6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Эш бара, эш хаҡы арта
25.12.08


       Йыл тамамланыуға яҡынлаша, тимәк, башҡарылған эштәр буйынса йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Планлаштырылған эштәр үтәлгәнме? Бәлки, үтәлмәй ҡалғандары ла барҙыр?
       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә фән үҫешенә ҙур иғтибар бүлде. Президент ғилми-инновацион эшмәкәрлек менән идара итеүҙә яңы модель булдырыу, производство һәм бизнес-берләшмә менән үҙ-ара эш итеү юлдарын эҙләү, ғилми эштәрҙән реаль файҙа алыуҙы күтәреү кәрәклеген билдәләне.
       - Иҡтисадтың конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү өсөн фәнни-техник потенциалды йәлеп итергә кәрәк, - тип билдәләé Мортаза Рәхимов. - Перспективала эшмәкәрлектең тулы циклын тормошҡа ашырған - төплө тикшеренеүҙәр һәм эҙләнеү эштәренән алып фәнгә нигеҙләнгән продукцияны етештереү һәм һатыуға тиклем - эре уҡыу-ғилми инновация комплекстары үҫеш алырға тейеш. Шулай уҡ ғилми ойошмаларҙың һәм тотош фәнни хеҙмәтләндереүҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙарын аныҡ билдәләү мөһим.
       Быйыл РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко ғалимдарҙың уртаса эш хаҡын 30 мең һумға еткерергә вәғәҙә итте. Шуның менән бергә был профессияның дәрәжәһен күтәрергә һәм фәнгә күберәк йәш хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итергә.
       Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылған һуң? Быны "БАШвестЪ" хәбәрсеһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Президиумында асыҡларға тырышты. Төрлө институт директорҙары үҙҙәренең ҡаҙаныштары, хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында һөйләне, шулай уҡ уларҙың бюджеты нисек булдырылыуын аңлатты.
       Эш хаҡы арта!
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Президиумы рәйесе урынбаҫары Зиннур Шаһапов йыл башында, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 16,6 мең һум тәшкил итә, тигән ине. Әммә йыл уртаһында был хәл үҙгәрҙе.
       Шулай итеп, миҫал өсөн, Нефть химияһы һәм катализ институты директоры Усеин Джемилев һүҙҙәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың июль-декабрендә уның ғилми хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 50,8 мең һум тәшкил иткән. Математика институтында йыл дауамында уртаса эш хаҡы 34,4 мең һум тәшкил иткән, ә Биохимия һәм генетика институтында - 30 мең һум тирәһе. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең башҡа подразделениеларында хәл насар түгел.
       Аҡсалар ҡайҙан?
       Быйыл дәүләт яғынан ғилми хеҙмәткәрҙәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтелгән. Бындай ыңғай тенденциялар бөтә институттар буйынса ла күҙәтелә.
       - Быйыл беҙҙә хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 30 кешегә кәметелде, - ти Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Математика институты директоры Валентин Напалков. - Әммә фән докторҙары šаны арта - улар хәҙер 18. Уларҙың ярҙамы менән бер нисә грант яуланыҡ, улар араһынан алдынғы ғилми мәктәптәргә ярҙам күрһәтеү буйынса РФ Президенты грантын билдәләп була. Шулай итеп, быйыл дөйөм финанслау күләме 34 миллион һум тәшкил итте. Шуның 23,8 миллион һумы - Рәсәй Фәндәр академияһы бюджеты средстволары.
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институты хеҙмәткәрҙәре быйыл 13 ғилми проектта ҡатнашҡан һәм 23 грант алған. Һөҙөмтәлә был институт иң күп аҡса алыусылар рәтендә. Быйыл дөйөм финанслау күләме 83,7 миллион һум тәшкил иткән. Институтҡа Рәсәй Фәндәр академияһы бюджетынан 45,8 миллион һум аҡса ингән. Ҡалған аҡсалар - бюджеттан-тыш сығанаҡтарҙан.
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәрҙәре бер нисә сит ил грантына эйә булған.
       - Бөгөнгө көндә институтта 68 хеҙмәткәр эшләй, улар араһында - 11 фән докторы һәм 51 фән кандидаты, - ти институт директоры Венер Вахитов. - Быйыл беҙ Рәсәй фәндәр академияһы бюджетынан 32,7 миллион һум аҡса алдыҡ. Институтты дөйөм финанслау күләме 44 миллион һум тәшкил итте. Беҙ Канада, Бөйөк Британия, Франция, Германия, Швеция, Италия һәм Эстония менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ә Калифорния университеты һәм Эстонияның биоүҙәге менән берлектә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ.
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡса-институты үткәргән экскурсиялар финанслауҙа өҫтәмә сығанаҡ булып тора. Быйыл унда 45 мең кеше булған. Этнологик тикшеренеүҙәр институты Археология һәм этнография музейына экскурсия ойоштора. Бында үтеп барған йылда алты мең тирәһе кеше булырға өлгөргән. Ә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты дәүләт контракттары иҫәбенән средстволар ала.
       Әммә хәүефләнергә сәбәп бар. Ағымдағы йылда финанс мәсьәләһе проблема тыуҙырманы. Ә киләһе йылда донъялағы финанс көрсөгө арҡаһында аҡса алыу өсөн көрәшергә тура киләсәк.
       Ғорурлана алабыҙ!
       Ғалимдарыбыҙ ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшкән? Киләһе йылда улар ниндәй проект өҫтөндә эшләйәсәк?
       - Ағымдағы йылда беҙҙең институтта 42 китап донъя күрҙе, беҙ төрлө мәғлүмәт йыйыу маҡсатында туғыҙ экспедиция һәм 112 ғилми командировка үткәрҙек, - ти Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова. - "Өфө: ислам архитектураһы ҡомартҡылары" тигән китап уникаль, унда ҡаланың архитектура ҡомартҡылары буйынса дөйөмләштерелгән тикшеренеүҙәр бирелгән, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында "Салауат Юлаев. Salavat" тигән ике томлыҡ баҫма өс телдә донъя күрҙе. 1954 йылда үткән диалектологик экспедиция материалдары буйынса "Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты" тигән китап сығарҙыҡ. Антропологик материалдар буйынса "Пермь башҡорттары" тигән китап нәшер ителде.
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтының ҙур ҡаҙанышы - "Көньяҡ Урал халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса археографик тикшеренеүҙәр" йыйынтығы.
       - Баҫма XIX-XXI быуаттарҙа Көньяҡ Урал халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса сығанаҡтар өйрәнеү һәм археографик тикшеренеүҙәр проблемаһына арнала, - ти институт директоры Айһылыу Юнысова. - "Өфө өйәҙендәге бишенсе станды географик һәм статистик тасуирлау" хеҙмәте йыйынтыҡтың уңышы булып тора. Унда ҙур булмаған территориялар тураһында демографик, этнографик, географик мәғлүмәттәр килтерелгән.
       Этнологик тикшеренеүҙәр институты төп эште ике йүнәлештә алып бара. Беренсенән, ғалимдар республика халыҡтарының этномәҙәни тәбиғәтен һәм хәҙерге этник процестарҙы тикшерә. Икенсенән, археологик, мәҙәни һәм ғилми мираҫты, шулай уҡ ватан һәм донъя әҙәбиәте һәм фольклорының эстетик ҡиммәттәрен өйрәнә.
       Ботаник баҡса-институт белгестәре үҫемлектәр коллекцияһын 290 төргә һәм сортҡа тиклем арттыра алған.
       - Көньяҡ Уралда үҫкән уникаль дарыу үләненең ике ò³ð³ - дауалай торған ҡарагөл һәм ҡыңғыраугөл - тикшерелгән, - ти институт директоры Зиннур Шиһапов.
       Биология институты Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән 13 үҫемлектең 30 урында үҫеүен асыҡлаған.
       Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәрҙәре үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе практик әһәмиәткә эйә. Улар һөт биҙендә яман шеш барлыҡҡа килеү сәбәптәрен өйрәнә. Нефть химияһы һәм катализ институты белгестәре медицина һәм ауыл хужалығы өсөн препараттар һәм материалдар булдырыу, витаминдар, гормондар һәм феромондар бүлеү алымдары өҫтөндә œ¼ƒåì эш àëûï áàðà. Атап әйткәндә, институт белгестәре яман шешкә ҡаршы препараттар булдырыу өҫтөндә эшләй.
       Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында республика ҡалалары һәм райондарының иҡтисади һәм социаль үҫеш кимәле өйрәнелә. Магистраль нефть үткәргестәр эше өсөн Механика институты тарафынан программа продукты эшләнелгән.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал