6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Бактериофагтар тураһында
24.12.08


       Наталья Ворошилованың кабинетын бөйөк Леонардо картиналарының күсермәһе биҙәй. Диванда йомшаҡ ҡалын ҙур шәл, тәҙрә төптәрендә ят үҫемлектәр менән бәләкәй тәпән ултыра. Наталья Николаевна үҙе селтәрҙә һәм ынйыларҙа. Хәбәрҙар булмаған кешегә кабинет хужаһы - актриса, шағирә, сәнғәт белгесе. Әммә улай түгел. Наталья Николаевна, әлбиттә, ижад кешеһе. Уның сәхнәһе - лаборатория. Уның декорациялары - Петри сынаяғы һәм микроскоп. Наталья Ворошилова - "Иммунопрепарат" предприятиеһында бактериофаг етештереү буйынса цех начальнигы. Медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, бер нисә асыштар һәм ғилми методикалар авторы. Наталья Николаевна үҙенең аҙашына - билдәле нейрофизиолог Наталья Бехтереваға оҡшаған. Эшкә һәм яңыны танып белеүгә бирелгәнлек, кешегә хеҙмәт итеү теләге, шул уҡ мөһабәт һын.
       Наталья Николаевнаның тормошонда иң мөһиме - кешеләрҙе үлемесле ҡурҡыныстан ҡотҡара торған препарат эшләү. Бактериофагтар - ул файҙалы вирустар, улар ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы юҡ итә. Ворошилова шәхси тормошо тураһында һөйләргә яратмай. Әммә эш тураһында һораша башлаһаң, уның күҙҙәре балҡып китә. Һылыу ҡатын лекторға, ғалимға һәм мәғрифәтсегә әйләнә.
       - Бактериофаг, антибиотиктан айырмалы рәүештә, организмдың эшмәкәрлеген ҡаҡшатмай, - ти Ворошилова. - Бактериофаг сүмесбашҡа оҡшаған - ҡойроҡ менән түңәрәк. Исеме "бактерияларҙы ашаусы" (бактерия тәнендә барлыҡҡа килгән һәм ошо бактерияны юҡ итә торған вирус рәүешендәге тере зат) кеүек тәржемә ителә. Миҫал өсөн, стрептококтың бер күҙәнәгенә 200-гә тиклем бактериофаг ташлана, улар ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы юҡ итә, ә аҙаҡ кеше организмынан сыға. Бактериофаг, стрептококты юҡ иткәндән һуң, башҡа бактерияларға теймәй, улар араһында файҙалылары бар. Антибиотик пациентты бөтә файҙалы лактобактерияларҙан (улар эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә ярҙам итә) мәхрүм итә.
       Наталья Ворошилова 1969 йылда предприятиеға эшкә килә. Бактериофагтар уны тикшереү предметы сифатында ҡыҙыҡһындыра башлай. Наталья Николаевна 70-се йылдар аҙағында бактериофаг етештереү буйынса цехҡа етәкселек итә башлай.
       Ворошилова уйлап тапҡан таҙартылған поливалентлы пиобактериофаг "йыш ҡулланыла торған" препарат булып сыҡты. Был продукт универсаль, ул стрептококка, стафилококка, зәңгәр эрен һәм эсәк таяҡсаһына, протейға (ул кеше эсәктәрендә йәшәүсе микроорганизм, ашамлыҡҡа элœгеп, кешенең ағыуланыуына килтерә ала) ҡаршы тере заттарҙан тора. Был препарат бактерияның алты төрө менән көрәшә, тимәк, ул бактерияларҙың йөҙләп төрөн еңә. Һәр дозала - биш мең штамм.
       - Беҙҙең фән оҙаҡ ваҡыт оборонаға йүнәлтелде, - ти Ворошилова. - Шуға күрә хөкүмәт ғалимдарҙан тиҙ тәьҫир итеүсе, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яралыларҙы аяҡҡа баҫтыра торған средстволар эшләүҙе талап итте. Антибиотиктар 1943 йылдан әүҙем ҡулланыла башлай. Сталин совет ғалимдары эшләгән уникаль бактериофагтар коллекцияһын юҡ итеүгә ҡул ҡуя. Фән кешеләре, коллекцияны ҡотҡарып, уларҙы йорттарына ала. Мин дә шулай эшләр инем.
       Антибиотиктар ауыр өҙлөгөүҙәргә килтерә, организмдың ҡаршылығын кәметә. 50-се йылдар аҙағында ғалимдар быны чиновниктарға күндерә. Бактериофагтар эшләүгә яңынан тотоналар.
       - Бактериофаг антибиотикка ҡарағанда әкрен тәьҫир итә, - ти Наталья Николаевна. - Әммә ул айырым нөктәләргә тәьҫир итә. Антибиотик иммунитетты баҫа, дисбактериозға килтерә. Фаг башҡаса дауалай: ул әгәр стафилококк фагы булһа, ул тик стафилококты ғына юҡ итә, стрептококк фагы стрептококк менән көрәшәсәк. Аҙаҡ фагтар үҙҙәре организмдан сыға. Антибиотиктарҙы уңлы һәм һуллы ҡулланыу антибиотиктарға ныҡлы бактериялар алыуға килтерҙе. Пенициллинға һиҙгер микроб алып килеүсе кеше булһа, мин уға премия яҙырға әҙер.
       Профессор Ворошилова етәкләгән цех йыл һайын 800 мең доза бактериофаг етештерә. Әле цехта таҙартылған поливалентлы пиобактериофаг, клебсиелл поливалентлы бактериофаг етештерелә. Наталья Николаевна препаратты таҙартыуҙа уникаль алым уйлап тапҡан һәм патент алған.
       - Бактериофаг күҙәнәк эсендә тәьҫир итә, ә күҙәнәк, теләһә ҡайһы организм кеүек, йәшәүгә һәләтлелек продуктòàðына эйә, - тип аңлата профессор. - Күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлек продукты кеше өсөн ағыулы. Дарыу ағыу булмаһын өсөн, препаратты беҙ таҙартабыҙ.
       Наталья Николаевна бактериофагтарҙың антибиотиктар алдындағы өҫтөнлөгө тураһында оҙаҡ һөйләй ала.
       - Фагтар ҙа, һәм антибиотиктар ҙа яҡшы, тик һәр береһе үҙендә. Миҫал өсөн, әгәр кешелә флегмона, сепсис, үпкә шешеүе булһа, ул ваҡытта антибиотиктар ҡулланыу яҡшы, - тип кәңәш бирә әңгәмәсебеҙ. - Әгәр гастроэнтероколит, эске ауырыу инфекциялар килеп тыуһа, ул саҡта бактериофаг ҡулланыу яҡшы. Улар әүҙемлек спектры буйынса антибиотиктарҙан ҡалышмай. Әгәр кешелә хроник ангина үҫешкән булһа, уға антибиотиктар кәрәкмәй. Тамаҡты бактериофаг препараты менән сайҡатырға кәрәк. Ул бөтә миндалинаны сылатасаҡ һәм лайлалы тиресә менән һеңеп бөтәсәк. Бактериофагтар ағыулы түгел һәм аллергия булдырмай. Әммә, әлбиттә, ҡулланыу алдынан табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
       Наталья Николаевнаның эше бай емеш бирә. Уның алты уҡыусыһы ғилми дәрәжәгә эйә, ун эш патент алған һәм производствоға индерелгән. Наталья Ворошилова Рәсәйҙә генә түгел, әммә сит илдә лә ғилми консультант булып эшләй. Ул әүҙем ғилми эшен популяризатор таланты менән бергә алып бара. Һөҙөмтә күҙ алдында - препарат етештереү арта, тимәк, Ворошилованың һәм уның коллегаларының эше кешеләрҙе мәкерле ауырыуҙан ҡотҡара.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал