6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Именлегебеҙ һағында
31.12.08


       Яңы йыл яҡынлаша. Был байрамды, шулай уҡ ғинуар каникулын күптәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Байрам көндәрендә Башҡортостандың эске эштәр хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Был көндәрҙә милиционерҙарға ҙур талап ҡуйыла. Ағымдағы йылдың декабрь аҙағынан киләһе йылдың 10 ғинуарына тиклем милиция хеҙмәте көсәйтелгән вариантҡа күсерелде. Көн һайын тиерлек 3-әр мең тәртип һаҡлаусы республика халҡының һәм ҡунаҡтарҙың тыныслығын тәьмин итәсәк, ә Яңы йыл төнөндә 10 мең милиционер дежур итәсәк - был Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының бар булған хеҙмәткәрҙәренең яртыһы тиерлек.
       Ошо көндәрҙә ведомство башлығы баш ҡала милицияһы хеҙмәткәрҙәре менән инструктаж үткәрҙе һәм көсәйтелгән режимда эшкә уларҙың әҙерлеген тикшерҙе.
       Өфө ҡалаһының "Өфө-Арена" боҙ һарайы алдындағы майҙанда тәртип һаҡлауҙа йәлеп ителгән подразделениеларҙан 600-гә яҡын вәкил йыйылды. Улар - патруль-пост хеҙмәте, ведомствонан-тыш һаҡ, ОМОН, спецназ, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәр хәрбиҙәре. Ошонда уҡ милиция техникаһы теҙелде. Улар араһында гаишниктар автомобиле, махсус подразделениеларҙың бронялы машиналары, шулай уҡ милиционерҙарҙың ярҙамсылары - хеҙмәт итеүсе эттәр һәм аттар (ат патрулдәре патруль-пост хеҙмәте составына инә) бар ине.
       БР буйынса эске эштәр министры көсәйтелгән режимда эшкә әҙерлектәрен ҡарағандан һуң иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе наградланы, һәм енәйәттәрҙе асыуҙа милицияға ярҙам иткән граждандарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
       Шулай итеп, Александр Витчинкин ҡиммәтле бүләк алды. Муниципаль электр транспорты идаралығы инженеры ике ҡатынға ташланған енәйәтсене үҙ машинаһында милиция бүлексәһенә алып килә. Енәйәтсе элек тә ике тапҡыр хөкөм ителгән булған, әле ул ҡылған эше өсөн дүрт йыл ярымға иркенән мәхрүм ителгән. Ведомство башлығы Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Владимир Бондаренконы ла билдәләп үтте. Бер нисә аҙна элек уны талайҙар, ул ғариза менән милицияға мөрәжәғәт итә. Күп тә үтмәй Владимир талаусыларҙы сауҙа үҙәктәренең береһендә күреп ҡала. Студент ҡаушап ҡалмай, милицияға шылтырата. Володя тәртип һаҡлаусыларҙы көткән арала шиклеләр артынан күҙәтеүен дауам итә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар уның ярҙамы менән бер ҡыйынлыҡһыҙ тигәндәй енәйәтсене ҡулға ала.
       Тағы ла ике ир-атҡа урланған машиналары ҡайтарыла. Бер нисә ай элек баш ҡалала автомобиль урлау серияһы теркәлгән. Енәйәтселәр - аҙаҡ асыҡланыуынса, ситтән килгән төркөм - ҡиммәтле сит ил машиналарына һунар иткән. Уларҙың табышы - йөҙөнсө сериялы дүрт "Тойота Ленд Крузер" һәм ике "Лексус" автомобиле. Милиция уларҙы асыҡланы. Бер "Тойота" һәм бер "Лексус" законлы хужаларына ҡайтарылды.
       Ағымдағы йылдың 15 декабрендә билдәһеҙ кешеләр 50-се поликлиниканың бер кабинетына үтеп, 100 мең һумлыҡ "Вибротестер ВТ 02" диагностика приборын урлай. Милиционерҙар поликлиника пациенттарына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтте, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урланған диагностика приборын тапты.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал