6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тормош ваҡиғалары

Изге кешеләр күп ул
12.01.09


       Кешенең кәйефен ҡырыу өсөн күп кәрәкме? Эшкә барған юлда автобуста кемдеңдер тупаҫ һүҙҙәр әйтеүе, һөт ризыҡтары һатылған ерҙә һатыусының урынында булмауы, әхирәтеңә Яңы йылды кем менән ҡаршылаясағың тураһында хәбәр итмәүең, коллегаңдың һинең менән сәйер генә иҫәнләшеүе, иптәшеңдең һүҙендә тормауы - һәм бына былар һинең күңелеңде төшөрә. Бындай õœë㜠тарыһаң, кәйефте нисек күтәрергә һуң? Мин күптән инде үҙем өсөн ысул уйлап таптым. Бәлки, уйлап тапмағанмындыр ҙа, ә "Карнавал төнө"нән боронғо изге кәңәште файҙаландым. Беренсеһе: "Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ, яҡшы кешеләр күп ул". Яҡшы кешеләрҙән тыш, миңә кешеләрсә изгелек ҡылыусы, эскерһеҙ ярҙам итеүсе заттарҙы иҫкә төшөрәм. Улар күп түгел. Шуның береһе студент йылдарында булды.
       Беҙ Белорет районында фольклор экспецияһында булдыҡ. Етәксе беҙҙе ике төркөмгә бүлде һәм беҙҙең төркөмдө әкиәт, риүәйәттәр, йырҙар һәм таҡмаҡтар йыйыу маҡсаты менән Туҡан һәм Егәҙе ауылдарына ебәрҙе. Белореттан Туҡанға тиклем тар колеялы ыҡсым поезда проблемаһыҙ килеп еттек. Егәҙегә бер көн йәйәү барҙыҡ - ул алыҫ түгел, ундағы матурлыҡ... Башҡа төркөмгә ҡушылыу өсөн Үрге Әүжәнгә барырға ваҡыт еткәс, уҡытыусы вәғәҙә иткән машинаны көтөп ала алманыҡ. Юлда бер машина ла осраманы, шуға күрә йәйәү барырға ҡарар иттек. Ә был ара карта буйынса 40 саҡрым самаһы ине, юл боролмалары, үткәүелгә менеүҙәр һәм төшөүҙәр менән бергә - әлбиттә, күберәк.
       Курсташтарымдың береһе, Роза, шәп йөрөүсе булып сыҡты - бер километр ҙа үтмәнек, ә ул беҙҙе бер ни тиклем артта ҡалдырып, алда бара ине. Ә мин уны ҡыуа төштөм - унан ҡалышаһы килмәне, һәм беҙ тиҙҙән юлдаштарҙан айырылдыҡ, әлбиттә, улар беҙҙе күҙҙән юғалтты.
       Урындағылар беҙгә юл күрһәтте, улар Әүжәнгә тиклем бер яҡҡа ла боролмаҫҡа ҡушты. Әммә юлыбыҙҙа беҙгә бер юл саты осраны. Беҙ Роза менән ҡайһы яҡҡа бараһы тураһында егеттәргә билдә ҡалдырып, артабан атланыҡ. Бер нисә сәғәттән һуң беренсе ауыл күренде. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Июль, эҫе, үкенескә ҡаршы, юл буйында бер генә лә йылға осраманы. Бәләкәй флягаға һалып алған һыуҙың бер тамсыһы ла ҡалманы. Ауылға инһәк, иптәштәрҙе көткән арала һыу һорап, һәм бер аҙ ял итеп алып була. Беренсе ихатаға индек, һыу һораныҡ. Беҙҙе шунда уҡ йортҡа саҡырҙылар, өҫтәл артына ултырттылар, һәм тәмле бәлеш менән сәй эсерҙеләр. Өфө, айырыуса Мәжит Ғафури музейы тураһында ентекләп һораштылар - баҡһаң, хужалар халыҡ шағирына алыҫ туған икән.
       Беҙ егеттәрҙе көтөп ала алмағас, улар беҙ ҡалдырған билдәне күрмәгән (егеттәр юл сатынан икенсе яҡҡа боролған), юлыбыҙҙы дауам итергә булдыҡ. Беҙгә хужалар юлға бәлеш, бер шешә һөт, шырпы бирҙе. Ауылды сыҡҡан ваҡытта күрәбеҙ - бер ҡатын биҙрәләр менән юлда тора.
       - Минең биҙрәләрем буш, - ти ул, - ә һеҙҙең юл алыҫ. Хәйерле юл!
       Үкенесле, изге кешеләре булған ауыл исемен онотҡанмын. Әммә карта буйынса фекер йөрөткәндә, ул Исмаҡай шикелле.
       Хужалар юлға биргән ризыҡты ашаныҡ. Ҡараңғы төштө. Үргә Әүжән ауылына бер нисә километр ҡалды. Беҙ төнгөлөккә урманда ҡалырға, усаҡ яғырға булдыҡ.
       Миңә Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә күп тиражлы гәзиттә хәбәрсе булып эшләргә тура килде. Мине Волга автозаводы төҙөлөшөндә студент отряды тураһында яҙыу маҡсаты менән Куйбышев өлкәһенә командировкаға ебәрҙеләр. Новокуйбышевтан урынға тиклем юлда осраған машина менән барып була ине. Мин юлға сыҡҡанда ҡараңғы төшкәйне. Бер йөк машинаһына ҡул күтәрҙем, шофер тормозға баҫты, әммә туҡтаманы, сөнки уның кабинаһында ике пассажир бар ине. Кабинаһындағы утты ҡабыҙып, мине ултырта алмаясағын белдерҙе. Миңә күңелле булып китте, сөнки водитель минең эргәмдән вайымһыҙ үтмәне. Ғәжәйеп, быға оҡшаш тарихты мин командировкаға тиклем радио аша ишеткәйнем. Моғайын, теге шофер ҙа ишеткәндер. Бәлки, был тарих уның тураһында булғандыр.
       Мин беренсе тапҡыр үҙ машинамда Салауат ҡалаһына барҙым. Кискә табан юлға сыҡтым. Мин, ул ваҡытта башлап машина йөрөтөүсе булараҡ, приборҙарға иғтибар бирмәй инем. Иғтибар биргән булһам, аккумуляторҙың юл буйынса зарядһыҙланыуы булмаҫ ине. Ҡыҫҡаһы, генератор бушҡа әйләнгән. Көн яҡтылығында бөтәһе лә һәйбәт ине, әммә фараларҙы яндырып бер ни тиклем үтеү менән двигатель һүнә башланы. Растянучка ауылынан һуң, Ырымбур трассаһынан Салауатҡа боролмала, бөтөнләй һүнде.
       Ул ваҡытта миңә бер нисә водитель ярҙам күрһәтте. Кемдер двигателде ҡараны, кемеһелер буксирға алды һәм тимер юлына тиклем һөйрәп алып барҙы. Аҙаҡ "пазик" шоферы Ишембай боролмаһына тиклем һөйрәп алып барҙы. "Салауатнефтеоргсинтез"ға юлланған "Волга" водителе мине предприятие боролмаһына тиклем алды. Төнгө өс ине, мин ошонда ҡунырға әҙерләндем. Ҡапыл алдыма ГАИ машинаһы килеп туҡтаны. Инспекторҙар хәл-әхүәлде һорашты, моторҙы ҡараны. Улар минән трос алäû һәм ìèíå¾ ìàøèíàíû ҡәйнә йәшәгән йорттоң ихатаһына тиклем š³éðœòåï àëûï áàðƒû. Мин күрһәткән ярҙам өсөн түләргә булдым, әммә минән бер кем бер тин дә алманы.
       Күптән түгел, ниндәйҙер тантаналар көнөндә, Телеүҙәк районынан бик күп маршрутты алдылар. Мин ошо районда йәшәйем. Эшкә барырға кәрәк. Мин кәрәкле маршрутты көтөп торманым, күҙгә салынған беренсе "пазикка" ултырҙым. Башта берҙән-бер пассажир булдым. Водитель менән һөйләшеп килдем. Маршрутты алғас, кешеләргә уңайһыҙ булыуын белдерҙем. Водитель ҡайҙа барыуымды һорашты. Ул минең хәлемә керҙе һәм маршрутын үҙгәртте, һәм эшемә ике квартал ҡала, мине төшөрөп ҡалдырҙы.
       Изге кешеләр бар ул. Улар берәү-икәү генә түгел. Арабыҙҙа кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыусылар, изгелек ҡылыусылар бар. Изге эш бер ҡасан да онотолмай ул. Уны күптәр күңелендә һаҡлай. Шуға күрә, әгәр берәйһе осраҡлы рәүештә кәйефегеҙҙе төшөрә ҡалһа, изге кешеләрҙең һеҙгә күрһәткән ярҙамын онотмағыҙ - беләм, еңел буласаҡ.

Владислав Ҡадиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал