6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яңы йыл менән!
31.12.08


       Яңы йылға бер нисә сәғәт ҡала. Байрамға әҙерләнергә ваҡыт ҡалмай тиерлек. Кешеләр бүләк артынан саба, үҙҙәренең йортон һәм фатирын биҙәй, төрлө-төрлө салат әҙерләй, духовкаға ит ҡуя, шампан шарабын һыуытыу өсөн балконға сығара һәм ҡупшы кейемен әҙерләй. Ҡыҫҡаһы, ҡала гөрләй, ә һауала ун көнлөк яңы йыл байрамының еҫе һиҙелә.
       Яңы йыл - был, әлбиттә, үҙенә бер төрлө байрам. Шуға күрә уны бөтәһе лә үҙенсәлекле итеп билдәләргә тырыша. Яңы йыл төнөндә мөғжизәләрҙән тыш, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә була бит. "БАШвестЪ" гәзите õåƒìœòêœðƒœðå күңелле байрам õәтирәләре менән уртаҡлаша. Шулай итеп, "БАШвестъ" хеҙмәткәрҙәре Яңы йылды нисек ҡаршыларға йыйына һуң?
        Галина Бахшиеванан күңелһеҙ тарих
       - Бер күңелһеҙ ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Элек минең күреү һәләтем насар ине, шуға күрә мин күҙлек кейеп йөрөнөм. Хәтерҙә, шулай бер мәл апайымдан ҡайтып киләм, һәм ишек асыҡ, тип уйланым, баҡһаң - киреһенсә. Мин ишеккә бәрелдем һәм күҙлегемде ваттым. Яңы йылдың "Зәңгәр ут"ын сатнаған күҙлек êåéåï ҡарарға тура килде. Ул ваҡытта бер ҙә көлкө түгел ине...
       Үгеҙ йылын ғаилә менән ҡаршылаясаҡмын. Ә уҡыусыларға, иң элек, һаулыҡ теләйем. Аҡсағыҙҙы дарыуға әрәм итмәгеҙ, күберәк сәйәхәт итегеҙ.
        Дарья Святохинанан Яңы йыл
       - Бала саҡтағы бер ваҡиға иҫкә төштө. Яңы йылға беҙгә Ҡыш бабай килде. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, ул атайымдың танышы булған. Ә мин ул ваҡытта әкиәт персонажына ышана торғайным. Ҡыш бабай миңә бүләк тапшырҙы, шиғыр һөйләүемде үтенде... Мин ныҡ шатландым.
       Быйыл мин дуҫтарыма ҡунаҡҡа барам. Беҙ йәштәр кисәһенә йыйылабыҙ.
       "БАШвестЪ" уҡыусылары финанс көрсөгө тураһында уйламаһын, төрлө девальвация һәм дефолт тураһындағы яңылыҡтарға әһәмиәт бирмәһендәр ине. Бөтәһенә лә яҡшы кәйеф теләйем.
        Әлфиә Шәрәфетдинова ҡышҡы экстрим тәҡдим итә
       - Бер тапҡыр беҙгә Яңы йылды дуҫтарҙа ҡаршыларға тура килде, улар ҡала ситендә йәшәй. Көн кеүек асыҡ: транспорт булмаясаҡ һәм юлдағы машинаны туҡтатырға тура киләсәк. Өйҙән сыҡтыҡ, Яңы йылға тиклем ике сәғәт ваҡыт бар. Беҙ оҙаҡ ҡына трассала торҙоҡ. Транспорттың эҙе лә юҡ. Өҫтәүенә, буран ҡотора, юлды ҡар баҫты. Шулай ҙа бер машинаны туҡтаттыҡ. Áиш минуттан 12 тула тигәндә өйгә ҡайтып еттек. Курант һуҡҡан ваҡытта шампан шарабы бокалдарға ҡойолдо, һәм беҙ, шулай итеп, ҡарлы өҫ кейемендә Яңы йылды ҡаршыланыҡ.
       2009 йылды ҡалала, фатирҙа дуҫтар менән ҡаршылаясаҡмын. Күңелле компания йыйыла, бөтәһен дә үҙебеҙ әҙерләйәсәкбеҙ.
       Ә уҡыусыларға килгәндә, үткән йылға анализ бирһен. Улар 2008 йылда нимәгә өлгәшкән, óëàðƒû ниндәй эшòœð ê³òœ? Аныҡ маҡсаттар ҡуйырға һәм уға барырға кәрәк. Практика иҫбатлауынса, был тормошҡа аша.
        Евгения Сюткинанан теләктәр
       - "БАШвестЪ" уҡыусыларына мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!
        Олеся Серегина Яңы йылды нисек ҡаршыларға йыйына икән?
       - Яңы йылды дуҫтар менән ҡаршыларға булдыҡ. Беҙҙең компания татыу. Уйлауымса, күңелле буласаҡ.
       "БАШвестЪ" уҡыусыларына һаулыҡ, уңыштар һәм яҡшы кәйеф теләйем. Яҡындарығыҙ һәр саҡ һеҙҙең менән булһын.
        Екатерина Чуракованың Яңы йыл хыялы
       - Ә мин беренсе тапҡыр ҡаршылаған Яңы йылды хәтерләйем. Беҙ уны ата-әсәйһеҙ билдәләнек. Әйткәндәй, ауылда. Беҙ - ауыл йәштәре дискотекаға барырға булдыҡ. Әлбиттә, өлкән күренәһебеҙ килгәндер инде...
       Хәҙер беҙ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған байрамдарҙы билдәләргә өйрәндек.
       Һеҙгә минән теләктәр: бер ниндәй ҙә финанс көрсөгө теймәһен, 2009 йылда һеҙҙең рейтинг юғары булһын, матди һәм рухи һалыуҙар уңышлы булһын.
       Олег Черновты тыңлайыҡ:
       - Яңы йыл төрлө-төрлө булды тип әйтә алмайым, уның тураһында бәйән итергә теләмәйем. Кешеләргә нимә теләр инем: улар даталарҙан һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙан тыш, үҙҙәренә сағыу һәм күңелле байрамдар ойошторорға өйрәнһен ине.
        Елена Колоколова:
       - Яңы йыл төнөндә мине¾ менән мәҙәк хәлдәр булғаны юҡ. Әммә дуҫтарым менән булған күңелһеҙ ваҡиға тураһында һөйләй алам. Минең әхирәтем Яңы йыл төнөндә майҙанға бара, ә уның көләпәренә яңы йыл кисендә шартлата торған "бомбочка" һалғандар. Һөҙөмтәлә "бомбочка" шартлай, әхирәтемдең туны йыртыла. Икенсе бер танышым Яңы йылды дауаханала ҡаршылай.
       Яңы йыл минең өсөн мөһим байрам. Яратҡан байрамды дуҫтар менән ҡаршылаясаҡмын.
       "БАШвесòЪ" уҡыусыларына яҡшы кәйеф, šàóëûº, èðòœãœšå ê³í㜠ûøàíûñ теләйем. Мөғжизәгә ышанығыҙ, теләктәр теләгеҙ, улар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ. Йышыраҡ йылмайығыҙ, ул саҡта яҙмыш һеҙгә йылмайыр!
       ß¾û éûë ìåíœí, ºœƒåðëå äó¿òàð!

Башвестар.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал