6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә - 15 йыл
24.12.08


       Бөгөн республика дәүләт байрамын билдәләй, ул ғәҙәти көн булһа ла, календарҙа барыбер ҡыҙыл төҫ менән буялған. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 15 йыл тулды. Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 15 йыл тулыу айҡанлы тантаналы йыйылыш була.
       Уңсылармы йәки ғәйеплеләрме төп документ тексына йыш мөрәжәғәт итә, һанап ҡараһаң, Библиянан йышыраҡ өҙөмтә килтерәләр, тиһәм, хаталанмам. Ныҡлы ғаилә тормошонда никах акты хөрәфәти һаналмаàí êå¼åê, конституцияға кәрәкле файҙалы әйбер кеүек ҡарайҙар.
       Беҙҙең республиканың яңы дәүләт конструкцияһының хоҡуҡи нигеҙе Рәсәй менән бер үк ваҡытта, ни бары ике аҙналыҡ айырма менән, һалынды. Федераль үҙәк менән ике яҡлы договорҙар һәм килешеүҙәр нигеҙендәге мөнәсәбәттәр принцибы мөһим сифат булды. Вәкәләттәрҙе бүлеү республика Конституцияһы тексында сағылыш тапты, һәм аҙаҡ - 1994 йылдың 3 авгусында ҡул ҡуйылған Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен айырыу һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһындағы договорҙа. Башҡортостанда социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡ һәм милләт-ара татыулыҡ, дәүләт милкендә һаҡлау һәм уның иҡтисади комплексын үҫтереү - республикабыҙҙың Төп Законы положениеларының кәүҙәләнеш асылы, быны бер кем инҡар итә алмай.
       Бөгөн республика бюджетының өстән ике өлөшө - ул социаль өлкәгә сығымдар. 15 йыл элек ҡабул ителгән Конституция кешенең лайыҡлы тормошон һәм ирекле үҫешен тәьмин итәсәк шарттар булдырыуға йүнәлтелгән социаль сәйәсәтте билдәләне
       - Теләгән бер закон тере организмға оҡшаған. Ул, тормош кеүек, тулылана һәм үҙгәрә ала. Беҙ үҙебеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ бит. Беҙ, бөтә закондар араһынан Конституция нигеҙендә тотороҡло булырға тейеш, сөнки ул төп параметрҙарҙы билдәләй, тип әйтә алабыҙ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына - 15 йыл - срок ҙур түгел, әммә беҙ был законға бер нисә тапҡыр үҙгәрештәр индерҙек. Хатта быйыл - сөнки гимн һүҙҙәре барлыҡҡа килде, һәм беҙ мыштырламаныҡ, - тип аңлатма бирә "БАШвестЪ"ҡа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Сафин. - Шуға күрә, республика Конституцияһы, теләгән бер закон кеүек, үҙгәрештәрҙән ҡотола алмай, ул бөгөнгө көндөң йөкмәткеһе менән тулыланасаҡ. Шуны билдәләү мөһим: төп параметрҙар үҙгәрмәй, был параметрҙарҙың өҫтәмә көстәре үҙгәрә.
       Үткән быуаттың 90-сы йылдар аҙағында республикала яңы сәйәси реалийҙар һәм реформалар курсы дауамы Башҡортостан Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе талап итте. Һүҙ конституцион реформа тураһында бара, ул даими процестан тора. Республикабыҙҙың Төп Законы ике тапҡыр үҙгәрҙе - 2000 йылда 164 статьяның 46-һы яңыртылды. Яңыртыуҙар этабы 2002 йылға тура килде - һөҙөмтәлә документ төплө һәм конструктив булды.
       - Рәсәй һәм республика Конституцияларының тура килеүе осраҡлы түгел. Республикабыҙҙың Төп Законы Рәсәй конституционализм системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Сөнки Рәсәй Конституцияһы РФ субъекттары Конституцияларының тиң хоҡуҡлы булыуын ҡарай, - ти БР Президенты ҡарамағындағы ãраждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев. - 15 йыл эсендә РФ Конституцияһы статьяларының ҡайһы беренән ҙур потенциал асыҡланды, унда власть кимәлдәре араһында вәкәләттәрҙе сикләү яҙылған. Уларҙа федерация субъекттарына шундай хоҡуҡтар бирелгән, улар бер тапҡыр ҙа файҙаланылмаған.
       Үҙ сиратында, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында ла бер нисә статьялар бар, улар тулы кимәлдә тормошҡа ашырылмай. Сөнки төп документ әлегå мәлгә әйберҙең хәлен теркәп кенә ҡалмай, әммә перспективаға ҡайһылыр мәсьәләләрҙең йыйылмаһын да тәҡдим итә.
       - Төбәк конституцияларында, Рәсәйҙең Төп Законына ҡарағанда, башта федерализм күп һалынғайнымы?
       - Эйе, шулай әйтеп була. Әммә был нәҡ ижтимағи-сәйәси контекста күренде, ул 15 йыл элек булды. Ул ваҡытта был үҙенә күрә дәүләт идеализмы булды, һәм ваҡиғаларҙың артабанғы үҫеше документтарҙың, шулай уҡ федератив институттарҙың бөтә хоҡуҡи конструкцияһын тәртипкә килтерҙе. Хәтерегеҙҙәме, бер ваҡыт илдең бөтөнлөгө өсөн реаль ҡырҡыныс бар ине. Әйткәндәй, Башҡортостан Конституцияһында, республика - Рәсәй өлөшө, тигән раҫлау даими булды. Был күп михнәт күргән Башҡортостан халҡының принципиаль позицияһы. Һәм бөгөн Конституцияның был преамбулаһы эштәр менән даими раҫлана.
       - Šåƒҙең ҡарашҡа, Төп Закондың киләсәге ниндәй?
       - Минең уйымса, икһеҙ-сикһеҙ үҙгәрештәр кәрәк булмаҫ. Конституция эстәлегенең бөтә мөмкинлектәрен күреү өсөн, уны йышыраҡ ҡулға алырға һәм уҡырға кәрәк. Һәм ул саҡта бөтә нәмә лә үҙ урынына ултырасаҡ. Ә бына дәүләт һәм йәмәғәт институттарын һәм халыҡты быға нисек өйрәтергә - уныһы икенсе мәсьәлә. Төп Закон дөйөм хоҡуҡи аңдың бер өлөшө булырға тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал