6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Баш ҡала урамы уның исемен йөрөтә
03.01.09


       Шағир Ярослав Смеляков үҙенең бер шиғырын Граждандар һуғышы командармына арнай. Александр Яковлевич Пархоменко 1921 йылдың 3 ғинуарында һәләк була. Бөгөн уның иҫтәлегенә шиғырҙан өҙөк килтере¼ óðûíëû áóëûð:
       ªûƒûë Àðìèÿ áàøëûºòàðû
       Ê¼ƒ àëäûìäà - åãåòòœðñœ.
       Èøåòåï áåëå¼åìñœ áóëšà ëà,
       Óëàð ì辜 òàíûøòàð.
       Ìèí óëàðƒû áåëìœéåì,
       šœì òåéåøåíñœ áåëœ àëìàìäûð.
       Œììœ óëàðƒû¾ èñåìäœðåí
       Éûð êå¼åê õœòåðëœéåì.
       Ýëìœêòœðƒœ šóûø øïàëäàðû,
       Ëåãåíäàð ýøòœð ³ñ³í.
       Óëàð áóéëàï á³òœ Ðœñœé
       Œêðåí ¼òòå, ïîåçä êå¼åê.
       Ìóçåéƒàðƒà ê¼ïòœí èíäå
       Õœðáè øëåìäàð šàºëàíà.
       Îíîòîëàí ïîýìàëàð êå¼åê,
       Ïî÷åòëû ºûëûñòàð ûíà òûí ºàëà.
       ªóëûìà êèòàï àëšàì,
       óð ýíöèêëîïåäèÿëàð òûíëûûíäà,
       Áàºûðƒàû ñàûëûøòàé,
       Šåƒƒå¾ 鳃ƒœðƒå òàáàì.
       Өфө урамдарының береһе (элекке Иркутск, аҙаҡ Брюханов) 1939 йылдың декабренән Александр Пархоменко исемен йөрөтә. Урамдың исемен алмаштырҙылар, сөнки большевик Николай Брюханов репрессиялана һәм уның исемен тарихтан алып ташлайҙар.
       Пархоменко урамы баш ҡаланың Киров һәм Совет райондары территорияһы буйынса үтә. Был урамда йәшәгәндәр, бәлки, шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, "Граждандар һуғышы геройы, Александр Пархоменконың исемен тейешенсә белмәй, һәм тулыһынса белмәйәсәк тә". Күп ваҡыттар үтте бит.
       Шуға күрә беҙ бөгөн Алексаíдр Пархоменко тураһында һөйләргә булдыҡ.
       Александр Яковлевич Пархоменко 1886 йылдың 24 декабрендә Екатеринослав губернаһының Ò³íüÿº Äîí ÿðûíäà óðûíëàøºàí Макаров Яр ауылында тыуған. Күп балалы ярлы ғаиләнән сыҡҡан егеткә байҙарға ялсы булып эшләргә тура килә, ә аҙаҡ Луганскиға китә һәм паровоз эшләү заводында эшсе булып урынлаша. Бында Клим Ворошилов эшләгән була. Уның етәкселегеíäœ революция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Александр Пархоменко бер нисә тапҡыр ҡулға алына, төрмәлә ултырып сыға.
       Октябрь еңеүенән һуң Александр Яковлевич Совет власы көрәшенә әүҙем ҡушыла.
       1918 йылдың башында Александр Пархоменко Каледин ғәскәрҙәрен ҡыйратҡан ваҡытта Ҡыҙыл гвардия отряды менән командалыҡ итә. Марттан Климент Ворошилов отрядының беренсе Луганск штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Майҙан - 5-се армия составында отряд һәм бронепоезд командиры, немец илбаҫарҙары һәм аҡ казактар менән һуғыша. Пархоменко Царицын ҡурғалыуында, Григорьев бандаһын тар-мар иткәндә һәм Екатеринославты алған ваҡытта батырлыҡ күрһәтә. Нәҡ ошо операция өсөн ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Аҙаҡ Пархоменко Ровно, Дубно, Львов янында поляктар һәм Төньяҡ Таврияла Врангель ғәскәрҙәре менән батырҙарса һуғыша. Ул ваҡытта Александр Яковлевич Беренсе атлы ғәскәрҙең 14-се кавалерия дивизияһы менән командалыҡ итә. Пархоменко үҙенең атлы ғәскәре менән булған ерҙә дошман уға ҡаршы тора алмаған. Дивизия начальнигы икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана (үлгәндән һуң).
       Һәм бына яңы задание, ул дивизия начальнигы Пархоменконың һуғыштағы һуңғыһы була.
       1921 йылдың 3 ғинуарында Алеêсандр Пархоменко кавалеристар төркөмө менән Украинаның Бузовка ауылы эргәһендә боҫҡонға эләгә. Ҡанлы көрәштә ул яралана һәм аңын юғалта...
       Ул ваҡытта дивизия начальнигына 36 йәш була.
       Халыҡ Граждандар һуғышы геройын онотмай. Уның тураһында йыр һәм легендалар сығара. "Ул тыуған ерҙә ҡыҙыл тал үҫә, ул һәләк булған ерҙә алма ағасы үҫеп сыҡты. Уның ҡәбере өҫтөндә имән шаулай. Уйна, бандура. Командир Александр Пархоменконы, уның хеҙмәт ырыуын, атлы дуҫтарын иҫкә ал!"
       Александр Пархоменконың яҡты иҫтәлегенә кинофильм арналды. Ул телеэкрандарҙа күрһәтелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал