6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Суд системаһы

Суд системаһы ғәҙел хөкөм сығарыу системаһына әүерелерме
25.03.04


       Бер һигеҙ йыл элек, Башҡортостандың район суды рәйес е ауыҙынан мин күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалған фраза иш еттем :" Беҙҙең судьялар ҡулына ҡалырға Хоҙай ҡушмаһын". Ул ваҡытта мин быны ишетеп, шаҡ ҡаттым - нисек инде ул, судьяны ң ғәҙел хөкөмөнә ышанмай, шикләнергә мөмкин Ә ул һуңынан бы лай тип өҫтәп ҡуйҙы "Судтан ҡурҡмағыҙ, судьянан ҡурҡығыҙ."
       Ул замандарҙан байтаҡ ваҡыт үтте. Суд реформаһы ла бе р аҙ үҙгәрә төштө - суд эшмәкәрлеге күрһәткестәре яҡшыра, п рисяжшыйҙар суды булдырылды һәм башҡалар. Әммә ,дөйөм алғанд а һәм суд тупһаһын нисәмә йылдар буйы тапарға мәжбүр кеше к үҙлегенән ҡарағанда , беҙ һаман да бер урында торабыҙ кеүек.
       Төбәк журналистарының "Из первых уст" клубы үткәргән семинарҙа "Индем" фонды вице - президенты, Борис Ельциндың элекке советнигы Михаил Александрович Краснов был хаҡта бына
       ниндәй фекер йөрөтә:
       - Суд системаһы тейешле кимәлдә эшләһә, беҙ 10 - 12 йыл
       эсенлә хоҡуҡи дәүләт төҙөр инек. Беҙ уйлағанса түгел шул.
       Кешеләр дәүләткә дәғүә менән мөрәжәғәт итә. Уныһы үҙ сират ында зыянды ҡаплар өсөн чиновникты яуапҡа тарттыра. Хәлдәрҙ ең былай торошо халыҡ өсөн уңайлы ла бит.
       Ысынында иһә эш бөтөнләй икенсе төрлө. Кем ғәйепле тигә н һорау беҙҙә һәр ваҡыт өсөнсө юлда килә. Кемгә дәғүә белдер ергә белмәй интегәбеҙ беҙ.Шуның арҡаһында кеше эшһеҙ, фатирһ ыҙ ҡалырға мөмкин, ә дәғүәне кемгә йүнәлтергә икәнлеген беле п булмай.
       Бының сәбәптәре байтаҡ. Михаил Краснов фекеренсә, вла сть органдарының суд уйнаған ролде аңлап еткермәүҙәрендә. Су д реформаһының приоритеты юҡ.
       1995, 1996 йылдарҙа "Версия" гәзите судтарҙың мөшкөл хәлен сағылдырып йыш сығыш яһай торғайны. Судтар башлыса иҫк е биналарҙа урынлаштырылды, енәйәт эштәре баштан ашырлыҡ бул ды, канцелярия хеҙмәткәрҙәре даими алмашып торҙо. Ни өсөн т игәндә, ул замандарҙағы аҡсаһыҙлыҡ шарттарында ла ул тиклем бәләкәй эш хаҡына эшләүселәр табылманы. Судтар конвертһыҙ, бланкаларға етешмәй йәшәне. Ә компьютер кеүек заман техникаһ ы тураһында һүҙ ҙә юҡ ине. Пристав ролен йыш ҡына ҡатын -ҡыҙ ҙар башҡарҙы. Уларҙың да эш хаҡы бәләкәй ине, әммә шул тикл ем аҡса өсөн улар өсләтә ҡурҡыу кисерә.
       Әлбиттә, быларҙың барыһы тураһында ла президентҡа яҙыл а килде. Әммә был мөрәжәғәттәр үҙенең тормошо, бюджет -үҙене ке, хөкүмәт үҙенә генә хас тормош менән йәшәүен дауам итте. Шулай булғанлыҡтан хаттар дежур һүҙҙәр булып ҡала бирҙе.
       Икенсенән, судьяларҙың хоҡуҡи аң кимәленә күп нәмә бәйл е. Судья, президент, министрҙар кеүек үк, А категрияһына инг ән вазифаны биләй. Ул үҙенең йәмғиәттә уйнаған ролен аныҡ бе лергә тейеш, сөнки ул йәмғиәткә әйҙәүсе көс булараҡ ярарға т ейеш.
       Өсөнсөнән, судьяларҙы "ауыҙлыҡлыу" рычагтарының булыуы
       насар. Бөгөн судьяларҙың эш хаҡы күтәрелде, улар яңы бина ларҙа өй туйҙары үткәрҙе һәм эш урындарын компьютер менән й ыһазландырҙы. Суд системаһы иғтибар үҙәгендә булған кеүек, ф инанслау ҙа айырым юл менән бара...
       Башҡортостанда бер судьяға эләккән эш күләме кәмей төштө. К шегә күрһәтелгән иғтибар арта төштө. Әммә шулай булыуға ҡара маҫтан, судьяларҙы бер кемгә лә буйһонмай тип әйтеүе ҡыйын. Элекке кеүек ришүәт алыу ҙа , сәйәси буйһоноу ҙа бар.
       Ысынбарлыҡта оппозицияның булмауы ла судьяларҙы сетерекл е хәлгә ҡуя. Әгәр улар бөгөн бер власть, иртәгә икенселәрҙең
       сәйәси рулгә тотоноуҙарын тойоп йәшәһә, нейтраль ҡарарҙар ҡабул итрегә мәжбүр булырҙар ине.

Светлана Полиновская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал