6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Илдус Илешев: мәҙәниәтте аҡса менән үлсәп булмай
25.12.08


       БЮТ каналында "Власть менән диалог" òèï àòàëàí ñèðàòòàû тапшырыу ¼òòå.
       Был юлы яңы телевизион проектòың ҡунағы - БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев.
       Илдус Ғөбәйҙулла улы студияға нәҡ 18 сәғәттә килеп инде. Етди, диҡҡәтле, йыйнаҡ, журналистарҙың теләһә ниндәй һорауына яуап бирергә әҙер. "Теләһә ниндәй" һүҙенә баҫым яһайым, сөнки вице-премьерҙан бөтәһе тураһында ла һоранылар. Һорауҙар күп булды. Улар араһында республиканың донъя аренаһындағы имиджы, мәктәп белеме структураһында үҙгәрештәр, баш ҡалала авангард рәссамдарҙың күргәҙмәләрен ойоштороу өсөн яңы экспозицион майҙандар барлыҡҡа киләсәкме тигән һорауҙар булды.
       Илдус Илешев бөтә һорауҙарға ла тулы яуап бирҙе, үҙенең ҡарашын белдерҙе һәм дәлилләне, төплө белемле булыуын күрһәтте. Философтар хеҙмәтенән өҙөмтәләр килтерҙе, телмәрендә мәҡәлдәр ҡулланды, әлбиттә, уларҙы башҡорт телендә әйтте, шулай уҡ инглиз телен яҡшы белеүен күрһәтте.
       Илдус Илешев бер нисә йыл Америкала йәшәгән, унда, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән. Әммә ул аҙаҡ тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә.
       - Илдус Ғөбәйҙулла улы, республикабыҙ иҡтисади үҫештә ниндәй генә уңышҡа өлгәшһә лә, күберәк уның тураһында сәнғәт кешеләре - композиторҙар, йырсылар, артистар, рәссамдар буйынса фекер тәшкил итә. Республика Хөкүмәте донъя майҙанында артабан да Башҡортостандың урынын билдәләү өсөн нимә эшләй?
       - Ысынлап та, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре республиканың имиджын булдыра. Билдәле Юрий Шевчук һәм Земфира - Өфөнән сыҡҡан. Быны бөтәһе лә белә. Мәшһүр бейеүсе, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың исеме бөтә донъяға таныш. Опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар донъя сәхнәләрендә йырлай, беҙҙең хоккей командаһы ярҙамында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында беләләр.
       Шуға күрә мәҙәни фондты үҫтереү - дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Шуныһы мөһим, мәҙәниәт - шундай өлкә, ул һалынған средстволарға һөҙөмтә бирә, уны аҡса менән үлсәп булмай. Күргәҙмәләр, театрҙар, концерт залдары - һәр беребеҙ өсөн йыуаныс ул, ял итеү, ваҡытты файҙалы үткәреү, проблемаларҙан арыныу мөмкинлеге ул.
       - Донъялағы финанс көрсөгө республиканың мәҙәниәт өлкәһен финанслауҙа сағыламы?
       - Планлаштырылған бөтә саралар ҙа үтәсәк. Күрше төбәктәрҙән коллегаларым әйтеүенсә, уларҙа мәҙәниәткә ҡараған бюджет статьяһы кәмегән.
       Киләһе йылда традицияға әүерелгән Рудольф Нуриев исемендәге XIV халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ-ара фестивале, музыкант-башҡарыусыларҙың Заһир Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара конкурсы һәм донъя кимәлендәге башҡа саралар үтәсәк. Бөтә фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа Башҡортостандан ҡатнашыусылар һәр саҡ күп була.
       - Беҙҙә Рәсәйҙә уникаль белем биреү системаһы, ул гуманитар дисциплинаны этаплы үҙләштереү, башҡарыу һәм уйлап табыу оҫталығын камиллаштырыу мөмкинлеген бирә, - ти Илдус Ғөбәйҙулла улы. - Башта балалар музыка йәки художество мәктәбе, аҙаҡ урта махсус уҡыу йорто һәм, ниһайәт, юғары уҡыу йорто. Был белем биреү теҙмәһе емеш бирә. Сәнғәт уҡыу йорттарын тамамлаусылар илдә генә түгел, әммә сит илдә лә танылыу яулай. Һәм республика Хөкүмәте белем биреү системаһын һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәк.
       - Һүҙ мәғариф тураһында сыҡҡас, киләһе һорау. 2009 йылдың сентябренән Рәсәйҙә берҙәм мәктәп белем биреү системаһы индерелә, унан төбәк компотенты алынған. Ә ул үҙ эсенә туған телдәрҙе уҡытыуҙы алған. Уртаҡ фекергә өлгәшеп булырмы?
       - Бөгөнгө көндә белем биреү системаһы өс өлөштән тора: федераль компонент (75 процент), төбәк-милли (10-15 процент) һәм уҡыу учреждениеһы компоненты (10 процент). Киләһе óºûó йылûíан бөтәһе лә федераль стандартҡа ярашлы булûðà òåéåø. Төбәк-милли компонентын һаҡлау өсөн уға тәьҫир итеүе еңелдән булмаясаҡ. Был мәсьәлә буйынса бер нисә тапҡыр бәхәс булды. Беҙ генә түгел, әммә Татарстан Республикаһы делегацияһы ла был мәсьәлә буйынса РФ мәғариф һәм фән министрына мөрәжәғәт итте, һәм беҙҙең фекерҙәр ҡабул ителде. Күп милләтле илдә, Рәсәй кеүек, төбәктәрҙең идара итеү системаларын иҫәпкә алмай тороп, берҙәм сәйәси үҙәкһеҙ идара итеү реаль түгел. Әлбиттә, төбәк-милли компонент булырға тейеш, һәм беҙҙең тәҡдим иҫәпкә алыныр, тип уйлайбыҙ.
       Тағы бер күренештең урыны áóëûðà òåéåø. Балалар мәктәптә Рәсәй (федераль компонентына ярашлы) һәм тыуған яҡ (төбәк компоненты) тарихын өйрәнә. Уҡыусылар уны ике төрлө тарих итеп ҡабул итә. Бындай тәьҫораттар килеп сыҡмаһын өсөн нимә эшләргә? Бала предмет буйынса тулы мәғлүмәт алһын өсөн мәктәп дәреслектәрен яңынан яҙырғамы? Һәм был бурысты кем үҙ өҫтөнә алыр? Белем биреү системаһында төбәк компоненты булырға тейеш, тип һанайым.
       - Күптән түгел драматургтар өсөн конкурс үткәреү тәҡдиме булды. Бәйге булырмы?
       - Ундай пландар бар, беҙ уларҙы республиканың Яҙыусылар союзы менән бергә эшләйбеҙ. Был процесты тиҙләтеп булмай, сөнки, үкенескә ҡаршы, ҡыҙыҡлы драма әҫәрҙәре күп түгел.
       - Илдус Ғөбәйҙулла улы, ни өсөн Земфира Рамазанова һәм Юрий Шевчук республиканан киткәс кенә танылыу яуланы?
       - Уларҙың ҡайҙа танылыу яулауы ул тиклем мөһим түгел. Шәхестең формалашыуы, таланттың үҫеше Өфөлә үтте. Шевчуктың популярлыҡ яулаған йырҙары бында йәшәгән ваҡытта ижад ителгән. Ул ваҡыттағы система уға үҙен иҫбатлау мөмкинлеген бирмәгән.
       - Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
       - Минең ете йәшлек ҡыҙым бар. Буш ваҡытты ғаилә менән үткәрергә яратам. Шулай уҡ көн дә инглиз һәм немец телдәрендә әҙәбиәт уҡыу өсөн 30 минут булһа ла ваҡыт бүлергә тырышам. Был тел күнекмәләренә ярҙам итә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал