6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Персона

Алтынсыҡ-ҡыҙ
29.12.08


       Оксана Савченко - спортсы. Оксана һөйкөмлө ҡыҙ, юғары интеллектлы.
       Оксана Пекинда Параолимпиада уйындарында йөҙөү буйынса өс алтын миҙал яуланы. Был ҡаҙаныш хөрмәткә лайыҡ. Ағымдағы йыл аҙағында беҙ уның менән әңгәмә ҡорорға ҡарар иттек.
       - Пекин артта ҡалды. Әле нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
       - Әкренләп үҙем күнекмә үткәрәм. Яҙылам һәм йөҙәм, әммә тиҙлеккә түгел, ә һыуҙан биҙеп китмәҫ өсөн. Һуңғараҡ етди әҙерлек башлайбыҙ.
       - Яҡын киләсәктә ниндәй ярыштар?
       - Швецияға асыҡ чемпионатҡа барам, ул 15 февралдә старт ала. Мин унда ике дистанцияла сығыш яһаясаҡмын. Мартта Рәсәй йыйылмаһы йыйыла - яңы миҙгелгә әҙерләнә башлайбыҙ.
       - Һеҙ нисек йөҙөүгә эләктегеҙ?
       - Мине әсәйем бирҙе, һаулыҡты нығытыу өсөн. Йөҙ³ï àëûï êèòòåì, әкренләп спорт төркөмөнә йөрөй башланым. Аҙаҡ уңышҡа өлгәштем, сәләмәт спортсылар менән ярыштым, әммә аҙаҡ тренер параолимпиадаға күсерергә ҡарар итте.
       - Һеҙҙә ниндәй ауырыу?
       - Минең ауырыу күреү һәләтенә бәйле. Ҡыҙҙар араһында S-12 параолимпиада категорияһында ярышам.
       - Өфөгә ҡайҙан килдегеҙ?
       - Мәктәпте тамамлағандан һуң Петропавловск-Камчатканан килдем. Ул Алыҫ Көнсығышта, Тымыҡ океанда.
       - О! Унда, Камчаткала, моғайын, матурҙыр! Тауҙар, океан, янартауҙар...
       - Башҡортостанда ла тәбиғәт матур, һәм тауҙар бар.
       - Һеҙ, моғайын, туризм өлкәһен яратаһығыҙҙыр?
       - Уға ваҡыт ҡалмай - күп осам.
       - Дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙ, ата-әсәгеҙ? Улар менән нисек аралашаһығыҙ?
       - Минең бөтә туғандарым унан Белорусияға өләсәйем янына күсеп китте. Таныштарым менән телефон аша аралашам, Мәскәү аша осҡанда осрашабыҙ.
       - Бында һеҙ үҙегеҙ генәме?
       - Юҡ. Хәҙер минең Өфөлә лә дуҫтарым күп.
       - Яҙмышта бындай боролошҡа нисек ҡарар иттегеҙ?
       - 2002 йылда тренер Тверяков Игорь Львович саҡырҙы, 2003 йылда килдем. Башта уларҙың ғаиләһендә йәшәнем, аҙаҡ - ятаҡханала. Һуңынан премия аҡсаһына фатир һатып алдым.
       - Ғаиләлә йәшәү, әммә эйәләшкән урынды ташлап китеү - ул шул тиклем ауыр! Ни өсөн шулай килеп сыҡты?
       - Камчаткала артабанғы үҫеш өсөн перспектива юҡ. Унда педàгогия институтына инергә йәки океан эше буйынса ғына эшләргә була ине. Мин шәхсән үҫергә теләнем. Әле нефть университетында уҡыйым, янғын инспекторы буласаҡмын.
       - Билдәле спортсылар менән аралашаһыңмы?
       - Башлыса йөҙөүселәр менән. Өфөнән Ксения Москвина, олимпиада призеры Аркадий Вятчанин менән.
       - Ксения арҡала йөҙә. Ә һеҙҙең дисциплина?
       - 50 һәм 100 метрға ирекле стилдә, шулай уҡ комплекслы йөҙөү, унда бөтә дүрт төр. Мин Пекинда нәҡ ошо дисциплиналарҙа еңеү яуланым.
       - Ауыр булдымы?
       - Эйе, минең көслө дәғүәселәрем - Канаданан ике ҡыҙ, Украина һәм Польшанан ҡыҙҙар - бар. Рәсәйҙән Анна Ефименконы дәғүәсем тип әйтә алмайым, әммә ҡалышмайым.
       - Һеҙ атлеттар һымаҡ... Стартта уҡ дәғүәселәрҙе уҙып киткәнһегеҙҙер, моғайын...
       - Эйе, ирекле стилдә шулай булды. Ә комплекслы йөҙөүҙә ике этапта еңелдем, ә аҙаҡ йөҙөүҙең брасс һәм кроль (ирекле стиль) алымында еңдем. Быны аҙаҡ миңә тренер әйтте - бындай мәлдә үҙемә күҙәтеүе ауыр.
       Ғөмүмән, беҙ Пекинда Параолимпиада уйындарында һәйбәт сығыш яһағанбыҙ. Һөҙөмтәләр сәләмәт спорт оҫталары кимәлендә булған.
       - Ҡытайҙа, еңеүҙән тыш, тағы нимә иҫтә ҡалды?
       - Ил, ҡала. Бөйөк Ҡытай стенаһын күрҙек. Беҙгә ҡарата мөнәсәбәт яҡшы булды. Туҡланыуҙа ғына йорт аштары, рус ашы етмәне.
       - Рәсәй Хөкүмәтенән һәм беҙҙең республиканан приздар ҙур булды...
       - Эйе, Рәсәйҙән "алтын" өсөн 100 мең евро, "көмөш" өсөн - 60, "бронза" өсөн - 40. Башҡортостан Хөкүмәтенән, ярашлы рәүештә, 60, 40 һәм 20 мең доллар.
       - Үҙегеҙҙең "алтын"ға фатир һатып алдығыҙ шикелле?
       - Бер бүлмәле...
       - Һеҙ Мәскәүгә күсергә йыйынаһығыҙмы?
       - Юҡ, миңә бында оҡшай. Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһарға саҡырҙылар, әммә мин баш тарттым. Ғөмүмән, Мәскәү минең ҡалам түгел, унда миңә уңайһыҙ.
       - Шәхси тормош нисек?
       - Үҙ тормошоңдо ҡороуҙа даими юлда булыу ҡамасаулай. Һин оҙаҡ ваҡыт булмағанда - ниндәй ғаилә ти? Әлегә беренсе планда спорт, минең уйымса, ҙур пландар ҡорорға кәрәкмәй. Õœƒåð Лондонға әҙерләнәсәкмен.
       - Хөрмәтләүселәр барҙыр, моғайын.
       - Әлбиттә, унһыҙ булмай, әммә егетем юҡ.
       - Һеҙ үҙегеҙҙең мөхәббәтте осраттығыҙ ти, ул бөтәһе менән дә тәьмин итергә әҙер, әгәр спортты ташлаһағыҙ. Был осраҡта һеҙ мөхәббәтте йәки спортты һайлайһығыҙ?
       - Мине йөҙөү менән бергә ҡабул итергә риза булған көслө затты осратырға теләйем. Әгәр һайлау мәсьәләһе килеп тыуһа, ул ваҡытта, әлбиттә, мөхәббәткә өҫтөнлөк бирәсәкмен.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал