6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов исемендәге төҙөлөш
13.01.09


       Әлегә Максим Чудов донъя кубогы артынан йүгерә, ә Өфөлә "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексында әүҙем төҙөлөш дауам итә. "Биатлон" комплексы чемпионатҡа әҙерләнә. Максим ошо комплекста тәрбиәләнде. Өфө тәжрибәле спортсыларға түгел, ә йәш биатлонсыларға ла юл аса. Биатлон менән йөҙҙәрсә кеше шөғөлләнә. Өфө үҙәге 26 йәше тулмаған биатлонсыларҙы "Евробиатлон-2009" чемпионатына әҙерләй.
       Максим Чудов был турнирҙа ҡатнашмай. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул йәш буйынса үтмәй. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, биатлон үҙенең популярлығы менән Башҡортостанда кемгә бурыслы булыуын бөтәһе лә белә. Беҙҙә хатта гүзәл заттар йорт эштәрен онота - Максимдың сығыш яһауын ҡарарға йүгерә.
       Кисә "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовты һәм башҡа рәсми кешеләрҙе көткән арала Максим Чудовтың һуңғы уҙышы тураһында һүҙ барҙы:
       - Әгәр ул ике тапҡыр яҙа атмаған булһа, еңер ине!
       - Нисек итеп әйтергә инде - әгәр аҙыраҡ яҙа атһа, ул саҡта лидер төркөмөндә тиҙ йүгерә алмаҫ ине...
       Һүҙ, әлбиттә, масс-старт тураһында барҙы, унда Чудов дүртенсе атыу рубежының һәр береһендә берәрләп яҙа атты, дүртенсе урын алды. Өсәүгә эләкмәне шикелле - һәм был спринтта еңгәндән һуң насар, әммә, икенсе яҡтан, Äонъя Êубогының генераль классификацияһында Чудов өсөнсө урынға күтәрелде. Максим 302 мәрәй йыйҙы. Әлегә поляк Томаш Сикора лидер (364 мәрәй), ул масс-стартты 14-се урында тамамланы. Эмиль Хегле Свендсен икенсе килә (358).
       Сикораның нисә йәштә булыуын иҫәпкә алғанда, ул тиҙҙән артҡа сигенәсәк. Ә бына Чудов "яңы норвег", викинг менән ярыша алырмы һуң? Был ауыр мәсьәлә, миҫал өсөн, шул уҡ һуңғы масс-стартта Свендсен һуңғы арауыҡта Максимды еңел генә уҙып китте.
       Ғөмүмән, Чудовҡа өсөнсө урынды һаҡлауы еңелдән булмаясаҡ. Әлеге ваҡытта бик күп биатлонсылар элитаға тығыла һәм иң юғары урындарға дәғүә итә. Шул уҡ австриялылар, миҫал өсөн, улар Германияла немецтарға ҡарағанда ла яҡшыраҡ сығыш яһай, масс-стартта ла австриялы Кристоф Зуманн еңде.
       Максим Чудов һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыр һәм конкурентлы көрәш уға оҡшай. Шуға күрә артабан да күҙәтәсәкбеҙ - берҙән-бер вәкилебеҙ унда үҙен нисек күрһәтер. Дистанцияла Максимдың уртаса тиҙлеге лайыҡлы булды. Ул норвег Ронни Хафсастан ғына ҡалышты, һәм ошо күрһәткес буйынса икенсе булды.
       Әйткәндәй, Максим Чудов Өфөлә үтәсәк "Евробиатлон-2009" чемпионатында ҡатнашмаһа ла, унда өмөтлө йәш биатлонсылар буласаҡ, улар донъя кубогында насар сығыш яһаманы.
       "Евробиатлон-2009" 26 февралдән 5 мартҡа тиклем үтәсәк. Кисә "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев төҙөлөш эштәре менән танышты.
       Ғинуар һыуыҡтарына ҡарамаҫтан, "Биатлон" комплексында эштәр гөрләй. Әле бында тулыһынса цинк менән ҡапланған 25 метрлыҡ мачта урынлаштырыла (улары бөтәһе 12 дана буласаҡ). Беҙ әлегә уларҙың икеһен генә күрҙек. 1200 киловатҡа иҫәпләнгән икенсе бәләкәй станция төҙөлөшө дауам итә, ул ошо вышкаларҙы энергия менән тәьмин итәсәк. Мәғлүм булыуынса, биатлон өсөн яҡтыртыу үтә мөһим. Әгәр яҡтыртыу юғары кимәлдә булһа, ул ваҡытта киске стартты ла проблемаһыҙ үткәреп була. Өфөлә бөтә трасса һәм атыу урыны мотлаҡ рәүештә яҡтыртыласаҡ.
       Мортаза Рәхимов һәм Раил Сарбаев спортсылар өсөн саңғылар әҙерләү үҙәге урынлашасаҡ корпусты ҡараны. Унда биҙәү эштәре бара, йылылыҡ эшләй, ҡеүәтле вентиляция системаһы ла ҡуйылған.
       "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексының төп бинаһында ла реконструкция бара. Бында иҙәнгә яңы плитка түшәлә, элекке спорт залы ашханаға үҙгәртеп төҙөкләндерелә.
       "Биатлон" комплексында телекамералар өсөн майҙансыҡтар, трасса аша сығыу өсөн күперҙәр төҙөлгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Өфөлә биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионатын ҡарарға килеүселәр үкенмәйәсәк.
       Һуңғы айҙа ашығырға тура килһә лә, әммә, ғәҙәттәгесә, чемпионатҡа бөтәһе лә әҙер буласаҡ. Ә беҙ "Евробиатлон-2009" чемпионатына әҙерлек барышыí күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал