6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Өҫтәлдә - ҡыяр, ә өҫтәл аҫтында - колбаса? Был рашен мөғжизәһе!
30.12.08


       Яңы йыл алдынан һәр хужабикәнең кисертергеһеҙ эше барлыҡҡа килә. Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ҡупшы кейем кейергә (был, һис шикһеҙ, мөһим)? Был кейемгә туфли һәм биҙәүестәр һайларға, ял ваҡытында байрам табынын һәм яңы йыл кисенең программаһын төҙөргә; фатирҙы уйынсыҡтар һәм серпантин менән биҙәргә; аҙыҡ-түлек, дуҫтар һәм туғандар өсөн бүләк һатып алырға кәрәк... Туҡта, эш бар бит әле! Быларҙың бөтәһенә лә нисек өлгөрөргә? Мәсьәлә еңелдән түгел, әммә үтәп була - "БАШвестЪ" редакцияһы яңы йыл алдынан һеҙҙең өсөн бер батырлыҡ күрһәтте инде!
       Эйе-эйе, һеҙ яңылышмайһығыҙ, һүҙ аҙыҡ-түлек баҙарҙары һәм социаль селтәрҙәр тураһында бара (супермаркеттарға уҡы). Беҙ уларҙың һәр береһендә хаҡтарҙы иғтибар менән өйрәндек һәм үҙебеҙҙең тикшеренеүҙәр тураһында етди отчет бирергә әҙер. Шулай итеп, аҙыҡ-түлекте ҡайҙа һәм күпмегә һатып алырға?
       Башта - консерваланған йәшелсәләр, улар яңы йыл өҫтәлен әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ. Борсаҡ һәм кукурузды супермаркеттарҙа һатып алыу яҡшыраҡ булыр, уларҙың хаҡы - 36 һум. Ҡиммәтме? Бер ҙә ҡиммәт түгел - баҙарҙа бындай банка өсөн 44 һум һорайҙар. Әммә һаҡсыл тотонорға уйлайһығыҙ икән, рәхим итегеҙ, үҙең теләгәнде һайла - кукуруз һәм борсаҡтың хаҡы 24 йәки 19 һум. Дөрөҫ, осһоҙ хаҡҡа алынған аҙыҡты асыу менән нимәгә тап булаһығыҙ, фәнгә билдәһеҙ. Бәлки, был ашарға яраҡлылыр, кем белә, бәлки, яраҡһыҙҙыр! Хәйер, һеҙгә һайларға.
       Ә хәҙер маринадланған ҡыяр тураһында. Уларҙы ла супермаркетта ҡарарға кәрәк, унда маринадланған ҡыяр 49-54 һум тора. Тәмләткестәр менән, эре һәм ваҡ ҡыярҙар. Йәнең теләгәнен һайла! Хаҡы ла тешләшмәй.
       Йомортҡа, ҡыяр, колбаса... Былар - ғәҙәти аҙыҡ-түлек, әммә, уларҙы кәрәкле пропорцияла бергә ҡушһаң, бик шәп салат килеп сыға. Традицион салатҡа ингридиенттарҙы етди һайларға кәрәк. Супермаркетта 127-157 һумлыҡ "доктор" колбасаһын һайлайáыҙ, ә баҙарҙан - ун дана йомортҡа (36 һум тора). Һуңғы кәңәшебеҙ осраҡлы түгел - эш шунда, селтәр магазиндарында уларҙың хаҡы 1-2 һумға ҡиммәтерәк.
       Яңы йыл өҫтәленең короле - майонез. Уны традиция буйынса "биҙрәләп" һатып алалар - 900 грамм тартҡан биҙрәнең хаҡы - 44 һум. Юғары калориялы майонез - 56-58 һум. Ай-һай, улар тәме һәм еҫе буйынса айырыла микән? Бында ла бер нисә һумығыҙҙы кеҫәгеҙҙә ҡалдыра алаһығыҙ.
       Көрсөк! Шуға ла күҙҙе ҡыҫып, креветка төргәктәрен урап үтергә була. Кукуруз һәм дөгөнән диңгеҙ ҡыҫалаһы салаты. Һуңғыһы һәр хужибикәлә табылыр, моғайын, ә бына диңгеҙ ҡыҫалаһы таяғы артынан супермаркетҡа бараһы ҡала. Иң мөһиме - аҡсаны әрәм-шәрәм итмәҫкә, һәм йөҙ грамлы төргәкте лә һатып алмаҫҡа. Бер юлы 200 грамлыны һатып алыу отошло булыр (18 һум тора), моғайын. Диңгеҙ ҡыҫалаһы салаты бөтәһенә лә оҡшар!
       Йылы аш. Яңы йыл унһыҙ үтмәй, ғөмүмән - ит ашамлығы - ул теләһә ниндәй байрам өҫтәле нигеҙе. Күҙ алдына килтерегеҙ әле - ылыҫлы ағастың хуш еҫе, бокалдар зыңлауы, шампан шарабы тамсылары, француздарса әҙерләгән итте ашаған ҡунаҡтарҙың ҡәнәғәт йөҙө... Туҡта! Беҙ фантазияға бирелдек шикелле.
       Ә хәҙер баҙарға юл алайыҡ һәм һыйыр ите һатып алайыҡ (уның бер килограмы 150-160 һум тора).
       Һалҡын закускалар тураһында һөйләгәндә, улар яңы йылда аш-һыу бүлмәһенең 50 процент тиерлек уңышын тәшкил итә. Өҫтәлгә сервелатты нәҙек киҫәктәргә киҫеп ҡуйығыҙ. Дөрөҫ, супермаркетта уның хаҡы ҡиммәт - 238 һум, ә баҙарҙа - 245 һум. Әммә көймәгеҙ - сервелат тәрилкәһен, ҡунаҡтарҙың буйы етмәҫлек итеп (әйҙә йыраҡтан ҡыҙығып торһондар), үҙегеҙҙә яҡыныраҡ ҡуйығыҙ. Һәр киҫәккә гәрсис менән "Ҡул менән теймәҫкә!" тип яҙырға онотмағыҙ, мәҙәк өсөн.
       Тәмле ашарға яратыусылар ыуылдырыҡлы бутербродтан баш тарта алырмы һуң? Был аҙыҡтың да хаҡын бәйән итәйек - 300 һум. Һүҙ, әлбиттә, ҡыҙыл ыуылдырыҡ тураһында бара, ә ҡара ыуылдырыҡты, әйҙә, олигархтарға ҡалдырайыҡ.
       Тағы нимә? Әлбиттә, сыр. Әлеге мәлдә "һөт мөғжизәһе"нең хаҡы үтә лә юғары - 199 һум, ә ул байрам өҫтәлендә мотлаҡ булырға тейеш. Сырҙы күп хужабикәләр өҫтәлгә ҡырғыс аша үткәреп, бешкән ит һәм майонез менән бутап салат рәүешендә, йәки киҙәктәргә бүлеп бирә. Беҙ тағы ла хыялға сумдыҡ шикелле.
       Эш араһында булһа ла социаль селтәргә күҙ һалайыҡ. Һөт кәштәләренә юл алабыҙ, бында шул уҡ "голланд" сыры 185 һум тора. Иҫ китерлек эдам сырына, ул әйтерһең дә һауа менән тултырылған, күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап үтәбеҙ.
       Бындай "һый-хөрмәт" булғанда, нимә эсәргә һуң? Башта - әфлисун һуты, ярай әле, сауҙа нөктәләрендә уның хаҡы бер үк - 70 һум (бер юлы ике литрлыны алығыҙ - осһоҙға төшә). Тағы бер вариант - газлы һыу, мәҫәлән, "Дюшес" тигәнде. Хаҡы ла ҡиммәт түгел - 19 һум ғына.
       Әйткәндәй, торт тураһында онотоп китмәйек. Уның уртаса хаҡы 150 һум (социаль селтәрҙә) йәки баҙарҙа 157 һум тәшкил итә. Һатып алған тортты ҙур ҡәнәғәтлек менән өйгә алып ҡайтабыҙ. Иң мөһиме - ул 31 декабрҙең һуңғы сәғәтенә тиклем "йәшәһен", һәм йорттағыларҙың төпһөҙ ашҡаҙанында 29-ында уҡ юҡҡа сыҡмаһын.
       Көрсөк көрсөк менән, ә Яңы йылда емеш-еләк ашайһы килә бит. Супермаркетта мандарин һәм йәшел алмалар һатып алабыҙ, уларҙың хаҡы уртаса 72 һум тора, ә банан - 42 һум, ә баҙар кәштәләрендә уларҙың хаҡы күпкә ҡиммәтерәк.
       Һәм, ниһайәт, сират шампан шарабына етте. Осҡон сәскән был бәхет эсемлеген Яңы йылда (аналитиктар раҫлауҙары буйынса, көрсөк йылында) эсмәһәң, ҡасан эсәһең? Шул уҡ ваҡытта, шампан шарабының күбеге һәм башҡа матурлығы менән ләззәтләнеү өсөн, эш хаҡының яртыһын сарыф итеү мотлаҡ түгел: Рәсәйҙә етештерелгән шампан шарабының бер шешәһе 83-84 һум тора, яҡын сит илдән индерелгәндәрҙең хаҡы - 103-104 һум.
       Аҙыҡ-түлектәр йыйылмаһын барланыҡ шикелле, мәҙәктәр генә күңелһеҙ... Был аңлашыла ла. Ҡара ыуылдырыҡҡа һәм креветкаға бөгөн аҡса сарыф итеү - ул дыуамаллыҡ. Шул уҡ ваҡытта, унһыҙ ҙа байрам хәтерҙә ҡаласаҡ бит! Иң мөһиме - ынтылыш һәм байрам мөхите, ә быларҙы күңел йылылығы ярҙамында еңел булдырып була. Дөрөҫ, тағы бер мәл бар, был турала алдан хәстәрләү зарур - ул һеҙҙең яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ өсөн бүләк. Ә бында ваҡланып тороу кәрәкмәй. Яңы йыл менән!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал