6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Һыйыр-Үгеҙ йылы кем менән дуҫлашыр?
31.12.08


       Сираттағы йыл аҙағына яҡынлаша. Ул ҡай берәүҙәр өсөн уңышлы булды, ә икенселәргә, киреһенсә, күңелһеҙ сюрприздар алып килде. Бөтә ергә етешеүсе финанс көрсөгөн булһа ла иҫкә төшөрәйек, ул күп кешеләрҙең планын юҡҡа сығарҙы... Әммә мин шуға ышанам: һәр кеше яҡшыны барыбер хәтерләй ала.
       Яңы йылды ҡаршылап, беҙ курант һуғыуы аҫтында ғәҙәттә теләк теләйбеҙ. Беҙ Яңы йылдың мотлаҡ яҡшы һәм уңышлы, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай буласағына өмөтләнәбеҙ. Яңы 2009 йыл нимә алып килер һуң, ул ниндәй булыр, унан тағы ниндәй сюрприз көтөргә?
       Әлбиттә, был һорауҙарға беҙ үҙебеҙ яуап бирә алмайбыҙ. Беҙ экстрасенс һәм әүлиә түгел бит. Шуға күрә юраусыға, атап әйткәндә, астрологҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Киләсәктә беҙҙе нимә көтә? Нәҡ астрологтар был һорауға яуап бирергә һәләтле. Уларҙы тыңлайыҡ.
       Шулай итеп, белеүебеҙсә, 2009 йыл көнсығыш календары буйынса Үгеҙ йылы була. Был йылдың космик элементы - Ер (төҫө һары). Көнсығыш календарына ярашлы үгеҙ ярҙамсыллыҡты, икһеҙ-сикһеҙ изгелекте һәм егәрлелекте кәүҙәләндерә. Был аҙ һүҙлелек, тотанаҡлылыҡ, һүлпәнлек билдәһе. Әммә был тышҡы билдәләр аҫтында үҙенсәлекле аҡыл һәм интеллект йәшеренгән. Үгеҙгә ғаилә тураһында хәстәрләү хас, ул ғаиләнең ныҡлы òаянысы.
       Тиҙҙән Үгеҙ йылы аяҡ баҫа. Төрлө йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға нимә алып килер? Үгеҙ йылы беҙгә нимәләр вәғәҙә итә һуң? "БАШвестЪ" хәбәрсеһе был турала астролог-консультант Ирина Винюкованан һорашты.
       Ҡуҙыларға эш итергә ваҡыт етте
       Киләһе йылда Ҡуҙылар тормоштоң төрлө өлкәһендә үҙенең мөмкинлектәрен күтәрә ала. Һеҙ апрель аҙағынан июнь башына тиклем аныҡ ҡарарҙар ҡабул иткәндә саманан тыш ҡабаланырһығыҙ, моғайын. Был ваҡытта һеҙ шулай уҡ физик формағыҙҙы яҡшырта алаһығыҙ. Дөйөм алғанда, йыл уңышлы буласаҡ, шуға күрә эш итегеҙ!
       Буғаларҙы уңыш көтә
       Ғинуарҙа Буғаларҙың яңы карьера үҫеше мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Был шәхси пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы ваҡыт. Июнь тотороҡло буласаҡ, һаулығыңды нығытып алырға, үҙ сәғәтен күптән көткән яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуға тотонорға кәрәк булыр. Октябрь уртаһынан бөтәһе лә үҙ яйы менән барыр.
       Игеҙәктәргә хәлһеҙләнергә ярамай
       Игеҙәктәргә ғинуарҙа һәм майҙа яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү кәрәкмәй. Февраль, моғайын, бөтә йүнәлештәрҙә лә һөҙөмтәле һәм перспективалы буласаҡ. Августа эшегеҙ әүҙемләшер.
       Ҡыҫалаларға тырышырға тура киләсәк
       Яңы йылдың тәүге ике айында Ҡыҫалаларға, хәлде контролдә тотоу өсөн, тырышырға тура киләсәк.
       Арыҫландар проблемаларҙан ҡотолор
       Үгеҙ йылы һеҙҙең өсөн төрлө сәбәптәр буйынса мөһим буласаҡ. Иң элек, идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн ваҡытығыҙ һәм мөмкинлектәрегеҙ барлыҡҡа киләсәк. Февраль һәм август айы ниндәйҙер ауырлыҡтар килтереүе ихтимал. Йәй аҙағында тормошоғоҙҙа күп нәмәләргә төшөнә алырһығыҙ. Бик күп иҫке проблемалар үткәндә ҡалыр.
       Ҡыҙҙарҙы сюрприз көтә
       Яңы 2009 йыл һеҙҙең тормошҡа яңы тенденциялар алып килер. Һуңғы ваҡытта бер урында оҙаҡ ултырған Ҡыҙҙарға тормош ағымына ҡушылырға, яңы реалийҙарға һәм ваҡиғаларға ҡулайлашырға тура киләсәк. Йыл тыныс булмаясаҡ. Үгеҙ йылы сюрприздарға һәм көтөлмәгән боролоштарға бай. Августа һеҙҙе төрлө сәфәрҙәр, ҡыҙыҡлы идеялар өҫтөндә эш көтә. Ҡыҙҙар йыл аҙағында бөтә эшкә лә етди ҡарай башлаясаҡ, шулай уҡ үҙенең һаулығына иғтибар итәсәк.
       Үлсәүҙәр үҙгәрәсәк
       Эшегеҙ йылдам үҫәсәк. Үгеҙ йылы автомобиль һатып алыу, ҡыҙыҡлы сәйәхәткә барыу, белемеңде киңәйтеү өсөн уңышлы. Йылдың тәүге яртыһында шәхси тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерә алаһығыҙ. Йыл аҙағында ата-әсәләр, йорт эштәре күп иғтибар талап итер.
       Саяндар үҙгәрештәргә әҙер
       2009 йыл Саяндарға мөһим үҙгәрештәр алып килә. Саяндар яңы бейеклектәр яулаясаҡ, яңы белем аласаҡ, юғары тормош кимәленә ынтыласаҡ. Февраль төрлө ижади мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк. Май яңы осрашыуҙар фаразлай. Октябрҙә һеҙҙе яңы таныштар көтә. Йыл һеҙҙеке - эш итегеҙ.
       Уҡсыларҙы асыштар көтә
       Үгеҙ йылы һеҙҙең өсөн яңы асыштар йылы буласаҡ. Майҙан августҡа тиклем һеҙҙе хыялдағы бәхеткә өлгәшеү көтә. Декабрҙә тотош аҡсаға уйнай алаһығыҙ.
       Ылаҡтар иғтибар яулай
       Һеҙҙең өсөн йыл әүҙем башлана. Ылаҡтар ғинуарҙа етди һөҙөмтәләргә өлгәшер, моғайын. Һеҙҙе эшегеҙҙә күтәрерҙәр, етди имидж булдырырһығыҙ. Ноябрҙә тирә яҡтағылар менән үҙегеҙҙең мөнәсәбәтте ºàéòàíàí ҡарарһығыҙ. Декабрҙә авторитетығыҙ һәм үҙегеҙгә ҡарата ышаныс үҫеүе ихтимал.
       Һыуғоярҙарға яҙмыш ярҙам итәсәк
       Ғинуарҙа Һыуғоярҙарҙа үткән йылдың тенденциялары дауам итеүе ихтимал, уларҙы Һыуғоярҙар өсөн уңышлы булды тип әйтеп булмай. Дөйөм алғанда, быйыл иң яуаплы мәлдәрҙә һеҙгә яҙмыш ярҙам итәсәк. Йәйҙең икенсе яртыһы яңы танышлыҡтар булдырыу мәле түгел. 2009 йыл хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер.
       Балыҡтар илһамланыр
       Быйыл Балыҡтарҙы етди үҙгәрештәр көтә. Мартта шәхси тормошоғоҙ үҙгәреүе ихтимал, һеҙ хәлде, эште киҫкен үҙгәртеүгә һәләтле. Апрелдән авгусҡа тиклем социаль мөнәсәбәттәрҙә, серле процестарҙы белеүҙә ҡаршылыҡлы хәлдәрҙең булыуы ихтимал. Сәнғәткә тартылыу көсө, тормошта юғары гармонияға ынтылыу һеҙҙең ижади илһамлыҡҡа күтәрелеш бирә алыр. Сентябрҙә һеҙгә стихиялы хәлдәрҙе контролдә тотоу ауырға тура киләсәк. Ноябрь эштә яңы йүнәлеш күрһәтәсәк, ә декабрь уңыш алып килер.
       Әлбиттә, астрологтарҙың күҙаллауҙарына ышанырғамы-юҡмы - быны һәр кеше үҙе хәл итһен. Билдәле, һәр кеше ҡабатланмаҫ шәхес, шуға күрә бөтәһе лә йондоҙнамәлә яҙылғанса буласаҡ тип уйлау урынһыҙ. Йондоҙнамәләр дөйөм тенденциялар ғына бирә бит. Йондоҙнамәләрҙәге ҡылыҡһырламалар шундай итеп төҙөлә, уларҙағы ҡапма-ҡаршылыҡлы һүрәтләмәләрҙең күпселеге ышандыра, күпселеге үҙ-үҙеңде танып-белеүгә асҡыс булып та хеҙмәт итә хатта. Әммә уларҙы белеү файҙалы.
       Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең юрауҙар һеҙгә бәхетле һәм уңышлы йыл килтерер тип ышанабыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал