6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Тормош өсөн!
30.12.08


       Хөкүмәт йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
       - Мин һандар килтереү менән сикләнергә теләмәйем, дөрөҫөрәге, республика алдында торған мәсьәләләр һәм проблемалар өҫтөндә фекер йөрөтөргә теләйем, - тиï һүҙ башланы Раил Сарбаев.
       Осрашыу, ысынлап та, күберәк "тормош өсөн" һөйләшеү формаһында үтте. Ул беренсе минутта, дөрөҫөрәге, тамамланып килгән йылдың плюстары һәм минустары тураһында беренсе һорауҙа шулай булды.
       - Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылын үткәреү төп ваҡиға булды. Пособиелар күләме арттырылды, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары бүлеү тураһында положениены үткәре¼гә өлгәшелде. Был күп балалы ғаиләләргә торлаҡ проблемаларын хәл итеү өсөн 1,5-2 миллион һум аҡса алыу мөмкинлеген бирә. Йәғни ғаиләнең өлкән балаларын торлаҡ менән тәьмин итеү йәки шәхси йорт төҙөү мөмкинлеге бар.
       Бынан тыш, нœмә планлаштырылған булһа, бөтәһе лә эшләнелде. 25 мәктәп, алты интернат, 14 балалар баҡсаһы, спорт комплекстары һәм башҡа социаль объекттар төҙөлдө.
       26 коррекцион мәктәптә һәм бер нисә балалар йорттарында капиталь ремонт үтте. Әлбиттә, бындай учреждениеларҙың һаны аҙ булһын ине, әммә... Әйткәндәй, быйыл уларҙы финанслау күләме артты, унда тәрбиәләнеүсе балалар мохтажлыҡ кисермәһен ине. Был йәһәттән беҙ күп эшлœнек, башҡаса булмай. Балалар йорттарының береһендә ВИЧ-инфекциялы төркөм бар. Ундай балаларҙың ғүмере - ун йыл. Балалар йортона киләһең, күрәһең - бөтәһе лә шундай һөйкөмлө, ашап ултыралар, ә һиңә: "бына был баланың бер нисә көн инде температураһы юғары, тимәк, ул тиҙҙән...", тиҙәр.
       - Бындай мәсьәләләрҙә эш финанслауҙа ғына түгел, әммә кешеләрҙең бындай проблемаларға мөнәсәбәтендә лә, - тип белдерҙе Раил Сарбаев. Премьер-министрҙың телмәрендә кешелек факторына, кеше йәнле булыуға, ябай кешеләрҙең бәлә-ҡазаһына һәм уларҙың проблемаларына иғтибарлы булыу һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
       - Беҙ ябай кешеләрҙең проблемаларын белергә тейешбеҙ - улар бик күп, хатта чиновниктар һанынан күберәк. Һуңғыһы республикала алты меңдән ашыу. Әммә улар бер ҡултамға менән кешенең ғүмерен өҙә ала. Һәм һеҙ, журналистар, был турала һөйләргә тейешһегеҙ. Беҙ ябай кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлап, бындай етәкселәр тураһында асыҡ һөйләргә һәм ундайҙарҙы тәнҡитләргә тейешбеҙ.
       Иҡтисадҡа килгәндә, донъялағы иҡтисад көрсөгө шарттарында был мәсьәләлә, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала ныҡлыҡ запасы бар, ул киләһе йылдың биш айына етәсәк. Әммә шуны оноторға ярамай, төбәк иҡтисады бер урында тормай, ә эшләй, шуға күрә бюджет тулыланасаҡ. Был йәһәттән республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы хәтһеҙ роль уйнай.
       - Мин яғыулыҡ-энергетика комплексы етәкселәренә рәхмәт белдерәм. Улар ваҡытында йүнәлеш алды, производствола даими модернизация үткәрә, һәм хәҙер республиканың нефть эшкәртеү комплексы Европала иң яҡшыларҙан һанала. Һуңғы ун йыл эсендә республиканың нефть эшкәртеү заводтарында 17 яңы ҡулайлама индерелгән. Был "Евро-4" һәм "Евро-5" марка бензинын етештереүҙә булышлыҡ итә. Таможня пошлинаһы кәмей төшкәс, беҙ бындай бензинды сит илгә сығара аласаҡбыҙ. Һәм был республика ҡаҙнаһына өҫтәмә килем бирәсәк, - тине Раил Сарбаев.
       Республикала сәнәғәттең башҡа тармаҡтары ла бар, уларҙың хәле тураһында "торғонлоҡ" тип әйтеп булмай.
       Ағымдағы йылда төбәккә 156 миллиард һум күләмендә инвестиция һалынған. Республикала 70-кә яҡын инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, тағы ла 636 проект бар. Әле Башҡортостанда сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында - машина эшләүҙә, нефть химияһында, урман хужалығында кластерҙар булдырыла.
       Әйткәндәй, эшҡыуарлыҡ иҡтисад үҫешендә хәтһеҙ роль уйнай.
       - Киләһе йылда беҙ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү күләмен арттырасаҡбыҙ, - тине Раил Сарбаев. - Иғтибарға лайыҡ булған һәр эш ярҙамға мохтаж, шуға күрә аҡсалар шул уҡ 636 инвестиция проектына һалынасаҡ. Бизнесты үҫтереүгә, федераль программаларҙы бергә финанслауға, буласаҡ эшҡыуарҙарҙы уҡытыуға аҡса бүленәсәк. Бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлауға йәмғеһе өс миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.
       Республиканың агросәнәғәт комплексына ла етди иғтибар бүленәсәк. Иҡтисадтың был секторында, моғайын, етди үҙгәрештәр булыр.
       - Райондарҙа табышһыҙ эшләгән хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеү кәрәге юҡ. Ауыл кешеһенә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүҙә ярҙам итергә кәрәк. Улар өсөн техника һатып алыуға бюджеттан 200 миллион һум аҡса бүленгән. Мин ошо көндәрҙә Йылайыр районында булдым, бында кешеләр ошо программа буйынса үҙҙәренең хужалығы өсөн техника һатып алған. Кешеләрҙең эшкә дәрте бар. Улар өсөн 30-50 мең һум - ул ҙур ярҙам, һәм беҙ артабан да ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Әммә ҡалған средстволарҙы - ә улар миллиард һум - республиканың бөтә хужалыҡтары буйынса таратмаясаҡбыҙ. "Алексеевка", "Рощинский" кеүек эре хужалыҡтарға бүләсәкбеҙ. Улар был аҡсаға лаборатор тикшеренеүҙәр үткәрә ала, уларҙың ашлама һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ, һәм, ахыр сиктә, улар сифатлы продукция етештерә аласаҡ, - тине Раил Сарбаев.
       Әйткәндәй, Раил Сарбаев һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр районда һөт заводы булдырыу практикаһы үткәндә ҡала - табышлылыҡ түбән, шуға күрә улар эре эшкәртеүсе предприятиелар менән ярыша алмай. Һыуытҡыстар менән һөт ташыу машинаһы һатып алыу һәм "һөт" баҙары уйынсылары өсөн халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу отошло булыр ине.
       Матбуғат конференцияһында һүҙ торлаҡ тураһында ла барҙы. Донъялағы финанс көрсөгө шарттарында торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре кәмемәҫме?
       - Төҙөйәсәкбеҙ, бөтә йөкләмәләр үтәләсәк. Ағымдағы йылда 2,2 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырасаҡбыҙ, - тине Раил Сарбаев. - Проблема күпме төҙөүҙә генә түгел, ә бына торлаҡ күпме торасаҡ? Күптәрҙе ошо проблема борсой бит.
       Раил Сарбаев фекеренсә, шул уҡ Өфөлә торлаҡтың бер квадрат метры 20 мең һум тирәһе тәшкил итә ала (хәҙерге хаҡ менән сағыштырғанда бер квадрат метры 50 мең һум тирәһе тора). Торлаҡ хаҡын кәметеү өсөн, дәүләт иҫәбенә инженер коммуникациялар үткәрергә, төҙөлөшкә ер участкаларын бүлеү процедураһын асыҡтан-асыҡ яһарға, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк.
       Ваҡыт сикләнгән ине, шуға күрә журналистар борсоған һорауҙарын биреп өлгөрә алманы. Әммә бирелгән һорауҙарҙы Премьер-министр аныҡ хәл итәсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал