6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Шыршыны боронғо уйынсыҡтар менән биҙәгеҙ!
29.12.08


       Яңы йыл алдынан республиканың Милли музейында ҡышҡы байрам атрибуттары - шыршы уйынсыҡтары, открыткалар, фотографиялар һәм бүләктәр күргәҙмәһе асылды. Музейҙың экспозиция залында Раштыуа шыршыһы ҡуйылды, уны сағыу уйынсыҡтар менән биҙәнеләр. Күргәҙмәгә килеүселәр ҡупшыҡай тирәләй әйлән-бәйлән уйнай. Күптәрҙең иғтибарын залдағы быяла витриналар йәлеп итә. Музей хеҙмәткәрҙәре уларҙа ҡиммәтле һәм ватылыусан экспонаттар урынлаштырған, уларҙың күбеһе - шыршы уйынсыҡтары.
       Баҡтиһәң, мәңге йәшел ағастың ботаҡтарын биҙәү урта быуатта барлыҡҡа килгән икән, әммә йортта байрамға биҙәү модаһы XVI быуаттың икенсе яðтыһында барлыҡҡа килгән. Шыршыға эленгән предметтар символик характерға эйә. Миҫал өсөн, шыршының түбәһе Вифлеем йондоҙо тураһында хәтерләткән, алмалар - ымһындырғыс нәмә, вафлянан һындар - сөсө күмәстең өлгөһө. Күргәҙмәлә һеҙ үтә һирәк осрай торған ҡиммәтле нәмәләрҙе таба алмайһығыҙ, ә бына ашамай торған уйынсыҡтар, улар һуңыраҡ барлыҡҡа килгән, бында етерлек.
       - Экспозицияға 1940 йылда сыҡҡан шыршы уйынсыҡтары ҡуйылған, - тип һөйләй күргәҙмәләр ойоштороу һәм үткәреү буйынса сектор мөдире Алһыу Муфтахова. - Хатта һуғыш ваҡытында ла уйынсыҡтар сығарыу бер ни тиклем кәмеһә лә, әммә туҡтамаған. Яңы йылға шыршы биҙәү мотлаҡ булған - был йола тыныс тормош тураһында хәтерләткән һәм тиҙҙән еңеүгә ышаныслыҡ өҫтәгән. Шыршылар һуғыш тематикаһы уйынсыҡтары - һалдаттар, танкылар, пистолеттар менән биҙәлгән.
       Шыршы уйынсыҡтары буйынса ил тарихын өйрәнеп була, сөнки биҙәүес оҫталары һәр саҡ яңы сериялар булдырып, ваҡиғаға әүҙем яуап биргән. 1949 йылда, бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың юбилейына ҡарата, яҙыусының әкиәт персонаждары һүрәттәре менән уйынсыҡтар сығарылған. Сталин идаралыҡ иткән йылдарҙа, ул хоккей яратҡан, "шыршы спортсылары" барлыҡҡа килгән. Илдә аҙыҡ-түлек менән "киҫкенлек" булған осорҙа йәшелсә һәм емеш-еләк уйынсыҡтары яһай башлағандар. Кешелек донъяһы йыһанды үҙләштергән, был да яңы йыл биҙәүестәрендә сағылыш тапҡан. Космонавт, юлдаш һәм ракета уйынсыҡтары барлыҡҡа килгән.
       - 1966 йылға тиклем сығарылған яңы йыл биҙәүестәре үтә һирәк осрай торған ҡиммәтле уйынсыҡтарҙан һанала, - тип һүҙен дауам итә Алһыу Муфтахова. - Сөнки ул ваҡытҡа тиклем шыршы биҙәүестәре ҡулдан эшләнгән. Беҙ Ҡыҙыл Шапка ҡурсағының ике быяла һынын таптыҡ һәм уны күргәҙмәгә ҡуйҙыҡ. Беренсе ҡурсаҡ 50-60-сы йылдарҙа эшләнгән, икенсеһе - ун йылға һуңыраҡ. Уйынсыҡтар бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Фабрика сығарған ҡурсаҡ авторҙыҡынан күпкә ҡалыша. Беренсеһен әҙерләгәндә оҫта үҙенең күңелен һалған, ҡурсаҡтың йөҙ һыҙаттарын һәм кейем элементтарын ентекләп төшөргән.
       1970 йылда уйынсыҡтар дизайны төрлөләнә. Шыршы биҙәүестœре әҙерләү буйынса заводтар шарҙар, йәнлектәр, тамсылар һәм ҡыңғырауҙар серияһын сығара. Шул ваҡытта уйынсыҡтарҙы шыршыға нығытыу ысулын да уйлайҙар. Уның нигеҙенә металдан эләктергес яһай башлайҙар.
       Әлеге ваҡытта яһалған уйынсыҡтар ҙа шыршыға эленгән. Бында әкиәт геройҙарын һәм йәнлектәр күрмәҫһең. Шыршы уйынсыҡтары буйынса ил сәнәғәте төрлө диаметрлы шарҙар өрөүгә өҫтөнлөк бирә. Төрлө төҫтәге шарҙар шыршыға айырым бер стиль ³¿òœé. Ҡупшыҡайҙы бер төҫтәге шарҙар һәм бантиктар менән биҙәү бөгөн дә актуаль.
       Балалар беренсе ғинуар иртәһендә шыршы аҫтынан бүләк эҙләй. Хәҙерге малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡыш бабайҙан "Lego" конструкторы, компьютер уйындары менән дискылар һәм Bratz ҡурсаҡтары ала. Ә уларҙың өләсәләре һәм олатайҙары шыршы аҫтынан ҙур хәтфә айыу, сағыу һүрәтле китаптар һәм кәнфит ҡабы табып ҡыуанған. Быларҙың барыһына ла күргәҙмәлә урын табылған.
       Икенсе витринала - Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән иҫтәлеккә аҡлы-ҡаралы фотолар, ә бына ҡотлау открыткалары йәйғор төҫтәре менән ҡыуандыра. Ҡайһы берҙәре, ҡотлау һүҙҙәрен уҡыу өсөн, уң яғы менән аҫҡа әйләндерелгән. Ҡайһы бер открыткаларға йөҙәр йыл, был турала орфография һөйләй - "Яңы йыл менән!" һүҙен яҙыу өсөн "ер" ҡулланылған, ул һуңыраҡ юҡҡа сыҡҡан.
       Бындай күргәҙмә Милли музейҙа беренсе тапҡыр ойошторола. Уның запасында "Яңы йыл магияһы (Яңы йыл атрибуттары. Кисә һәм бөгөн)" исеме менән экспозицияға ҡуйырҙай бер экспонат та табылмаған. Музей хеҙмәткәрҙәре өйҙәренән уйынсыҡтар, фотографиялар, открыткалар алып килгән, Сергей Аксаков йорт-музейы коллегалары ла шыршы уйынсыҡтары йыйыуҙа ярҙам иткән. Музей хеҙмәткәрҙәре, күргәҙмәне ойоштороуҙа ярҙам һорап, республика халҡына радио аша мөрәжәғәт иткән. Әммә бер кем дә яуап бирмәгән. Бәлки, иҫке әйберҙәрҙе, шул иҫәптән шыршы уйынсыҡтарын, күптән инде ташлағандарҙыр?
       - Барыбер ҙә берҙән-бер дана булһа ла һаҡланғандыр, - ти Алһыу Муфтахова. - Кешеләр һандыҡтарын асыу менән күңелле хәтирәләргә бирелгәндер, моғайын. Уйынсыҡтарҙың бåр өлөшө әсәйҙәрҙән, ә ҡайһы берҙәре өләсәйҙәрҙән ҡалған. Нигеҙһеҙ онотолған уйынсыҡтарҙың быйыл шыршыла тағы ла йымылдаясағына һәм ғаилә байрамына йылылыҡ һәм йәм өҫтәйәсәгенә ышанам.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал