6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Ðәссам-дизайнер һәм мультиïëèêàòîð
11.01.09


       - Актерҙарҙы аңлауы ауыр, - ти рәссам-дизайнер һәм мультипликатор Александр Мичурин. - Улар ҡасан уйнай, ә ҡасан - юҡ, төшөнөп булмай. Александр Мичурин билдәле автор, ул үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡара.
       Александрҙың үҙен, характерына ҡарап, "уйнаусы кеше" тиҙәр. Ул талантлы, сәхнәлә - гитарала йәки флейтала уйнай. Мичурин тормошта ихлас күңелле, аҡыллы һәм кешелекле ул. Ул үҙе тураһында һөйләй, мөләйем йылмая, "Үрмәксе", "Телескоптар" һәм башҡа йырҙарын инәлтеп тормай ихлас башҡара.
       - Минең йыр ижад итәсәгемә ата-әсәйем оҙаҡ ваҡыт ышанманы, - ти Александр. - Бәлки, улар үҙҙәрен һәм балаларын ябай кешеләр тип һанағандыр, һәм уларҙың ышанмауы минең үҙ үҙемде баһалауыма тәьҫир итте. Мин ижад иткән йырҙар дуҫтарыма оҡшаны. Тағы ла кемдеңдер күңеленә хуш килер тигән уй башымда ла булманы. "Телескоптар" тигән йыр яҙыу теләге төшөмдә булды. Мин уянып киттем, һәм уны яҙҙым. Ата-әсәйгә күрһәткәс, был йырҙы һин радио аша төш³¾äœ ишеттең һәм аңлы рәүештә үҙеңдеке итеп ҡабул итәһең, тип ҡарар итте. Мин үҙем дә авторлыҡта шикләнә башланым. Йырҙы дискыға яҙҙырҙым, радиоға алып барҙым. "Телескоптар" беренсе тапҡыр эфирҙа яңғырағас, өйгә шылтыраттым, ә әсәйем миңә: "Мин әйттем бит!" òèíå. Мин шул ваҡыттан алып төштәргә иғтибар итә башланым.
       Александр Мичурин музыкаль белемгә эйә. Ул флейта класы буйынса Салауат музыка училищеһын тамамлаған. Мичурин дүрт йыл тик музыка менән генә шөғөлләнгән. Ул ваҡытта "Трям" төркөмө барлыҡҡа килә. Уның составына Сергей Пронин, Валерий Силин һәм Марс Дәүләтбаев ингән. Башта тубала Виталий Татарлы уйнаған, ул коллективҡа исем биргән. Гастролдәр яңғыҙ сығыштар менән бергә үткән. Шул ваҡытта Мичурин ниндәйҙер кимәлдә танылыу яулай.
       Александр Мичурин училищены тамамлағандан һуң Алма-Атаға бара һәм "Ҡаҙаҡфильм" студияһына рәссам-мультипликаторлыҡҡа уҡырға инә. Унда алынған диплом "Башҡортостан" киностудияһында эшләү дәүерендә ярҙам итә. Өс йылдан һуң "Үрмәксе" тигән йәнһүрәт барлыҡҡа килә.
       - Мин уның мәғәнәһен ижад иткәндән һуң аңланым, - ти автор. - Ул йорт, ныҡлы ғаилә, мөхәббәт тураһында тарих, мин быны күптәргә аңлаттым. "Үрмәксе" мультклип булараҡ шунда уҡ Мәскәү каталогына эләкте. Уны урындағы, шулай уҡ үҙәк телевидение йыш күрһәтте. "Башҡортостан" киностудияһында бер нисә йәнһүрәт эшләнелде, шулай уҡ "Тряма" йырына "Колобок". Тағы бер күләмле проект финанстың булмауы арҡаһында үҫмәй ҡалды, һәм мин киностудиянан китергә булдым.
       Әммә Александр юғалып ҡалмаған - рәссамдар һәр саҡ кәрәк. Ул компьютерға ултыра, бер нисә графика программаларын үҙләштерә - һәм уның эше көйләнә: интерьер, фасадтар дизайны, буклеттар һәм башҡалар.
       Александр Мичурин "Трям" төркөмө менән, ул Салауатта ҡала, Өфөлә, Нефтекамала, Пущинола һәм Грушин фестивалендә концерт менән сығыш яһай.
       - Беҙҙең төркөм бөтә йәштәге көрсөк аша үтте, өс йыл элек беҙ 20 йыллығыбыҙҙы билдәләнек. 2008 йылдың 24 декабрендә Илшат Ғүмәр улы Теләшевтың "Ала ҡарға" автор йыры клубында һуңғы концерт булды. Быны маскарад костюмлы карнавал концерты тиһәң дә була. Коллективта ҡатнашыусыларға 40 йәш, әммә "Үрмәксе", "Телескоптар", "Ике музыкант", "Гном-танау" кеүек йырҙар бөтә күңелдән ҡабул ителә. Концертҡа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа килә. Шуныһы үкенесле, "Трям" ғына үҫә алманы. Нәмәлер юҡҡа сыҡты, яңы бер нәмә лә барлыҡҡа килмәне.
       Шуға ҡарамаҫтан Александр Мичуриндың дүрт альбомында ла уның бөтә ышанысы һәм өмөттәре тулыһынса сағылған тиерлек. Уларҙың һәр береһендә мистик тарих ята.
       - 1992 йыл. Мин гитара менән урам буйлам киләм. Эргәмә "Волга" автомобиле килеп туҡтай, унан йәш кеше сыға һәм миңә: "Дискы яҙҙыраһың киләме?" ти. "Эйе" тип яуап бирҙем. Был Александр Хәкимов ине, һәм ун көндән һуң "Радио-2" студияһында тауыш режиссеры Нариман Красненковта "Эйе-эйе, инегеҙ!" тип исемләнгән альбом яҙылды. Был иҫәп буйынса икенсе диск ине. Беренсеһе, "Трям", Салауатта уҡ яҙылғайны. Ә өсөнсөһөн "Росстань" клубы етәксеһе Алексей Алликас заказы буйынса эшләнем. Ул Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр менән роль уйындары менән шөғөлләнә. 1992 йылда роль уйындары Толкиен буйынса булды. Миңә уның әҫәрҙәренең өс томын тапшырҙылар, мин уларҙы бер аҙна эсендә тигәндәй уҡып сыҡтым. Алексей йотлоғоп уҡыуымды күргәс, Толкиен тәржемәләренең бер өйөмөн уҡырға бирҙе. Шул ваҡытта мин рәттән туғыҙ әйбер яҙҙым. Ике аҙнанан һуң беҙ Геннадий Валявин, Алексей Алликас һәм Лена Сорокина менән бергә "Ал китап йырҙары" тигән альбом сығарҙыҡ. Ул роль уйындары араһында ҙур уңыш ҡаҙанды. 2003 йылда, был альбомға һорау ҙур булыуын күреп, "Настя" тигән бард-кафелә концерт бирҙем. Балалар, яңы быуын, йырҙың тексы менән ярҙам итте, бергә ҡушылып йырланы. Был мине дәртләндерҙе һәм мин альбомға яңы әйберƒәр өҫтәп яңынан яҙырға ҡарар иттем. 2004 йылда дискы менән таныштырыу булды, мәғлүмәт интернет аша яҡтыртылды. Миңә әле булһа ошо альбомға заказ килә. Дүрт йыл эсендә һатылған дискыларҙың дөйөм тиражы бер мең дана тирәһе.
       2007 йылда Александр Мичурин Валерий Грушин исемендәге автор йыры фестивале лауреаты булды. Үткән йылда "Равиоли, барбекю, крюшон" тигән йыйынтыҡ (уға бынан алдағы дискыларҙан һайланма йырҙар ингән) донъя күрҙе. Үткән йылдың ноябрендә "Настя" клубында тағы бер концерт үтте. Киләһе концерт Өфөлә апрель айында үтәсәк. Александр ғинуар айында Межгорьела үтәсәк "Урман микрофоны" фестивалендә ҡатнашырға уйлай.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал