6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Рәшит Шәкүр, һеҙҙе нисек ололарға?
11.01.09


       Миңә Рәшит Закир улы Шәкүров менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләргә тура килде. Уны белеүемә 35 йыл тиһәм хата булмаҫ. Бөгөн, уның тыуған көнөндә, юбиляр тураһында бер нисә һүҙ әйтергә булдым. Һәм мин шикләнеп ҡалдым. Рәшит Шәкүр, һине кем тип атарға?
       "Башҡортостан" ҡыҫҡаса энциклопедияла Рәшит Шәкүр тураһында шағир һәм журналист, тел белгесе һәм әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм сәнғәт белгесе тиелә. Бында башҡа һүҙҙәр өҫтәргә йәки алып ташларға ауыр, сөнки "Энциклопедия" уның етәкселегендә барлыҡҡа килде. Әммә ваҡыт бара бит. Һәм хәҙер Рәшит Шәкүр (уның псевдонимы шулай) филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылр союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты ул. Һәм тағы ла һуңғы яңылыҡтарҙың береһе: Башҡорòостан Республикаһының Дәүләт гимны тексы авторҙарының береһе.
       Хәҙер һеҙ ҙә, моғайын, уйға ҡалырһығыҙ: Рәшит Шәкүрҙе нисек ололарға һуң? Бәлки, ул лайыҡ булған бөтә исемде һәм наградаларын һанарға кәрәктер... Ул быға лайыҡ.
       Рәшит Шәкүр (Рәшит Закир улы Шәкүров) 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман ауылында тыуған. Ул ваҡытта республикала нефтселәргә һәм нефть эшкәртеүселәргә хөрмәт менән ҡарағандар. Шуға күрә Рәшит Шәкүр ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Октябрьский нефть техникумына уҡырға инә. Армияға тиклем "Әлмәт-нефть" нефть-газ-һыу табыу идаралығында эшләй. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.
       "Совет Башҡортостаны" гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. Унда Рәшит Шәкүр журналист оҫталығы нескәлектәренә төшөнә, "гәзит битендә баҫыласаҡ бер нисә юллыҡ мәҡәлә хаҡына" ҙур араларҙы үтергә әҙер була. Ул һәр нәмәнең асылына төшөнөргә ынтыла. Рәшит Шәкүрҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына килеүе осраҡлы түгел. Ул бында "Йөрәгемдә ҡояш" тип аталған беренсе йыйынтығы менән килә. Аҙаҡ Рәшит Шәкүр "Йылдарым, далаларым", "Заманалар юлында", "Сал дала - бишегем" тигән шиғырҙар китабын бер-бер артлы сығара.
       Автор үҙенең китаптарында башҡорт халҡы, тыуған яғының героик үткәне менән ғорурлана. Уның шиғырҙары изгелеккә өндәй. Ðœøèò Øœê¼ð ¼ƒåíå¾ áåð øèûðûíäà áûëàé ÿƒà:
       Éœéœ šœì áîðîíî éûð - àòà áàáàëàðƒû¾ á¼ëœãå;
       Óë ýëåê-ýëåêòœí ¼ê àëà ò³áœëãœí.
       Áåéåê òàóƒàí àëà àà šûó,
       Óðàó þë äà á僃å àëà œéƒœé.
       £ƒ âëàñûí ê³ñëœï òàà òèƒëåê òèãœíäœðå... Óë
       Á³òœ äîíúÿ ìåíœí èäàðà èòœ.
       Šœì ìèí òûéûëûšûƒ òèƒ àòûìäû¾ é¼ãœíåí òîòîï,
       Éîíäàð ºàðøûšûíà ûíòûëàìûí.
       Рәшит Шәкүр Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына 1972 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтын тамамлағандан һуң килә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1972 йылдан 1977 йылға тиклем һәм 1984 йылдан 1995 йылға тиклем эшләй. Бында ғилми хеҙмәткәрҙең, ә аҙаҡ бүлек мөдиренең ижади һәләте тулы көсөнә асыла. Ул фәндең төрлө өлкәләренә юл һала. Фәндә топонимика тигән йүнәлеш бар. Ул географик атамаларҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнә.
       Бер ваҡыт Әлшәй районында командировкала булырға тура килде. Мин ошо форсаттан файҙаланып, Рәшит Шәкүрҙән топонимика тураһында ентекләберәк һораштым.
       Был райондың ғәжәйеп тәбиғәте һәм тарихы бар. Бында ҡымыҙ эсергә Чехов юҡҡа ғына килмәгәндер бит. Төйлән йылғаһы буйында йәйләүҙә булған Туҡай (áàøºîðò) янында Ленин революционерҙар менән осрашҡан. Беҙ ҡыр станында колхозсылар алдында әңгәмә менән сығыш яһаныҡ. Шул саҡта Рәшит Шәкүр райондың географик атамалары тураһында һөйләне. Ул үҙенең мәғлүмәте менән күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Аҙаҡ "Географик атамалар буйлап" тигән йыйынтыҡ нәшер ителде. Ул Көньяҡ Урал алды - Дим бассейны территорияһы топонимияһын тикшереүгә арналды. Уның нигеҙендә - бай фактик материалдар. Автор уларҙы райондар буйынса йөрөгәндә алтын бөртөгөндәй йыйған. Унда башҡорттарҙың тарихы һәм фольклоры, география һәм этнография буйынса документаль сығанаҡтар файҙаланылған. "Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге" уның ҡатнашлығында донъя күрҙе.
       Рәшит Закир улы аҙ һүҙле, тыныс кеше. Элекке сәфәр барышында республиканың талантлы кешеләре тураһында бәйән итте. Тиҙҙән уның "Сыңрау торналар иле" тигән китабы нәшер ителде. Был китап республикала үҙенең ижады менән вокал һәм музыка сәнғәтен үҫтереүселәр, башҡорт төйәге ынйыларын йыйыусылар тураһында һөйләй.
       Китапта йырсылар (Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Булат Еникеев), композиторҙар (Хөсәйен Әхмәтов, Ишмулла Дилмөхәмәтов) фольклор йыйыусылар (Мөхәмәтша Буранғолов, Кәрим Диәров), музыканттар (Йомабай Иҫәнбаев, Рәхмәтулла Бүләкәнов) тураһында бәйән ителә. Улар күп. Рәшит Шәкүр уларҙың күбеһе менән таныш булған. Был китап рус телендә донъя күрһә ине. Әммә был авторҙан ғына тормай шул.
       Рәшит Закир улы башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә юғары квалификациялы белгес һанала. Ул институтта эшләгән йылдарҙа 6 томлы "Башҡорт әҙәбиәте тарихы"н әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты, бер томдың яуаплы редакторы булды.
       Рәшит Шәкүрҙең ғилми хеҙмәттәре күп. Уның башҡорт мәғрифәтсеһенә арналған "Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла. Тормошо. Ижады. Донъяға ҡараш" тигән монографияһы юғары баһаланды.
       Рәшит Шәкүр Башҡортостанда энциклопедик әҙәбиәт булдырыу буйынса эште ойоштороусыларҙың береһе булып тора. 1991 йылдың майында башҡорт энциклопедияһының тәүгеләрҙән булдырылған төркөмө менән етәкселек итә. Ҙур эш һөҙөмтәһендә коллектив "Башҡортостан" тигән ҡыҫҡаса энциклопедияны әҙерләй һәм нәшер итә. Ул ваҡытта илдең башҡа төбәктәрендә бындай ҙур эш булмай. 1997 йылдың 28 ғинуарында Рәшит Шәкүр миңә Ҡыҫҡаса энциклопедияны автограф менән бүләк итте. Ул миңә һәр саҡ эштә даими ярҙам итә, әммә ундағы мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу урынлы булыр ине.
       Рәшит Закир улы бөгөнгө көндә уҡытыусы эше менән мәшғүл. Уның киләсәккә пландары бар. Төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, изге пландарҙың тормошҡа ашыуын теләйек.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал