6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Эскелеккә ºàðøû көрәш
03.01.09


       Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, уны шулай үткәрәһең, тиҙәр халыҡта. Шуға күрә беҙҙең һәр беребеҙ Яңы йыл күп шатлыҡтар һәм бәхет килтерһен, ә иң мөһиме, оҙаҡ ваҡыт күңелдә һаҡланһын өсөн, барыһын да эшләргә ынтыла. Куранттар һуғыуы менән беҙ ҡулыбыҙға шампан шарабы тулған бокал алып, изге теләктәр теләйбеҙ, һәм уның мотлаҡ тормошҡа ашасағына өмөтләнәбеҙ.
       Эйе, ысынлап та, бала саҡтағы кеүек, мөжизәгә ышанаһы килә. Беҙ бер-беребеҙгә изге теләктәр теләйбеҙ: бөтә проблемалар ҙа үткәндә ҡалһын, ә Яңы йылда тик күңелле ваҡиғалар ғына юлдаш булһын. Һәм был, әлбиттә, дөрөҫ, беҙ яҡшыға өмөтләнәбеҙ икән, ул, һис шикһеҙ, шулай буласаҡ.
       Әммә теләктәргә генә иҫәп тотоу кәрәкмәй. Теләктәр тормошҡа ашһын өсөн, тырышлыҡ һалырға һәм үҙеңдең изге маҡсатыңа ниндәй йүнәлештә барыу кәрәклеген белергә кәрәк. Был йәһәттән беҙгә астрологтар дөрөҫ курс һайларға ярҙам итә, төрлө ҡаршылыҡтарҙан иҫкәртә. Уларҙы күрәҙәселәр тип әйтеп була. Беҙҙең теләктәребеҙ тормошҡа ашһын өсөн, улар мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
       Астролог-консультант Ирина Винюкова "БАШвестЪ" уҡыусыларына Үгеҙ йылы тураһында һөйләгән ине. Ағымдағы йылда зодиак тамғаларын нимә көтә? Был турала беҙ хәбәрҙар. Ә хәҙер Ирина Винюкова өфөләргә дөрөҫ юл күрһәтергә теләй.
       - 2009 йыл әүҙем буласаҡ, - ти Ирина. - Йыл хужаһы - һуғыш һәм яҙ Марсы Аллаһы. Был планета һәләкәт, һуғыш, революция, ғәрәсәт һәм ер тетрәүҙәре алып килә. Борон быға ышанғандар. Әммә шул уҡ ваҡытта Марс ыңғай сифаттарға ла эйә: был планета ҡыйыу, ул үҙе һәм башҡалар өсөн көрәшкә һәр саҡ әҙер. Маҡсатҡа ынтылышлы булыу һәм ныҡышмалылыҡ - былар планетаның иң яҡшы сифаттары.
       Астролог һүҙҙәренә ҡарағанда, Марс йылында барлыҡҡа килгән ғаиләләр - мәңгелек янартау, тыныслыҡ тураһында хыялланаһы ғына ҡала. Ә был йылда тыуған бала - ысын ғәрәсәт.
       Яңы йылда өфөләрҙе әүҙемлек билдәләйәсәк. Тормош стратегияһының кардиналь үҙгәреүенә бәйле өфөләр яңы һөнәр эҙләү менән шөғөлләнәсәк, әүҙемлектең яңы формаларына күсәсәк. Быйыл ҡала өсөн яңы идеяларҙы дәртләндереү хас.
       Йыл тотолоуҙар менән әүҙем буласаҡ, ике тапҡыр ҡояш һәм дүрт тапҡыр ай тотолоуы көтөлә. Ҡояш тотолоуҙарын 26 ғинуарҙа һәм 22 июлдә күҙәтеп буласаҡ, ә ай тотолоуын - 9 февралдә, 7 июлдә, 6 августа һәм 31 декабрҙә. Ирина Винюкова, был көндәрҙә һаулыҡҡа етди иғтибар бүлергә кәрәк, тип иҫкәртә. Ә тотолоуға бер аҙна алдан бер ниндәй ҙә етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәкмәй.
       Быйыл өфөләргә маҡсаттарын һәм перспективаларын ғәмәлгә ашырыуҙа дуҫтары һәм кешеләр төркөмө ярҙам итәсәк. Улар төп ҡатнашыусылар буласаҡ.
       - 27 марттан 15 апрелгә тиклем, шулай уҡ 15 июлдән 1 авгусҡа тиклем өфөләр өсөн насар ваҡыт, был көндәрҙә уңышһыҙлыҡтың киҫкенләшеүе ихтимал, - ти астролог. - Октябрҙә, киреһенсә, кешеләр әүҙемерәк буласаҡ. Был ваҡытта бизнеста лидерлыҡҡа өлгәшеп була. Дөрөҫ, артыҡ хәрәкәтсән булыу кәрәкмәй. Ноябрь - эшлекле әүҙемлек өсөн насар ай. Өфөләргә тәүәккәл эштәр ҡылырға һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә ярамай. Урынһыҙ әүҙемлек берләшкән компанияларҙы эске яҡтан емерә ала, күп предприятиеларҙы бөлгөнлөккә төшөрә ала.
       Май, июнь һәм июлдә ғәҙәти булмаған хәл барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был айҙарҙа планеталар алмашынасаҡ. Бер юлы бер нисә планета тәьҫир итәсәк. Шуға күрә Ирина Винюкова өфөләрҙе иҫкәртә:
       - Әгәр баш ҡала халҡы был ваҡытта саманан тыш иҫерткес эсемлектәр ҡулланһа, төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙең башланыуы ихтимал. Әгәр инде алкоголгә "битараф" булһалар, ул ваҡытта Өфө үҫәсәк, ә кешеләрҙең яҡшы перспективалары барлыҡҡа киләсәк.
       Дөйөм алғанда, өфөләр үҙҙәренең тормош тәжрибәһен киңәйтеү йәһәтенән әҙер булырға тейеш. Күп кешеләрҙең интуицияһы күтәреләсәк, һәм улар бер үк ваҡытта иллюзияға биреләсәк, галлюцинация барлыҡҡа киләсәк.
       - Ирина, йондоҙҙар иҡтисади көрсөк тураһында нимә әйтә ала?
       - 2009 йыл ғәҙәти булмаясаҡ, ул ауыр буласаҡ. Бөтәһе лә кешеләрҙән тора. Әгәр беҙ үҙебеҙҙең үҫешкә, ә алкоголгә түгел, иғтибар бүлһәк, әлбитә, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал