6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәштәр йылы
26.12.08


       Киләһе йыл Үгеҙ йылы була, быны һәр кем белә. Был турала бөтә киң мәғлүмәт саралары хәбәр итергә өлгөрҙө, үгеҙ һәм һыйыр һындары аҙым һайын һатыла, һуңғы ваҡытта йондоҙнамәгә лә иғтибар итеүселәр күбәйҙе. 2009 йыл Рәсәйҙә Йәштәр йылы тип иғлан ителде. Бәлки, быны белмәгәндәр ҙә барҙыр. Йәштәр йылы. Был нимә аңлата? "БАШвестЪ" менән бергә асыҡлайыҡ.
       2008 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы исеме аҫтында үтте, 2010 йылды Уҡытыусылар йылы тип иғлан итеү планлаштырыла. 2009 йыл йәштәргә ярҙам күрһәтеү билдәһе аҫтында үтәсәк. Власыбыҙ матур йола индерҙе, һүҙ юҡ. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең беренсе мөрәжәтнамәһендә былай тигәйне:
       - Кешеләргә үҙҙәрен иҫбатлауҙа ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләргә кәрәк - был мөһим Һәм айырыуса һәләтле һәм эшлекле йәш кешеләргә юл асырға кәрәк. Улар яңы, демократик Рәсәй тиҫтерҙәре. Йәштәрҙә уның асыҡлығы, уның ирекле рухы, бөтә алдынғылыҡҡа ынтылышы. Һәм улар беҙҙең фундаменталь ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа яуаплы.
       Президенттың сентябрҙә 2009 йылды Рәсәйҙә Йәштәр йылы тип иғлан итеү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы был һүҙҙәрҙе иҫбатланы. Асылда, был илдә йәш быуынға ярҙам күрһәтеү буйынса проекттар эшләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу тигәнде аңлата. Хөкүмәт, бизнес-структуралар, киң мәғлүмәт саралары һәм төрлө йәмәғәт ойошмалары йәштәр проблемаларына етди иғтибар бүләсәк. Дөйөм алғанда, йәштәр сәйәсәте дәүләт үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше буласаҡ.
       - Йәштәр йылы йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа дәртләндереү сараһы булып тора, - ти БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Сәғитов. - Йәштәр йылы сиктәрендә ил буйынса йәш кешеләрҙең проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар үтергә тейеш. Улар, миҫал өсөн, эшкә урынлашыу, торлаҡ һатып алыу, эскелекте һәм наркоманияны иҫкәртеү. Бынан тыш, илдә йәштәр сәйәсәте әхлаҡлылыҡты һәм ватансылыҡты тергеҙеүгә йүнәлтелергә тейеш.
       Беҙҙең республикала, әйткәндәй, федераль властың идеяһы хуплана, һәм киләһе йылда йәштәргә иғтибар бүлергә ҡарар иттеләр. Дөрөҫ, бөтә илдән айырмалы рәүештә, 2009 йыл Башҡортостанда Йәштәрƒå¾ áàøëàíûñòàðûí ÿºëàó һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителәсәк.
       - Рәсәй Федерацияһында йәштәр проблемаһы менән шөғөлләнеүсе ведомство үткән йылда барлыҡҡа килде. Ә беҙҙең республикала йәштәр сәйәсәте буйынса эш күптән ойошторолған, - тип һөйләй Салауат Сәғитов. - 2000 йыл Башҡорòостанда Йәштәр йылы исеме менән үтте, 2007 йылда Йәштәр йылы Волга буйы федераль округы кимәлендә үтте - улар быны иҫбатлай. Шуға күрә республика Хөкүмәте ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия инициативаһы буйынса киләһе 2009 йылды Башҡортостанда Йәштәрҙең áàøëàíûñòàðûí ÿºëàó һәм үҫтереү йылы тип иғлан итеү тәҡдим ителде. Беҙ стратегияла, ул Президент тарафынан раҫланған, һәм Башҡортостан Хөкүмәте программаһында билдәләнгән пландарҙы ғәмәлгә ашырырға планлаштырабыҙ.
       Беҙҙең республикала йәштәр сәйәсәтенә ҡағылышлы закондар һәм норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән һәм ғәмәлдә, йәштәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән маҡсатҡа ярашлы программалар эшләнгән.
       - Башҡортостанда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо һәм эшләй, - тип һүҙен дауам итә Салауат Сәғитов. - Муниципаль райондар һәм ҡала округтарында вәкилле органдар ҡарамағында йәштәр консультация-кәңәшмә структураларын булдырыу буйынса эш алып барыла. Республика йәштәр хәрәкәте әүҙем үҫешә. Уның төп маҡсаты - йәштәр араһында лидерлыҡты һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү, кире күренештәрҙе иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
       Киләһе йылда йәштәр менән эш тағы ла һөҙөмтәлерәк булырға тейеш. Хөкүмәт, йәштәр сәйәсәте буйынса учреждениелар, социаль-психологик ярҙам хеҙмәттәре, үҫмерҙәр клубтары һәм йәштәр үҙәктәре йәштәрҙең ғилми, ижади, мәҙәни потенциалын үҫтереү буйынса бар тырышлыҡтарын һалырға тейеш.
       - Йәш быуын - дәүләттең стратегик ресурсы, - тиï билдәләй Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов. - Ғилми һәм ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе хәҙерге йәштәр, асылда, инициативалы, һәм республикала киләһе йылды Йәштәрƒå¾ áàøëàíûñòàðûí ÿºëàó һәм үҫтереү йылы тип иғлан итеү уларҙың идеяларын тулыһынса ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итәсәк. Шуға күрә киләһе йылда республикала төрлө саралар планлаштырыла.
       - Йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаларын хәл итеү өсөн айырым тырышлыҡ һалырға кәрәк, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Илдус Илешев. - Республикала был йүнәлештә күп эшләнелә, әгәр федераль власть менән берлектә эш ителһә, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Йәштәр хәрәкәттәре менән етди шөғөлләнергә һәм, ниһайәт, "Башҡорт артегы" шифахана-һауыҡтырыу лагеры идеяһын тормошҡа ашырырға кәрәк.
       Республиканың йәш ғалимдары ла киләһе йылға пландары менән уртаҡлашты. Рәсәйҙә Йәштәр йылы һәм Башҡортостанда Йәштәðƒå¾ áàøëàíûñòàðûí ÿºëàó һәм үҫтереү йылы сиктәрендә республиканың йәш ғалимдары Йәштәр фәне көнөн үткәрергә планлаштыра.
       - Волга буйы федераль округында Йәш ғалимдар форумы һәм Йәштәр фәне фестивале төп сараларҙың береһе буласаҡ, - тине Башҡортостандың Йәш ғалимдар советы һәм Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе рәйесе Айрат Насиров. - Йәштәр фәне көндәре кадрҙар әҙерләү, йәштәр фәнен хуплауҙа һәм үҫтереүҙә һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының Рәсәйҙең алдынғы университеттары менән уңышлы хеҙмәттәшлеген үҫтереү процесында республиканың белем биреү, ғилми учреждениеларҙың һәм сәнәғәт предприятиеларының тырышлыҡтарын берләштерергә булышлыҡ итәсәк.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал