6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

"Аждаһа тештәре" кешелеккә янай
25.03.04


       Беҙҙең заманда сәйәсмәндәр халыҡ - ара террор, ә хәрби ана литиктар яңы типтағы һуғыш тип атаған айырым төркөмдәр барлы ҡҡа килде. Аяуһыҙ дошман алдында иң ҡеүәтле ҡоралдар ҙа үҙ к өсһөҙлөгөн танырға мәжбүр.
       Белгестәр фекеренсә, әгәр террор өмөтһөҙлөк, рух төшөнкө лөгө һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән булһа, был мәсьәләне теор етик йәһәттән дә, сәйәси яҡтан да хәл итеүе артыҡ ауыр булма ҫ ине. Әммә тормош үҙенекен итә, кеше аңы ҡапҡанға эләкте - азатлыҡ талап итеп террор алымдары менән көрәшеүселәрҙе эҙәр ләргәме, әллә танырғамы икәнлеге аңлашылып етмәй. Был һорауҙ а "икеләтә стандарт" ҡулланыу АҠШ, Рәсәй һәм башҡа илдәргә б ик ҡиммәткә төшә. Бөгөн теракттарҙы баһалағанда "икеләтә ста ндарттар" булдырырға ярамауы тураһында донъя кимәлендә һөйлә шеүҙәрҙең файҙаһы юҡ кимәлендә, хатта, киреһенсә, улар терр орсыларға файҙалы булыуы ла ихтимал. Рәсәйҙең балаларса бер ҡатлылыҡ менән Американан чечен сепаратистарының бен Ладен һ алдаттары кеүек үк террорсылар икәнлеген таныуын һорап мөрәж әғәт итеүен генә лә иҫкә төшөрөү етә. Чечен боевиктары Рәсә йгә зыян килтерә бит, тимәк был Американың ҡайһы бер теләктә ренә тап килә. АҠШ өсөн улар террорсы түгел, ә баш күтәреүсе , етмәһә уларҙың "ғәҙел һуғышты" дауам итеүенә бәғзе бер шәх си фондтар аҡса ла бүлә. Быларҙың барыһына ла фәнни, тарихи , социаль һәм иҡтисади аңлатма табырға була, әлбиттә, тик был террорсыларға ҡаршы көрәш сәйәсәтен "кешелек ҡиммәттәре" тураһында лаф ороуға ҡайтарып ҡалдырасаҡ. Юҡҡа ғына Рәсәйҙең
       сеңләүҙәренә америкалылар : һеҙ башта палестиналыларҙы терр орсы тип танығыҙ, һуңынан һөйләшербеҙ тип яуапламай. Ошо көн дәрҙә генә шәйех Әхмәт Ясиндың башына еткән израилдәрҙең тау ышы айырыуса көслө сыға. Ул ғына түгел, Израилдең премьер - министры Ариэль Шарон :"Ясиндың үлемендә генә туҡтап ҡалмаяс аҡбыҙ. Терроризмға ҡаршы көрәш дауам итәсәк", - тип белдерҙе .
       Шул арала чечен террорсыларының ҡанлы "эҙе" Рәсәйҙән
       ситтә лә күренә башланы. Парижда, мәҫәлән, Мовсар Бараевты
       "терелттеләр". Иң ҙур француз гәзиттәре дәүләт уҡыу учрежде ниеларында хиджаб йөрөтөүҙе тыйған өсөн "ҡанға батырырға" в әғәҙәләр менән "Мовсар Бараев төркөмө" тип ҡултамға ҡуйылға н хаттар алды. Ошо уҡ ваҡытта Бөйөк Британия Аслан Масхадов ты аталарса хәстәрлек менән һаҡлай. Бер нисә Европа илдәренд ә, шул иҫәптән Балтияла ла Ичкерия вәкиллеге эшләп килә, унд а урамдарға чечен президенттарының исемдәре бирелә, һәм башҡ а ошондай факттар етерлек.
       Террорсылар химик һәм биологик ҡорал ҡулланырға маташып ҡаранылар. Ундарса, хатта йөҙҙәрсә мең кешенең һәләк булыу и хтималлығы уларҙы борсомай. Атом мини - бомбалары улар ҡулын а эләккән хәлдә - иртәме, һуңмы, барыбер был буласаҡ - донъя
       катастрофа сигенә етәсәк.
       Икеләтә стандарттарҙан баш тартыу - террорсылар баҫымын үҙ елкәләрендә һиҙгән дәүләттәр алдында торған беренсе бурыс .
       Нисек кенә булмаһын, террор - ул кешелектең үҙ емеше. Баш та ул бик үк һиҙелмәгәндер ҙә, әммә ваҡыт үтә килә террор их тилал һәм азатлыҡ хәрәкәттәренең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүе релде. Бөгөн ул сәйәси инструмент булып тора. Террорҙың зам анса формаһының тәрәнгә йәйелгән социаль тамырҙары бар - бы л фәҡирлек һәм рух төшөнкөлөгө.
       Әлеге ваҡытта террорсыларға ҡаршы көрәшеүсе көстәрҙең ха лыҡ - ара террор менән сағыштырғанда бик үк ышаныслы булмауы н танырға тура килә. Был йүнәлештә террорсылар менән ниндәй ҙә булһа элемтәгә ҡаршы төшкән Рәсәй президентының ҡатылығы
       маҡтауға лайыҡ. Террорсылар менән ниндәй килешеүгә ҡул ҡуйм а, ул барыбер яңы ҡорбандар менән тамамланыуы асыҡ. Рәсәй бы л турала Будденовск ҡалаһындағы хәлдәр аша таныш. 11 март кө нө Мадридта ойошторолған ҡот осҡос хәлдәрҙән һуң Испания ла был турала аңлар, моғайын.
       Терроризм яман шеш кеүек тарала һәм, тәжрибә күрһәтеүенсә , уны хирургия алымы менән генә бөтөрөп булмай, терапия ҡыҫы лышы ла кәрәк. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә террорсыларҙың төп конт ингентын чечендар тәшкил итеүе осраҡлы түгел бит. Шартлатыу һәм атыш ойоштороуҙан башҡа бер нимә лә белмәгән бер быуын й әштәр үҫеп етте. Яман шеш хәҙер Башҡортостанда ла тарала баш ланы: күптән түгел беҙҙә лә Грозный һәм Ведино кешеләре - ҡо рал менән һатыу итеүселәр тотолдо.
       Һәм һуңғыһы. Терроризмға яңғыҙ геройҙың ғына көсө етмәйәс әк. Ә ҡурҡаҡ кеше, ҡурҡаҡ йәмғиәт бер кем өсөн дә ҡурҡыныс т ыуҙырмай. Әгәр ҙә инде беҙ үҙебеҙҙе ҡурҡытырға бирмәһәк, бер
       ниндәй террорсының да беҙгә теше үтмәйәсәк.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал