6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мода

Бәрхәт, аҫыл таштар - стилле тышҡы күренеш серҙәре
23.12.08


       Яңы йыл яҡынлаша. Мандариндар, ҡупшыҡайҙар, шампан шарабы, оливье салатының хуш еҫе - тормоштоң был шатлыҡтары тиҙҙән көндәлек ысынбарлыҡҡа әүереләсәк. Тик бына йығылғансы бейеп, туйғансы торт ашап, нисек итеп байрамса күренергә? Байрам алды көндәрендә шыршы һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙары буйынса йүгерергә тура килгәндә, быға нисек өлгәшергә? Берҙән-бер юл - беҙҙең яңы йыл fashion гиды менән танышырға, һәм шкафта булған әйберҙән шаҡ ҡатырғыс ҡупшы кейем тегергә. Йәки - иң күңеллеһе, - финанс көрсөгө тураһында ваҡытлыса онотоп торорға һәм онотолмаҫ яңы йыл шоппингы өсөн ваҡыт табырға кәрәк. Ә нимә эҙләргә? Өфө модельеры Наталья Логинова был турала һөйләй.
       - Шулай итеп, был миҙгелдә иң мөһим кисәләрҙең төп геройы - ҡупшы бәрхәт. Был универсаль материал айырым алғанда затлы - шуға күрә ғәжәп түгел, ғәҙәттә бәрхәт күлдәктәр тыныс - ҡара, көрән күк төҫтәрҙә була. Ҡуйы ҡыҙыл бәрхәт салбарҙар һәм юбкалар сағыу төҫлө әйберҙәр, шулай уҡ тыныс төҫтәге кейемдәр менән тура килә - үҙенсәлекле образ барлыҡҡа килә.
       Бәрхәт әйберҙе нимә менән кейергә? Яуап ябай - бәрхәт туфли һәм сумка менән - бер төрлө фактура яңы йыл кейеменә тап киләсәк, ышанығыҙ.
       Пайеткалар менән топтар
       Топ-бюстье, пайеткалар менән өлөшләтә биҙәлгән футболкалар һәм майкалар Яңы йылды ҡаршылау өсөн яҡшы вариант. Әммә иҫтән сығарырға ярамай - ялтырап торған топиктар үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, шуға күрә уларҙы "тыныс", баҙыҡ булмаған әйберҙәр менән кейергә кәрәк: киң футболкаларҙы тар салбар менән, ә ҡыҫып торған топиктарҙы "ҡәләм" юбка (улар бергә киске күлдәк кеүек күренә) менән.
       Ҡышҡы әкиәт
       Әгәр яңы йыл кисендә органзанан йәки селтәрëå аҡ күлдәк кейһәгеҙ, һеҙ иғтибар үҙәгендә буласаҡһығыҙ. Ҡар королеваһы йәки Ҡарһылыу - образды һайлау һеҙҙән тора. Fashion-кәңәш: әгәр һеҙ дөрөҫ фасон һайлаһағыҙ, аҡ төҫ кәүҙәне тулы күрһәтмәйәсәк.
       Ҡауырһындар
       Ялтырауыҡ туҡымаларға һәм үтә күренмәле шифонға тура килгән төҫлө ҡауырһындар - Яңы йыл кисе өсөн ҡыйыу, әммә дөрөҫ ҡарар. Әммә тантаналы юл кәмиткә әйләнмәһен өсөн, уғата яҡшы стиль хисенә эйә булырға кәрәк.
       Алтын юл
       Ебәктән йәки атластан ялтырап торған күлдәк, ялтырауыҡлы аксессуарҙар - бындай ҡупшы кейемде голливуд ҡыҙҙары рухында кейгән ваҡытта кәңәш: тәнгә һылашып торған күлдәккә оҙон бирсәткәләр тура килә, эре ташòàðƒàí биҙәүестәр һайлағыҙ - улар ҡай саҡта ялтырап торған күлдәктәр һәм затлы аксессуарҙàð фонында юғалып ҡалмай.
       Аҫыл таштар
       Кристалдар, сәйләндәр һәм төҫлө таштар менән биҙәлгән ҡупшы кейем яңынан популярлаша бара - бындай күлдәкте яратыусыларҙы уның матурлығынан тыш, әммә уңайлылығы ла йәлеп итә. Страздар менән биҙәлгән лиф, зәңгәр таштан йәки төрлө төҫтәге ялтырауыҡтан билбау - былар бөтәһе лә, кольеға ҡарағанда, затлы күренә, ә иң мөһиме - өҫтәмә биҙәүестәр һайлауҙан арындыра.
       - Ә ниндәй "коктейль" күлдәкте "идеаль" тип атап була?
       - Күптән түгел генә "коктейль" күлдәктең төҫө ҡара ине. Хәҙер яҡты төҫтәр актуаль: миҫал өсөн, аҡһыл көрән. Тәнгә һылашып торған алтын ò³¿³íäœãå күлдәк матур күренәсәк, әммә хәтерҙән сығармағыҙ, бындай ҡупшы күлдәк үҙенә иғтибарҙы йәлеп итәсәк, ә күлдәк бесеме етешһеҙлектәрҙе йәшермәй.
       - Эштә яңы йыл кисе өсөн ниндәй күлдәк һайларға һуң?
       - Таштар һәм страздар менән биҙәлгән А-силуэтында күлдәк - иң яҡшы вариант. Был төҫ аяҡтарҙы күрһәтеү мөмкинлеге. Ә декор (беҙ был турала әйттек) уға биҙәүестәр һайлауҙан ҡотолдора - был осраҡта билбау һәм муйынсаҡ кәрәк булмаясаҡ.
       - Әгәр эштән һуң тура "корпоратив"ҡа барырға тура килһә, яңынан кейенергә ваҡыт юҡ, ул осраҡта нимә эшләргә?
       - Һеҙ көндөҙ ҙә, һәм кисен дә матур күренгән әйберҙе һайларға тейеш. Миҫал өсөн, ебәк юбка: көндөҙ уны тоноҡ төҫ менән "ҡапларға" кәрәк, ә кисен - блузка һәм затлы туфли менән кейергә. Йәки ҡабарынҡы еңле аҡ топик - офиста ул джинсы менән матур күренә, ә кисәлә ул кристалдан ҙур муйынсаҡтар һәм тар юбка менән тура киләсәк.
       Киң ҡара салбарҙар - һәр көн кейеү өсөн уңайлы, теләһә ниндәй өҫкө кейем уға тура килә. Сәғәт теле етене һуғыу менән, бизнес-леди бейеү королеваһына әйләнә: пайеткалар менән биҙәлгән топ, бейек үксәле туфли - һеҙ кисәгә барырға тулыһынса "хәрби әҙерлектә".
       Аҡ кардиган менән классик ҡара күлдәк - шулай уҡ тулыһынса рәсми ҡупшы кейем. Әгәр һеҙ ҡулығыҙға сәйлән сумкаһы алһағыҙ, бик яҡшы киске ансамбль килеп сыға.
       - Ниндәй аксессуарҙар модала?
       Моданан ҡалышырға теләмәһәгеҙ, ҡыштан үрнәк алығыҙ - көмөш биҙәктәр һәм шундай уҡ туфли һайлағыҙ. Селтәрләп эшләнгән беләҙектәр һәм гәүһәр менән кулондар матур күренәсәк - улар айырыуса һалҡын төҫтәр (аҡ, зәңгәр, алһыу зәңгәр, һоро төҫтәге киске күлдәктәр) менән тура килә.
       Ҡара төҫтәге емелдәп торған топтар - эштә яңы йыл тантанаһы өсөн тура килә. Был аксессуарға ла ҡағыла: әгәр һеҙҙең ҡарамаҡта тик ҡара күлдәк кенә булһа, уға ялтырап торған ҡара сумка йәки туфли һайлағыҙ.
       Тағы бер ҡыҙыҡ тенденция - ҡауырһындар менән биҙәлгән аксессуарҙар. Улар байрам тантанаһына тура килә, һәм 60-сы йылдарҙы хәтерләтә. Ғөмүмән, тирә яҡтағылар һеҙҙе өҫтән уйлаусан кеше тип ҡабул итмәһен өсөн, бер ҡауырһын аксессуары менән сикләнергә кәрәк.
       Был миҙгелдә күлдәктәрҙән тыш, төҫлө кристалдар һәм таштар менән биҙәлгән туфлиҙар ҙа һәм сумкалар ҙа модала. Уларҙы көндөҙ джинсы менән дә кейеп була.
       Әгәр һеҙҙең гардеробта юғары ла тәҡдим ителгән композицияларҙың берәүһе булһа ла табылһа - ҡотлайбыҙ! Ҡупшы кейемде тап килерҙәй аксессуар менән "ҡушаһы" ғына ҡалды - һәм алға, яңы йыл кисенә! Баш әйләндергес шоппингыһыҙ ҙа булалыр, бәлки. Иҡтисади яҡтан ҡараһаң, киләһе йыл еңелдән булмаясаҡ. Әммә байрам буласаҡ - һәм бында беҙгә хатта ун иҡтисад көрсөгө лә ҡамасаулай алмаясаҡ. Уңыштар! Яңы йыл менән!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал