6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Түләргә йәки түләмәҫкә?
26.12.08


       Поликлиникала һеҙҙән һәр ваҡ-төйәк өсөн хаҡ алғандары, һеҙҙе оятһыҙ рәүештә алдағандары булдымы? Әгәр булһа, был осраҡта нимә эшләргә? Сиратта әрләшеп, кабинеттарҙа сәбәптәрҙе асыҡлап, ялыу һәм тәҡдимдәр китабын ялыуҙар менән тултырып, күп көс түгергә һәм нервыны бөтөрөргә була... Асылда, варианттар күп, тик бер реаль юл бар - һинең хаҡлығыңды судҡа тиклем һәм суд тәртибендә иҫбатлау өсөн үҙеңдең страховкалаусыңа ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә.
       Страховкалаусы компаниялар, әйткәндәй, улар беҙҙә күп түгел, ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамы алыуҙа страховкаланған граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш. Был уларҙың беренсе сираттағы бурысы. Республика йортонда үткән һөйләшеүҙә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов страховкалаусыларҙы граждандарҙан ингән мөрәжәғәттәргә һаҡ һәм оператив иғтибар итергә саҡырҙы - улар беренселәрҙән булып, боҙоу осраҡтары булған хәлдә, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға тейеш.
       Бөгөнгө көндә страховкаланған граждандар араһында иң күп ялыу - медицина ярҙамы өсөн аҡса түләтеү, ул Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһында ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлау системаһының төп проблемаһы - ул дәүләт роленең, врачтар һәм пациенттар хоҡуҡтарының һәм йөкләмәләренең билдәһеҙлеге. Страховкаланған граждандарға ҡарата дәүләттең асыҡ йөкләмәләр күләме әлегә тиклем яҙылмаған. Шуға күрә ауырыуҙар, беҙҙең "түләүһеҙ" дауалау учреждениеларында булып, унда үҙҙәрен яҡланмаған кеүек тоя, табиптарҙың һалымдарынан һәм түләүле хеҙмәттәрҙең баҫым яһауынан яфалана.
       Үкенескә ҡаршы, граждандарҙан ҡул тамғаһы ҡуйылмаған мөрәжәғәттәр ê¼ï инә, уларҙа хатта дауалау учреждениеëàðының исеме лә күрһәтелмәй. Һәм бында сәбәп бер - ҡурҡыу. Кешеләргә киләсәктә шул уҡ дауаханала йәки поликлиникала дауаланырға кәрәк бит. Рәсми ялыу булған осраҡта бөгөн ғәмәлдәге законға ярашлы, "ялыусының" дауаланыуы икенсе дауалау учреждениеһында тулы күләмдә ойошторола.
       Әммә ауырыуҙар, үкенескә ҡаршы, быны белмәй.
       - Хоҡуҡтары боҙолған страховкаланған граждандарҙың күп өлөшө Страховкалаусы компанияларға һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондына мөрәжәғәт итеп бармай, - ти Фидус Ямалетдинов. - Республикала ялыуҙарҙың төп массаһы судҡа тиклем тәртиптә хәл ителә. Страховкалаусы компанияның ҡатнашлығынан һуң, ҡағиҙә булараҡ, консультация ойоштороп, кәрәкле тикшереү һәм түләүһеҙ дауаланыуҙы үткәреп була.
       Вице-премьер һүҙҙәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың туғыҙ айында үҙҙәренең шәхси средстволарын дарыуҙарға һәм металл конструкцияларына тотонған 11 гражданға 150 мең һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған. Шулай итеп, страховкалаусы компанияларҙың береһе суд тәртибендә үҙенең страховкаланыусыһына 21-се дауаханала дауаланыу ваҡытында һатып алған металл конструкцияһы өсөн 15 мең һум ҡайтарған. Икенсе компания ҡатнашлығында ике страховкаланыусыға 50 мең һум ҡайтарылған.

Ãàëèíà Áàõøèåâà.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал