6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә-яҡ донъя

Розмарин ҡыуаҡлана, гранат ял итә
06.01.09


       - Эш күп. Яңы йыл байрамы булыуына ҡарамаҫтан, эш ҡайнай: розмарин ҡыуаҡлана, ошо көндәрҙә агава сәскәһен йыйып алдыҡ, тик гранат ҡына ял итә, - ти Фәриҙә Садиҡова.
       Фәриҙә Садиҡова ысынлап та әкиәт донъяһында эшләй: ул баш ҡала лимонарийы етәксеһе. Өфө өсөн лимонарий - Рәсәй Краснодары ул. Бында йылына алты ай - октябрҙән мартҡа тиклем - уңыш йыялар, бында йылы һәм еләк-емеш еҫе бөркөп тора, тик бына диңгеҙ генә юҡ. Бында үҫкән цитрустарҙың хаҡы ла осһоҙ.
       Һалҡын ҡалала йәйҙең бер йылы мәле - матурлыҡ. Лимонарийға килгән һәр кеше бының менән һоҡланмай ҡалмай. Ниндәй мөғжизœ, ниндәй хеҙмәт! Өфө лимонарийына килгән белгестәр бындағы күренеште бер тауыштан шулай билдәләй. Һәм ысынлап та, күптәр Яңы йыл байрамын билдәләгән ваҡытта, лимонарий хеҙмәткәрҙәре тулы составта хеҙмәт итә. Лимонарий үҫемлектәрен бер көн дә ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ҡатмарлы системала (йылылыҡ, һуғарыу һәм башҡалар) тотҡарлыҡ ағастарҙы һәм сәскәләрҙе юҡҡа сығарыуы ихтимал, улар араһында 20-шәр йыл үҫкәндәре бар, әммә улар барыбер йәш үҫемлек тип һанала.
       Шуны ла оноторға ярамай, көньяҡ үҫемлектәр йылы яратыусан бит. Ҡайһы саҡта һауа температураһының 1-2 градусҡа төшөүе була, үҫемлек шунда уҡ ауырый башлай. Бындай осраҡта тропик һәм субтропик ҡунағын ҡотҡарыу ауырға төшә: йәш үҫемлектәрҙең ауырыуы хәтһеҙ үҫешкәс билдәле була бит.
       Әммә, Фәриҙә Вәли ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө лимонарийында үҫемлектәр ҡоромай - уларҙы яҡшы итеп тәрбиәләйҙәр. Улай ғына ла түгел, лимонарий белгестәре үҫемлектәрҙең яңы сортын сығара.
       - Һуңғы ваҡытта беҙҙең менән матбуғат ҡыҙыҡһына башланы, - ти Фәриҙә Садиҡова. - Һөҙөмтәлә күп кешеләр беҙҙең эш менән хәбәрҙар. Һатып алыусылар ҙа күбәйҙе. Әлбиттә, лимон артынан киләләр. Беҙ 25 тонна уңыш йыйырға планлаштырабыҙ. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта беҙҙең профилдәге ойошмаларҙан - Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур һәм илдең башҡа ҡалалары лимонарийҙарынан һәм питомниктарынан заказдар йыш инә башланы.
       Өфө лимонарийы белгестәре үҙҙәренең һуңғы заказы менән ғорурлана: лимон сортының Өфөлә сығарылған һабаҡсаларын Краснодар крайының бер питомнигы һатып алған.
       - Беҙƒœí эре емешле "Юбилей" һәм ваҡ емешле "Ташкент" сорттары Ҡара диңгеҙãә оҙатыëäû, - ти Фәриҙә Вәли ҡыҙы. - Сығарылған сортҡа ла заказдар бар, әммә улар әлегә аттестация үтмәгән. Хәҙер бындай сорттар беҙҙә бишәү - улар Мәскәүҙә экспертиза үтә.
       Ә хәҙергә "республиêа вәкилдәре" Рәсәйҙә лимон данын яулай. Гектарға яҡын майҙанда йыуан һәм оҙонса, һары һәм ҡыҙғылт һары төҫтәге цитрустар өлгөрә. Ағастарға уңайлы булһын өсөн, оранжереяла һауа температураһы 22 градус кимәлендә тотола. Ëèìîíàðèé хеҙмәткәрҙәре был оранжереяны "Йылы" тип атай, бында цитрустар менән бергә банан, артыш, пальма үҫә. Һуңғыһының тарихы иғтибарға лайыҡ. Был үҫемлекте ун йыл элек янғын һүндереүселәр Өфө лимонарийына алып килә һәм уны ваҡытлыса ҡалдырып тора. Һөҙөмтәлә пальма лимонарийҙы үҙ итә. Уның оҙонлоғо дүрт метрға еткән, шуға ла янғын һүндереүселәр пальманы алырға баҙнат итмәй. Пальма ағасы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
       Бында тағы ла бер оранжерея бар - "Һалҡын", әммә уны ғинуар һыуығында "һалҡын" тип әйтеп булмай. Бында һауа температураһы - 15-17 градус. Бында көньяҡ, араукария һәм һөтлөгән шыршыһын (халыҡ телендә ул раштыуа йондоҙо) күрергә була.
       - Бындай атама Европа Раштыуа байрамы традицияһына бәйле - Европала Раштыуа өҫтәлендә мотлаҡ йондоҙ булырға тейеш, - ти белгес. - Һөтлөгән - ағыулы үҫемлек. Әммә кешеләр быға иғтибар итеп бармай: уның алһыу сәскәләре шул тиклем ҡыҙыҡтырғыс.
       Өфөнөң уникаль "лимон хужалығында" - иң эре цитрус үҫемлектәр питомнигында - 300-ҙән ашыу йылы яратыусы үҫемлек үҫә.
       Үҫемлектәр менән эш - ул һөҙөмтәле һәм изге эш, ти Фәриҙә Вәли ҡыҙы.
       - Әлбиттә, үҫемлек кешегә яуап бирә алмай, әгәр уға яҡшы икән, был күренеп тора. Кеше ағасҡа йәки сәскәгә ярҙам итә икән, үҫемлектәр ҙә кешегә ярҙам итә бит. Беҙгә кешеләр күп килә, улар бында ял итә, тыныслана, саф һауа һулай.
       Лимонарий хеҙмәткәрҙәре пландар менән янып йәшәй. Улар ағымдағы йылда ремонт үткәрергә һәм ағастарҙы тамсылай һуғарыу системаһын урынлаштырырға планлаштыра. Лимонарий белгестәренең пландары изге. Уларға уңыштар теләйек. Киләсәктә лә улар беҙҙе тропик үҫемлектәр менән ҡыуандырһын.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал