6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Металлург", ул түгел шул
12.01.09


       "Салауат Юлаев"тың хоккей чемпиондары лигаһында еңелгәндән һуң матчтары ҡыуандырмай тиһәк тә була, хатта еңеүҙәр ҙә нисектер төҫһөҙ күренә. Үҙ боҙонда принципиаль дәғүәсенән еңелеүе донъяны көл төҫөнә мансығандай булды, хоккей тормошон тар һәм үтә көйөнөслө хәтирәләр кимәленә тиклем сикләне. Хатта киләсәк чемпионлыҡ мөмкинлеге, әгәр ул, әлбиттә, булһа, Европа уңышһыҙлығының насар тәме менән буласаҡ.
       "Салауат Юлаев" үҙ майҙанында "Металлург" (Новокузнецк) менән осрашты, өфөләр 3:1 иҫәбе менән еңде. Юлаевсылар КХЛ-да йөҙөнсө мәрәйгә өлгәште. Әлбиттә, турнирҙа "Салауат Юлаев"ты беренсе урындан шылдырыу ауыр буласаҡ. Был мотлаҡ еңә торған "Металлург" түгел ине шул.
       Новокузнецк командаһына ҡаршы уйынды яҡшы тип әйтеп булмай. "Юлаевсылар" иҫәпте 15:0 иткән хәлдә лә, был ҡыуандырмаҫ ине. Әлеге һөҙөмтәлелек менән ниндәй ике урынлы һандар ти? Минең бер коллегам көсһөҙ "юлаевсылар"ҙың уйынын күҙәтеү ғазаптарына түҙә алманы һәм баш тренер Сергей Михалевҡа һорау бирҙе:
       - Һөжүм итеүселәр ҡасан шайба индерә башлаясаҡ?
       - Хәҙер мин эргәләренә барып һорайым, - тип яуап бирҙе остаз. - Дөрөҫ һорау бирелде - һуңғы матчтарҙа һөжүм итеүселәр шайба индермәй башланы...
       Ғәҙеллек өсөн әйтергә кәрәк, "юлаевсылар" "Металлург" ҡапҡаһына индергән өс шайбаның икенсеһе барыбер форвард исеменә яҙылды бит. Икенсе осорҙа, күпселектә һаҡсы Виталий Прошкин шайбаны тапшырғандан һуң ул юл буйынса үҙәк һөжүм итеүсе Алексей Терещенкоға тейеп үтте...
       Беренсе голды шулай уҡ күпселектә индерҙеләр. "Металлург" хоккейсыһы Дмитрий Гусев ике тапҡыр аяныслы уйнаны, һөҙөмтәлә дүрт минутлыҡ штраф алды. "Юлаевсылар" уның уйындан алыныуын файҙаланды, Сергей Климентьев беренсеһе өсөн яза бирҙе.
       Новокузнецк хоккейсылары, ике тапҡыр тибелгәндән һуң, үҙҙәренең ҡапҡаһына аҙыраҡ һыйынды һәм күберәк һөжүм итә башланы. Һөҙөмтәлә "Металлург" командаһы шуның менән айырылды, улар аҙсылыҡта беҙҙең ҡапҡа артында ҡыҙыл ут ҡабыҙҙы. Олег Твердовский, ҡапҡаға осоп килгән шайбаның йүнәлешен үҙгәртеп, голкипер Вадим Тарасовты ҡотҡарғандай булды, әммә Рихард Капуш шайбаны эләктереп алды, ә Марат Давыдов уны ҡапҡаға индерҙе.
       Осрашыу аҙағына тиклем 2:1 иҫәбе "юлаевсылар" файҙаһына булды. "Металлург" майҙанға алтынсы уйынсыһын сығарғас, Виталий Прошкин ҡунаҡ ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут ҡабыҙҙы, 3:1.
       "Салауат Юлаев"тың киләһе матчы 13 ғинуарҙа була. Өфөгә Силәбенең "Трактор"ы килә. Әммә "юлаевсылар"ҙың ҡайһы бер уйынсылары үҙ командаһының ике матч араһында уйнарға ла өлгөрҙө. Алексей Терещенко, Александр Радулов, Виталий Прошкин һәм Александр Еременко Континенталь хоккей лигаһының йондоҙҙар матчында ҡатнашты. Улар Вячеслав Быков, Игорь Захаркин һәм Сергей Михалев етәкселегендә "Яшин командаһы" өсөн уйнаны. Улар 6:7 иҫәбе менән легионерҙарҙан, "Ягр командаһы"нан, еңелде.
       Йондоҙҙар матчы Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үтте. Ул көндө һауа температураһы 15 градус һалҡынды күрһәтә ине. Рәсәйлеләр хоккей конкурстарында 6:2 иҫәбе менән ышаныслы еңде, әммә уларҙың күбеһенең объективлығы яҡшыны теләй. Матчта "юлаевсылар"ҙың береһе лә индерелгән шайба менән айырылманы, Александр Радулов буллитты файҙаланды, иҫәпте 6:5 яһаны.
       КХЛ-да был уйын өсөн бөтәһе лә аҡыл менән эшләнгән кеүек, әммә дәғүәләр етерлек. Беренсе ҙур дәғүә - һайлап алыу ғәҙеллегенә. Бер нисә уйынсы, стартты билдәләгән бишәү һәм төп ҡапҡа һаҡсылары буйынса көйәрмәндәрҙең тауыш биреү аҙағында, "¼ëñœìäœ" өҫтәлде, ә башҡалар, ярашлы рәүештә, ҡыҫылырға мәжбүр булды.
       Стартты билдәләгән икенсе бишәүҙе КХЛ һорауында ҡатнашыусы журналистар һайланы. Шуныһы ҡыҙыҡ, Өфө коллегаларынан береһе лә тауыш бирмәгән, хатта КХЛ сайтында эшләгән журналистан бер ниҙә һорамаған. Күрәһең, төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре беҙҙең лига өсөн икенсе сорттыр инде.
       Һөҙөмтәлә, миҫал өсөн, көйәрмәндәр тауыш биреү өсөн Олег Твердовскийҙың төп исемлектә булмауы үкенесле булды. Александр Пережогин эләкмәне, ә ул Рәсәйҙең иң яҡшы снайперы бит.
       Ни өсөн аҡыл менән эшләнмәгән, НХЛ-дағы кеүек, - өс ҡапҡа һаҡсыһы плюс тулы звенолар? Ни өсөн һәр командала һаҡсылар бишәү генә һәм бары 10 һөжүм итеүсе? Һигеҙәр һәм ун икешәр яһаһалар була бит - тулы дүрт состав. Шул хәтле йондоҙ борт артында ҡалды бит.
       Трансляция - ҡот осорғос. Канал, уға беҙҙең лига хоҡуҡ биргән, уйынды тик яҙмала төнөн күрһәтте.
       Ҡыҫҡаһы, Александр Медведев әфәнде, беренсе йондоҙҙар матчына уйынсыларҙы һайлап алыуҙа һеҙгә һәм һеҙҙең лигаға икеле билдәһе - һәм, әйҙә, туған-тыумасалар көндәлеккә ҡул ҡуйһын!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал