6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

7 ғинуар - Раштыуа байрамы
06.01.09


       7 ғинуар - Раштыуа байрамы. Был көндө òөп православие байрамы билдәләíœ. Раштыуа байрамы күп быуаттар элек Вифлеемда Иисус Христос хөрмәтенә булдырылған.
       Яҙмаларға ярашлы, Мария һәм уның ире Иосиф, император Август иғлан иткән халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн, Назареттан Вифлеемға килә. Әммә ҡала ҡунаҡханаларында буш урын табылмай, һәм изге ғаилә мәмерйәлә туҡтала. Унда көтөүселәр мал индерә торған булған. Нәҡ бында төнөн Иисус Христос тыуа. Көтөүселәр Ҡотҡарыусы тыуыуы тураһындағы хәбәрҙе беренселәрҙән булып фәрештәнән белә, һәм сабый алдында баш эйергә килә. Өҫтәүенә, һауала вифлеем йондоҙо балҡып китә. Сихырсылар Вифлеем йондоҙона йүнәлеш алып, Иисусты ҡарарға килә.
       Православие динендәгеләр ошо ваҡыттан алып Раштыуа байрамын билдәләй башлай. Әммә христиан байрамы беҙҙең тормошта күптән түгел генә билдәләнә башланы. Элек был турала телгә алыу тыйылған.
       Раштыуа байрамы 40 көнлөк Раштыуа посын тамамлай. Ә Раштыуа байрамы алды көнө байрамға әҙерләнеү көнө тип һанала. Ҡаты ҡағиҙәләр буйынса дингә ышаныусыларға беренсе йондоҙ ҡалҡҡанға тиклем аҙыҡтан баш тартыу тәҡдим ителгән. Кискә табан ғына ашарға ярай. Дөгөнән йәки бойҙайҙай әҙерләнгән ашамлыҡты бал менән ашау рөхсәт ителгән.
       Һауала беренсе йондоҙ күренгәс, бөтә ғаилә өҫтәл артына йыйылырға тейеш. Йортто байрам кисенә тиклем йыйыштырыу зарур. Өҫтәлгә таҙа ашъяулыҡ йәйәләр һәм 12 төрлө ашамлыҡ ҡуялар. 12 - изге һан. Святки (христиандарҙа Раштыуанан алып Крещениеға тиклем байрам көндәр) шунса көн дауам иткән.
       Байрам менюһы төрлө булырға тейеш. Йөҙөм менән дөгөнән йәки бойҙайҙай әҙерләнгән ашамлыҡ, ҡоймаҡ, дерелдек, балыҡ, буженина, бутҡа менән һарыҡ ҡабырғаһы, йорт колбасаһы, ҡыҙҙырылған сусҡа ите, бәлештәр һәм перәниктәр өҫтәлдә мотлаҡ булырға тейеш. Эсенә алма тултырылған ҡаҙ - төп ашамлыҡ.
       Элек Раштыуа алдынан төнөн егеттәр һәм ҡыҙҙар тундарын әйләндереп, йәнлек битлектәре кейгән булған. Улар шул килеш ауылдар буйлап йөрөгән. Егеттәр һәм ҡыҙҙар йорт хужаларына изге һүҙҙәр әйткән, һәм был һүҙҙәр өсөн ниндәй ҙә булһа ашамлыҡ алған. Был төндә изгелек һәм яуызлыҡ көстәре үҙ-ара көрәшкән, имеш. Береһе байрам өҫтәле артында Раштыуа байрамы ваҡытында йыр менән үткәрелә торған йолаға саҡырған һәм Христос тыуыуын данлаған, ә икенсеһе сихырсыларҙы кәйеф-сафа ҡороуға йыйған.
       Дөйөм алғанда, Раштыуа һәр саҡ күмәк күңел асыу менән бергә алып барылған. Кешеләр Раштыуа байрамы ваҡытында йырлана торған йырҙар - мул уңыш, һаулыҡ, ғаиләлә татыулыҡ теләктәре менән махсус йырҙар йырлаған. Раштыуа кисендә шулай уҡ усаҡ яғыу йолаһы булған.
       Һынамыштарға ярашлы, байрам ваҡытында йортта бик күп май шәме булырға тейеш. Раштыуа май шәме - йорт усағы символы. Раштыуа байрамына ҡунаҡҡа иң яҡын кешеләр саҡырылған. Был байрамда бөтәһенә лә яҡшы булыуы мөһим. Саҡырылған ҡунаҡтар яманһыу булырға тейеш түгел.
       Был көндө сиркәүгә барырға кәрәк. Бөтә православие сиркәүҙәрендә раштыуа ғибәҙәт ҡылыу үтәсәк. 7 ғинуар төнөндә сиркәүҙәрҙә байрам хеҙмәте үткәрелә.
       Әйткәндәй, традиция буйында бөтә сиркәүҙәр ҙә мәңгелек тормоштоң символы булған шыршылар һәм сәскәләр менән биҙәлде. Дин әһелдәре алтын менән сигелгән байрам кейемдәре кейҙе.
       Раштыуа кисендә дуҫтар менән ултырырға мөмкин. Бер шарт: ул күңелле үтергә тейеш. Был да боронғо йола. Элек кешеләр ауылдарҙа төрлө изге мәрәкәләр үткәргән: уйын-табышмаҡтар, викториналар, фокустар, танып белеү уйындары. Әммә бөтәһе өсөн дә иң мауыҡтырғыс күңел асыу, әлбиттә, күрәҙәлек итеү булған.
       Раштыуа байрамында күмәк күңел асыуҙа ла ҡатнашырға, тауҙан санала шыуырға, ҡарҙа уйнарға, һырғалаҡҡа барырға була.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал