6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

103 йәшлек аҡһаҡал бөтәһенә лә оҙон ғүмер теләй
29.12.08


       27 декабрҙә Низаметдинов Сабирйән Баһауетдин улына 103 йәш тулды. Аҡһаҡал, оҙон ғүмерлеләр сәнәғәт ҡалаларынан алыҫ йәшәй тиãœí ғилми тикшеренеүҙәргә ҡаршы, Өфөлә йәшәй. Ул күптән түгел генә урамға йөрөргә сыға ине, әле ул күп ваҡытын өйҙә үткәрә, унда уның йөкләмәләре бар. Сабирйән Баһауетдин улы бөтә счетты һәм квитанцияларҙы үҙе тултыра һәм йорт бухгалтерияһын дөрөҫ алып бара.
       - Атайым ғүмер буйы яуаплы вазифаларҙа эшләне, Дим, Өфө, Уруссу тимер юл станцияһы начальнигы урынбаҫары, Ютазы станцияһы начальнигы булды, - тип һөйләй ҡыҙы Низаметдинова Розалиә. - Уға ауыр участкаларҙы ышанып тапшырҙылар, ул коллективтың эшмәкәрлеген һәр саҡ яҡшы ойошторҙо һәм шуға ла алдынғылыҡты һис бирмәне. Ғаилә архивында 1932 йылғы грамота һаҡлана. Атайыма был грамота биш йыллыҡ йөкләмәне дүрт йыл эсендә үтәгәне өсөн бирелгән. Атайым хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан бүлексәһендә тағы ун йыл диспетчер булып эшләне. Ул әүҙем һәм кәрәкле кеше булырға өйрәнгән, шуға күрә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙаллы булырға һәм бүтәндәр ярҙамынан тыш йәшәргә тырыша.
       Сабирйән Баһауетдин фатир буйлап иркеí йөрөй, саф һауа һуларға лоджияға сыға, радио тыңлай һәм гәзит уҡый.
       - Үкенескә ҡаршы, элекке кеүек, күп уҡый алмайым. Күреү һәләтем насарайҙы, шуға күрә эре шрифт менән яҙылған баҫмаларҙы һайлайым, - ти аҡһаҡал.
       Ñàáèðéœí Íèçàìåòäèíîâ òелетапшырыуҙар ºàðàé, донъялағы яңылыҡтар менән танышып бара, туғандары менән тикшерә. Өлкәндәр хоҡуғында яҡындарының тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уларҙың эштәре менән ҡыҙыҡһына, берәйһе командировкаға китһә, борсола башлай. Тейешле урынға барып еткәс, мотлаҡ шылтыратыуҙарын үтенә. Баҡса участкаһында ярҙам итә, беҙ картуф ултыртҡан арала ҡайын миндеге бәйләй һала.
       - Мин һигеҙ йәштән эшләй башланым. Атайым иртә үлеп китте, һәм әсәйем алты баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Шуға күрә беҙ бөтәбеҙ ҙә уға хужалыҡ буйынса ярҙам иттек, - тип һөйләй Сабирйән Баһауетдин улы. - 30-сы йылға тиклем ауылда йәшәнем, Бүздәк районында халыҡ суды заседателе, ауыл советы ағзаһы, аҙаҡ рәйес урынбаҫары булдым. Ҡалаға Өфө тимер юл техникумына уҡырға өс йүнәлтмә булғас, клубҡа йәштәрҙе йыйҙым һәм уҡырға кем барасағын хәл иттем. Теләк белдереүсе булманы. Ике иптәшемде өгөтләп, һәм беҙ өсәүләп ҡалаға киттек, крәҫтиән йортонда йәшәнек. Иртәгәһе көнөнә имтихан бирергә барғас, бик ныҡ борсолдоҡ, сөнки ҡала малайҙары һәм ҡыҙҙар, беҙҙең ҡарашҡа, матур кейенгән ине. Беҙ ныҡ оялдыҡ һәм шул саҡ кире ҡайтаһы килде. Әммә беҙ үҙебеҙҙә ҡыйыулыҡ таптыҡ һәм кабинетҡа индек. Бәхеткә күрә, өсөбөҙ ҙә уҡырға индек.
       Техникумды тамамлағандан һуң Сабирйән Низаметдинов тимер юлында алты йыл эшләй. Аҙаҡ икенсе вазифаға тәғәйенләнә һәм Дим станцияһында дежур була, аҙаҡ - диспетчер. Һуғыш башланғас, станция начальнигының өс урынбаҫары урынын кәметәләр, һәм Сабирйән Низаметдинов уларҙың бурысын бер үҙе үтәй башлай.
       - Мин диспетчер өсөн дә, станцияла дежурҙа тороусы өсөн дә эшләй ала инем. Ул саҡта йоҡо күрмәнек, балаларҙы бөтөнләй тиерлек күрмәй инем - иртән улар йоҡлаған саҡта китә инем, кисен һуң ҡайта торғайным.
       - Атайым һирәк булһа ла ял көндәрен беҙҙең менән үткәрә ине, - ти Розалиә Сабирйән ҡыҙы. - Уның ярҙамы менән тиҫтерҙәремә ҡарағанда элегерәк Мәскәүҙе күрҙем, Ҡыҙыл майҙанда, музейҙарҙа булдым. Ул, тимер юл хеҙмәткәре булараҡ, льготаға эйә ине, һәм беҙҙең икенсе ҡалаға бушлай барыу мөмкинселегебеҙ бар ине.
       Сабирйән Баһауетдин улы ҡыйынлыҡтарға бер ваҡытта ла бирешмәне. Ул һәр саҡ эшкә ҡыйыу тотондо.
       - Йыш ҡына башҡа урынға барырға тәҡдим итәләр ине. Мин һис бер баш тартып торманым, ҡайҙа эшкә ебәрҙеләр, шунда барҙым. Тиҙ арала сумаҙанды йыйып, юлға сыға инек, - тип хәтерләй аҡһаҡал. - Ғаиләм менән оҙаҡ йылдар дауамында Татарстанда йәшәнем, унда Уруссу станцияһы начальнигы урынбаҫары булып эшләнем. Әммә Башҡортостанды һағына инем, шуға күрә Өфөгә күсеү тәҡдиме алғас, ризалаштым.
       - Атайыма хөкүмәт фатиры бирҙеләр, әммә әсәйемдең баҡсаһы, ихатаһы булған үҙ йортонда йәшәйһе килә ине, - ти Розалиә Сабирйән ҡыҙы. - Шуға күрә ул бер үҙе тиерлек йорт төҙөнө. Бер-береһенә параллель таҡталар араһына шлак һалынды. Цемент ташыған вагондарҙы һеперә торғайныҡ, шулай итеп, цемент йыйҙыҡ, йылғанан һыу ташыныҡ. Аҙаҡ таҡталарҙы алдыҡ, һәм бетон стеналы йорт барлыҡҡа килде. Ул әле лә бар. Ютазынан килгән һәр кеше уны поезд тәҙрәһенән күрә.
       Бөгөнгө көндә Сабирйән Баһауетдин улы үҙенең фатирында ҡыҙы, кейәүе һәм ике ейәне менән йәшәй. Йорттағылар олатайҙың тыуған көнөнә алдан уҡ әҙерләнгән - бүләк һатып алғандар һәм дөйөм көс менән стена гәзите сығарғандар. 27 декабрҙә 103 éœøëåê аҡһаҡалды ҡотларға туған-тыумасаһы килде.
       - Алда беҙҙе тағы ла бер байрам көтә. Сабирйән Баһауетдин улы, яңы йыл кисендә нимә теләр инегеҙ?
       - Һаулыҡ, бәхет, уңыштар һәм һәр кеше минең йәшкә тиклем йәшәһен ине.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал