала һәм берләштерелгән гәзиттәр һәм дөйөм тиражы 1,4 миллион дана тәшкил иткән 14 республика журналдары баҫылған. "Матбуғат-2008" Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса күп баҫмаларға "Матбуғаттың алтын фонды" Отличие билдәһе бирелгән. Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, был күрһәткестәр кәмемәҫ, ә үҫәсәк, тип өмөтләнәйек.
       Рәсәй матбуғаты көнө алдынан "БАШвестЪ" гәзитендә лә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Хәбәрсе Галина Бахшиева ижади конкурста Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылын яҡтыртыуҙа "Республика гәзиттәре, журналдары, телерадиостудиялары журналистарының иң яҡшы эштәре" номинацияһында өсөнсө урын алды.
       Галина "БАШвестЪ" гәзитендә 2002 йылдың декабренән эшләй. Быға оҡшаш конкурста ул беренсе тапҡыр ҡатнашты.
       - Конкурсҡа Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған мәҡәләләр ебәрҙем. Мин нәҡ ғаилә темаһын яҡтыртам, - ти Галина. - Мин иң яҡшы материалдарҙы һайлап алып, уларҙы конкурсҡа ебәрҙем һәм еңдем!
       Беҙҙең ҡарашҡа, был еңеү лайыҡлы. Кеше үҙенең эшен намыҫ менән башҡарһа, мәҡәлә өсөн геройҙар тапһа һәм һайлаған темаһын еренә еткереп яҡтыртһа, был, һис шикһеҙ, баһаға лайыҡ.
       Әйткәндәй, Галина башҡа еңеүсе-журналистар, шулай уҡ гәзит, журналдар, радио, телеведение вәкилдәре һәм журналистика ветерандары менән бергә Рәсәй матбуғаты көнө байрамына саҡырылған. Журналистар элек үҙҙәренең һөнәри байрамын ябай ғына билдәләй ине. Үткән йылда Матбуғат балында йыйылыу йолаһы барлыҡҡа килде.
       Был юлы тантаналы сара 16 ғинуарҙа, Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Программала - иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, төрлө конкурс еңеүселәрен ҡотлау һәм наградлау. Матбуғат балы сиктәрендә журналистарҙың II үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтәсәк.
       "БАШвестЪ" гәзите үҙ хеҙмәте менән илдең берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеүселәрҙең барыһын да Рәсәй матбуғаты көнө менән ихлас ҡотлай. Уларға ижади илһам, ныҡлы һаулыҡ, һәм, әлбиттә, яңы ижади уңыштар теләй!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал