6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

"Ипотека" ҡурҡыныс һүҙ
25.12.08


       Ах, был тәмле "ипотека" һүҙе... Бер йыл элек ипотека күптәр өсөн торлаҡ алыуҙа берҙән-бер мөмкинлек ине, ә бөгөн кисәге бәхетлеләр хәүефле көндәр кисерә. Ил иҡтисадында етештереү кимәле түбән, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәр һанын кәметә йәки уларҙың эш хаҡын кәметеп, тулы булмаған эш көнөнә күсә. Ипотека кредиты алған кешеләр алдында һорау тыуа: уны нисек түләргә?
       БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай îñðàºòà, беренсенән - банкка мөрәжәғәт итергә һәм үҙеңдең финанс хәлең буйынса реаль мәғлүмәт бирергә кәрәк. Ипотека кредиты алған кеше бөгөн ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында кредит түләй алмауын аңлатырға тейеш. Ул ваҡытта банк бурыстарҙы үҙгәртеүҙе ҡарай ала. Башҡаса әйткәндә, банк, кеше бурысты ҡаплауҙа бер аҙ тын алһын өсөн, күпмелер ваҡытҡа түләү күләмен кәметә.
       Әлбиттә, был осорҙан һуң кредитты барыбер тулы күләмдә ҡапларға тура киләсәк. Шуға күрә, кредит түләй алырҙай, аҙ табышлы булһа ла эш табырға кәрәк, тип һанай Рөстәм Мәрҙәнов.
       Бынан тыш, БР Милли банкы рәйесе билдәләүенсә, әле бындай ауыр хәлдә ҡалған граждандарға Ипотека торлаҡ кредиты агентлығы яғынан гарантия биреү мөмкинлеге закон кимәлендә ҡарала.
       Ҡыҫҡаһы, кеше банкòàí àëàí èïîòåêà êðåäèòûí Ипотека торлаҡ кредиты агентлығының средстволары менән ºàïëàé ала, ә аҙаҡ агентлыҡ бурысын ҡаéòàðà. Бындай осраҡта заемсы өсөн йөкләмәләр күләме кәмеүе ҡарала.
       Әммә әлегә был программаның шарттары билдәһеҙ, улар эшләнә генә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, проблема күренә, һәм уның буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк, ти Рөстәм Мәрҙәнов.
       Ипотека ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандар өсөн дә проблема бар. Бик күп банкылар үҙҙәренең ипотека программаларын кәметә төштө, кредиттар биреү күләмен дә кәметте. Әммә рәсми статистика буйынса был әлегә һиҙелмәй.
       БР Милли банкы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың 11 ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда бирелгән ипотека кредиттар күләме 9,8 миллиард һум тәшкил иткән. Төрлө йылдарҙа бирелгән "ипотека" аҡсалар (бурыс) күләме әле 16,1 миллиард һум тәшкил итә, был 2008 йыл башына ҡарағанда 65,5 процентҡа күберәк һәм 2007 йылдың декабре менән сағыштырғанда ике тапҡырға юғары. Әле ипотека кредиты көрсөк кисерә, ти Рөстәм Мәрҙәнов. Бөгөнгө көндә республикала ни бары дүрт банк ипотека кредиты бирә.
       Ипотека кредиты күләмдәренең ҡырҡа кәмеүен әңгәмәсебеҙ былай аңлата: йәлеп ителгән сит ил средстволары һәм Ипотека торлаҡ кредиты агентлығынан өлөшләтә средстволар ипотека заемдары өсөн ресурстар булып торған.
       РФ Хөкүмәте, тенденция үҙгәрһен өсөн, кредиттарҙы рефинанслау өсөн Ипотека торлаҡ кредиты агентлығы тәҡдим итәсәк средстволар күләмен арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Һәм хәҙер банкылар берләшмәһе бүленәсәк средстволарҙы көтә. Бынан һуң ипотека кредиты элекке позицияға ҡайтмаһа ла, бер ни тиклем әүҙемләшәсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал