6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Лидерҙар аңлаша
30.12.08


       "Салауат Юлаев"тың һуңғы матчтары теңкәгә тейеүсән булды, әммә улар күңелле тамамланды. Башта көтмәгәндә матчты ҡотҡарҙылар, әммә уны ҡотҡарыуы еңелдән булманы, һәм "Атлант" еңеү урынына байрамды керәндил менән билдәләне.
       Ике уйын да төрлө булды, ә һөҙөмтәләр бер үк. Радулов, әлегә, тфү-тфү-тфү, күҙ теймәһен, һөҙөмтәле уйнай башланы - йә ике шайба, йә өс тапшырыу. Уңды, тиер ҡай берәүҙәр. Әммә беҙ быны кире ҡаға алабыҙ. Тигеҙ урында бындай уңыу булмай ул - ул һәр саҡ ни менән булһа ла нығытыла. Оҫталыҡ, хаталар өҫтөндә эшләү, маҡсатҡа ынтылышлы булыу - былар Радулов исеменә әйтелгән һүҙҙәр.
       Дисциплина менән бөтәһе лә яҡшы тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер уйынсылар (был айырыуса "Атлант"ҡа ҡаршы матчтың беренсе һәм икенсе осоронда күҙгә ташланды) боҙға хоккей өсөн түгел, ә урынһыҙ ҡағиҙә боҙоу һәм судья менән бәхәсләшеү өсөн сыға.
       "Юлаевсылар"ға ҡарата теркәлгән бөтә боҙоуҙар эш буйынса булды. "Атлант" командаһы хоккейсылары уйындан ситләтелмәне, сөнки "юлаевсылар" яғынан ҡурҡыныс һөжүм итеү (шул уҡ уйындан ситләтелеү арҡаһында) аҙ булды, ә Мытищи уйынсылары кәрәге булмағанда ҡағиҙә боҙмаҫҡа булды.
       Һәм беҙҙекеләр судьяны әрләргә ҡарар итте - быны үҙенең ҡабатланмаҫ стилендә капитан Владимир Антипов эшләне. Арбитрҙар был матчта тәжрибәһеҙ булды, шөрләнеләр, йомшара төштөләр, һәм бында башланды - "юлаевсылар"ҙың бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙоуҙарын үткәреп ебәрҙеләр, "атлант"тарҙы уйындан ситләтә башланылар.
       Һөҙөмтәлә өсөнсө осорҙа 0:2 иҫәбе 5:2 әйләнде. "Юлаевсылар" аҙсылыҡта уйнаған осорҙа ике шайба индерҙе.
       Уйындан һуң "Салауат Юлаев" командаһының баш тренеры Сергей Михалев матчҡа баһа бирҙе:
       - Триллер! Быны бер һүҙ менән шулай атап була. Осорҙо "Атлант"тан 5:0 иҫәбе менән бер кем дә еңә алманы, әммә беҙ быға өлгәшә алдыҡ...
       Ысынлап та, уңдыҡ. Øайбалар осто ғына, хатта иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы Рэй Эмери ҡаршы тора алманы. Шуға күрә шатланырға һәм ғорурланырға сәбәп бар. Бәлки, ҡара тәнле голкипер уйын ваҡытының тәүге 40 минутында өшөгәндер?
       Аҙаҡ Сергей Михалев судьяларға ҡарата ла үҙ баһаһын бирҙе.
       - Беренсе һәм икенсе осорҙа уйын булманы - 28 минуттың 18-ен беҙ аҙсылыҡта үткәрҙек. Шундай тәьҫир тыуҙы: буйлы кейемдәге кешеләр беҙҙең еңелеүҙе теләне шикелле. Уйындан шунса ситләтелеү беҙҙең команда өсөн хас түгел - әгәр беҙ шундай тупаҫ булһаҡ, лидер була алмаҫ инек. Хоккейсыларыбыҙ аҙсылыҡта уйнаған ваҡытта "юлаевсылар" ҡапҡаһы артында ике тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡанды, мин егеттәр алдында баш эйәм...
       Был һүҙҙәр менән ризалашып була. Минең ҡарашҡа, судьялар был матчта, "Антипов таҙартҡандан һуң" "юлаевсылар"ға хатта бер аҙ ярҙам итте.
       "Атлант"тың баш тренеры Федор Канарейкин ғәйеплеләрҙе тиҙ тапты:
       - Ике осорҙа хата булманы тиерлек. Дисциплина булды. Әммә өсөнсө осорҙа тиҙ гол алдыҡ, ул Өфөнө күтәрҙе. Аҙаҡ тағы ла өс гол - етешһеҙлектәр һөҙөмтәһе. Башта Баландин хата ебәрҙе, уның артынан Зубарев, аҙаҡ Королþê... Тупланыу, һалҡын ҡанлылыҡ етмәне, әммә тырыштыҡ...
       "БАШвестЪ" гәзите күптән түгел: "Салауат Юлаев" үҙ майҙанында "Атлант"тан ике тапҡыр еңелде, әммә Мытищи ҡалаһында ҡунаҡта ике тапҡыр еңә ала", тип яҙғайны. Әлегә шулай бара. Бәлки, "Салауат Юлаев" уйынсыларының оҫталығы ярҙамында күҙаллауҙарҙың икенсе яртыһы тормошҡа ашыр?..
       Әммә бер проблема бар, ул теләһә ниндәй оҫталыҡты туҙанға әйләндерә. Өфөлә яҡшы һаҡсылар етешмәй. Минск ҡалаһында үткән матчта өс шайба үткәрҙеләр, был бер ҙә тынысландырмай. Ярай әле, һөжүмдә алты шайба индереүгә өлгәштеләр.
       Шуның икеһе Алексей Терещенко иҫәбендә. Ул һуңғы ике осрашыуҙа өс шайба индереп, уларҙың һаны буйынса даими чемпионатта шәхси рекорд булдырҙы. Ә алда шул ҡәҙәр матчтар бит...
       Капитан Владимир Àíòèïîâ шулай уҡ дүбль яһаны. Хәҙер Терещенко һәм капитан йәш талантты уҙып китте - Радулов иҫәбендә 16 шайба, Антиповта - 17, ә Терещенкола - 19.
       Белорустар был юлы тағы ла тулыһынса партизанлыҡ итте һәм хатта 2:1 иҫәбе алып барҙы. Ҡайҙа инде уларға "Салауат" менән ярышырға? "Юлаевсылар" тағы ла аҙсылыҡта шайба индерҙе - был юлы Андрей Таратухин оҫталыҡ күрһәтте...
       Шулай итеп, 6:3 - һәм чемпионатта 88 мәрәй менән лидерлыҡ. Әммә хәлһеҙләнергә ярамай - "Аҡ Барыҫ" яҡынлашып килә - өс мәрәйгә генә ҡалыша. Был клуб ике уйынға күберәк үткәргән булһа ла, уны "юлаевсылар"ға еңелеүҙәре менән үртәмәү яҡшыраҡ булыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал