6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Кардиостимулятор: бер көндән 98 йәшкә тиклем
11.01.09


       Анатолий Ибаев һәр саҡ дәртле, ыңғай һәм аралашыусан кеше булды. Әммә дүрт йыл элек уның тормошон инфаркт үҙгәртте. Ул йыш ҡына баш әйләнеүенә, пульстың һирәгәйеүенә, ҡан баҫымының "һикереүенә" зарлана торғайны. Әммә хәҙер Анатолий Алынбай улы үҙен яҡшы тоя. Республика кардиология үҙәге табибы Лилиә Кәйүмова кардиостимулятор имплантацияһы буйынса операция яһаны.
       - Республикала быға оҡшаш операциялар үткәреү өсөн шарттар бар, - ти баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары Илгиз Нагаев. - Беҙ ике йыл элек 200-ҙән ашыу операция яһаған булһаҡ, ә үткән йылда бындай операциялар һаны 400-ҙән ашыу. Был күпме йәки аҙмы? Статистикаà êилгәндә, кардиостимуляторҙың үҙләшеүе буйынса беҙ йылына бер миллион халыҡ иҫәбенә 400-гә яҡын операция яһарға тейеш. Эш шунда, кардиологтың һәр дүртенсе пациенты йөрәк ритмының төрлө боҙолоуҙарынан яфалана. Кеше йөрәгенең ҡапыл туҡтауы үлемгә килтереүсе төп сәбәп. Кардиостимулятор - үҙенә күрә йөрәкте күсереп ултыртыу альтернативаһы ул.
       Кардиостимуляторҙың үҙләшеүе буйынса беренсе операция 1976 йылда кардиохирург Наил Ғатауллин тарафынан яһала. Кардиостимулятор донъя практикаһына 50 йыл элек, 1958 йылда ингән. Беренсе операция Швеция кардиохирургтары тарафынан яһалған. Имплантация уңышлы үткән, пациент табиптарға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәгән.
       Имплантация өсөн йәш яғынан сик юҡ. Өфө кардиохирургтарына бер көнлөк сабыйға операция яһарға тура килгән. Операция ҡатмарлы булған - кардиостимулятор баланың ҡорһаҡ ҡыуышлығына индерелгән - сабыйҙың йөрәге үтә лә бәләкәй булған. Ә иң "өлкән" пациент үҙенең 98 йәшен билдәләне, ул операцияны еңел үткәргән.
       - Пациенттар өсөн операция еңел үтә, - ти рентгенохирургия алымдары диагностикаһы һәм дауалау бүлеге мөдире Илдус Сәғитов. - Урындағы анестезия ҡулланыла, 3-4 сантиметрлыҡ теленә. Хирург ҡан тамырын билдәләй һәм уның аша йөрәк ҡыуышлығына рентген-контроль аҫтында ике электрод индерә. Электрокардиостимулятор үҙе умрау аҫты өлкәһенә тәрән тире аҫтына индерелә. Пациентҡа айырым реабилитация программаһы талап ителмәй. Пациентҡа операцияның икенсе көнөндә аяҡҡа баҫыу рөхсәт ителә. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың кардиология үҙәктәрендә йөйҙәр алынғас, операцияның өсөнсө көнөндә дауахананан сығаралар. Беҙҙең бүлектә операция үткәргән кешеләр бер аҙна дауамында табип күҙәтеүе аҫтында була.
       Пациент өсөн операция ябай булһа, кардиохирургтар уға ВМП - юғары технологиялы медицина ярҙамы статусы бирә. Бөгөнгө көндә бүлектә 40 пациент йөрәк ритмының төрлө боҙолоуҙарынан дауалана.
       Илдус Сәғитов һүҙҙәренә ҡарағанда, һирәк пульс, төрлө блокада, синус-йөрәк алды төйөнө синдромы кардиостимулятор имплантацияһына төп күрһәткес булып тора. Йөрәк эшмәкәрлегенең бындай боҙолоуҙары баш әйләнеүенә, иҫ юғалтыуға, артериаль ҡан баҫымының һикереүенә килтерә. Ауырыу табиптан табипҡа йөрөргә мәжбүр була, гипертония ауырыуынан, хроник баш ауырыуынан дауалана, әммә уның хәле шул килеш ҡала килә.
       - Пульсты һәр саҡ контролдә тоторға кәрәк, - ти Илгиз Нагаев. - Әгәр боҙолоуҙар бар икән - шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кардиостимулятор ярҙам итәсәк.
       Хирургтар кардиостимуляторҙы "аҡыллы машина" тип атай. Ул үҙенә күрә "борт компьютеры", ул үҙ өҫтөнә кеше тормошо өсөн яуаплылыҡ ала.
       Өфө кардиохирургтары дүрт йыл эсендә кардиостимулятор имплантацияһы буйынса 1200 операция яһаған. Кардиология үҙәгендә диагностикалау өсөн кәрәкле ҡорамалдар бар. Унда юғары квалификациялы табиптар эшләй. Иң мөһиме, ҡурҡырға кәрәкмәй, ти кардиохирургтар Кардиостимулятор ғәҙәти кеше тормошонда бер ҙә ҡамасауламай. Был йәһәттән миҫал килтереү урынлы булыр. Хоккейсы Бобби Халл боҙға сыға һәм үҙенең виртуоз уйыны менән күптәрҙе һоҡландыра. Академик Николай Амосов йөрәктәге ыҡсым компьютерҙың уңайлылығын һәм хәүефһеҙлеген үҙ миҫалыíäà пропагандаланы.
       - Кешелә йөрәк ритмының боҙолоуы барлыҡҡа килһә, уға беҙҙең үҙәктә тикшерелергә кәрәк. Кардиостимулятор индереү буйынса операция бушлай. Беҙ төрлө стимулятор урынлаштыра алабыҙ, - ти Илгиз Нагаев. - Кардиология диспансерында эшләгән табиптарҙың төп бурысы - йөрәккә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуҙы пропагандалау.
       Беҙҙең йәмғиәттә йөрәк тураһында хәстәрләү мәҙәниәте әлегә булдырылмаған. Үҙеңдең пульсыңды контролдә тотһаң, күп проблемаларҙан ҡотолоп була. Беҙ ваҡытында флюорография үтергә, артериаль ҡан баҫымына контроллек итеү аҙналығын үткәрергә өйрәндек. Әммә пульс тураһында элеккесә һуңғы сиратта уйлайбыҙ. Әгәр беҙ уның тураһында йышыраҡ уйлаһаҡ, ул саҡта сәләмәт булыр инек. Ә бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар бит.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал