6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Сәпкә тейҙереүсе
12.01.09


       "Салауат Юлаев" хоккей командаһының билдәле көйәрмәне Максим Чудов, ул Өфө исеменән сығыш яһай, хоккейсыларға сәпкә тейҙереү кәрәклеген күрһәтте. Максим Оберхофта спринтта ышаныслы еңеү яуланы. Быға тиклем Макс эстафетала ҡатнашты, бында ла уға ҡарата етди дәғүәләр булманы. Рәсәй биатлонсылары "көмөш" яуланы.
       Мәрәйле зонаға шулай уҡ Дмитрий Ярошенко (алтынсы), Андрей Маковеев (ун беренсе) һәм Николай Круглов (29-сы) эләкте. Евгений Устюгов 44-се булды, Максим Чудов - 49, Антон Шипулин - 73. Рәсәй ирҙәр йыйылмаһының өлкән тренеры Владимир Аликин спринт уҙышында тәрбиәләнеүселәренең сығышын баһаланы:
       - Минең өсөн егеттәрҙең Яңы йылдан һуң Äонъя Êубогының өс этабында сығышы - ул, иң элек, донъя чемпионатына әҙерләнеү алдынан уларҙың хәлен тикшереү. Йүнәлеш, дөрөҫөн әйткәндә, шундай: тағы бер уҙыш үтте - Аллаға шөкөр. Был, әлбиттә, миңә һөҙөмтә мөһим түгел тигәнде аңлатмай, хәҙер мин, актуаль күрһәткестәргә ҡарағанда, башҡа фекерҙәргә таянып эш итәм. Әлеге ваҡытта, әлбиттә, Максим Чудов үҙенең яҡшы формаһына яҡыныраҡ. Декабрҙә һуңғы йүгереүҙә уның булмауы һиҙелде, әммә был проблема Рамзауға яҡшы әҙерләнеү арҡаһында хәл ителде. Был миҙгелдә ышаныслы йүгереүгә уның өсөн традицион тотороҡло атыуҙы өҫтәгеҙ - бына был еңеү рецепты.
       "Салауат Юлаев"тың хоккей чемпиондары лигаһынан төшөп ҡалыуы óéûíñûë Чудовты әрнеттеме, әллә Австриялағы әҙерлек сағылдымы (беҙҙең спортсыларҙы Яңы йылға ебәрмәнеләр, улар унда күнекмә үткәрҙе), әммә Макс, "Өфөнө ҡуҙға баҫтырҙы", тип әйтергә кәрәк. Әгәр ул шулай дауам итһә, Äонъя Êубогына дәғүә итә аласаҡ. Еңеүсе үҙе былай ти:
       - Мин үҙемдең сығышым менән ҡәнәғәт. Уҙышҡа мин асыу менән киттем, етди рәүештә һөҙөмтәгә ниәтләндем, һәм быға ла сәбәптәр бар. Шуны әйтер инем, әлегә форма пигына етмәгәнмен. 90 процентҡа әҙермен, ә 10 процентты өҫтәй алам. Пикка яҡынлашыуымды һиҙәм. Һәм хәҙер был форманы оҙағыраҡ һаҡлау тураһында уйларға кәрәк. Бындай трасса, бындағы кеүек, нәҡ минең өсөн - миңә ауыр шарттарҙа йыйыныу ҙа, һәм көс һынашыу ҙа һәр ваҡыт еңел бирелә. Трасса рельефы буйынса ауыр, бында саңғы ла ауыр шыуа. Башынан аҙағына тиклем түҙергә кәрәк. Кем түҙемле, шул яҡшы һөҙөмтә күрһәтә лә инде...
       Оберхофта киләһе уҙыш - масс-старт. Максим Чудов юғары бишенсе һаны менән старт ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал