6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Хореография

Норматив булмаған бейеүҙәр
23.12.08


       Моңһоу йәшел күҙле ҡыҙыҡай һалҡын урамда өшөп тора һәм туңған ҡулдарында шырпы ҡабын ҡыҫҡылай, ул хазинаһын һаҡлай. Ҡыҙыҡай аяҡтарына алмашлап баҫып, устарын ыуа-ыуа әлегә йылына ала, әгәр түҙеп торорлоҡ булмаһа, ул бер-бер артлы шырпыларын яндырасаҡ. Билдәле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен булдырған художестволы образ китап биттәренән төштө һәм сәхнәгә аяҡ баҫты.
       Беҙ күҙ алдына килтергән һүрәттәр терелде һәм ысынбарлыҡҡа әүерелде. Заман бейеүе мәктәбе артисткаһы Татьяна Полякова классик персонажға ғүмер бүләк итте. Һәм Татьяна, төп героиня ролендә, аҙ ғына булһа ла йылынырға теләп, һуңғы шырпының янып бөтөүен күҙәтә, һәм үҙенең яҙмышы менән килешеп, әкрен генә ҡар өҫтөнә ята. Тамашасы ла уның менән бергә бөршәйә һәм туңа.
       "Шырпылы ҡыҙ" балеты - бейеү дуэты Татьяна Полякова һәм Андрей Яновскийҙың репертуарында яңы тамаша. Артистар икенсе йыл ижад итә, әммә уларҙың багажы хореографик композицияларға бай - бейеүҙәр, хатта бер нисә балет - "Шырпылы ҡыҙ" спектакленә тиклем "МЖ" исеме менән тамаша булды. Татьяна һәм Андрей Өфөлә билдәле кешеләр, уларҙың сығышын клуб һәм мәҙәниәт һарайҙары сәхнәһендә, шулай уҡ художество салондарында - мода күргәҙмәләрен асыуҙа күрергә була.
       - Бер-берегеҙҙе ҡайҙан таптығыҙ? - тип һорау бирәбеҙ. Улар һорауға - мөһим түгел, тип йылмая, иң мөһиме - яҙмыш осрашыуы булды.
       - Беҙ бер тапҡыр осрашҡанда үҙебеҙҙең проектты эшләргә ҡарар иттек, - ти Андрей.
       - Мин Андрейҙың эшләгәнен күрҙем, һәм аңланым, беҙҙә уртаҡлыҡ бар, - тип һүҙен дауам итә Татьяна. - Беҙгә бергә сығыш яһауы уңайлы.
       Андрей 12 йәштән сәхнәлә, заман бейеүе ансамблендә шөғөлләнгән, брейк һәм рок-н ролды үҙләштергән. Аҙаҡ модерн, джаз, кельт бейеүҙәре һәм аргентин тангоһы булған. Андрей теләге булғандарға уны өйрәтә. Татьяна шулай уҡ бейеү студияһы менән етәкселек итә һәм заман бейеүҙәренә өйрәтә. Ул Өфөлә, Һамарҙа уҡыған, әле Мәскәүҙә профессиональ белем ала. Бынан тыш, баш ҡаланың академия театрҙарында эшләргә өлгөргән.
       Артистар үҙҙәренең композициялары стилистикаһын нормаға һалынмаған тип билдәләй.
       - Ул бейеү түгел, шуға күрә, норматив булмаған лексика термины аналогияһы буйынса, беҙ норматив булмаған бейеүҙәр уйлап сығарҙыҡ. Был һүҙ бәйләнешенең яңғырауы беҙгә оҡшаны, - ти Андрей. - Норматив булмаған бейеү - ул күберәк ассоциацияларҙа төҙөлгән йүнәлеш. Беҙ был стиль тураһында ҡаланың реаль нәмәләрендә генә һөйләй алабыҙ. Әгәр уның ситенә сыҡһаҡ, нимә норма, ә нимә норма түгел, әйтеүе ауыр.
       - Бейеү театрҙарында ла бер-береһенә ҡарата үҙ баһаһы бар, - тип һүҙен дауам итә Татьяна. - Беҙ эшебеҙҙе күрһәтәбеҙ, башҡа коллективтарҙың нимә өҫтөндә эшләгәнен күрәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең шәхси тәжрибәбеҙгә коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен өҫтәйбеҙ, һөҙөмтәлә үҙенсәлекле элементтар барлыҡҡа килә.
       Бейеүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтәһе лә билдәле алымдарҙы йыйыуҙан башлана. Улар өсөн ҡыҙыҡлы тема барлыҡҡа килә, аҙаҡ улар уны үҫтерә. Бейеү лаборатор процесс булдыра.
       - Сәхнәлә беҙ ябай образдар тәҡдим итәбеҙ, улар бөтәһенә лә аңлайышлы булырға тейеш, - ти Андрей. - Беҙ бер нәмәне лә махсус уйлап сығармайбыҙ, бөтәһе лә йөрәктән, ассоциацияларҙан сығырға тейеш. Беҙ тарихҡа инеп китеп, үҙебеҙҙең хистәрҙе хәрәкәттәрҙә һәм һындағы матурлыҡта бирәбеҙ. Беҙ булғандарҙан ситләшәбеҙ. Беҙҙең тәнебеҙ бар, киңлек бар, һәм былар тулыһынса етә. Тамашасылар ваҡиғаны ҡабул итә, тоя, геройҙар өсөн өҙгәләнә икән, тимәк, маҡсатҡа өлгәшелгән.
       Хореографик композицияға баҫым яһап, Татьяна һәм Андрей, тамашасыларҙың иғтибарын тарихтан ситкә йүнәлтмәҫ өсөн, декорацияларҙы аҙ ҡуллана һәм гардеробта булған әйберҙәрҙән уйланылған костюмдар менән сикләнә.
       - Формаль булмаған труппаның арсеналында универсаль кейемдәр менән сумаҙан бар, ул сәхнә образдары өсөн тура килә, - ти Андрей. - Бер тапҡыр Татьянаға сығыш яһау өсөн ҙур ҡыҙыл күлдәк кәрәк булды, беҙ уны заказға тектерҙек. Ҡай саҡта костюмдарға туҙан эффекты кәрәк була. Ул ваҡытта беҙ кейемгә он йәки крахмал ҡатнашмаһы һибәбеҙ.
       - Ниндәй музыка һайлайһығыҙ?
       - Беҙ ниндәй ҙә булһа бер музыкаль жанр менән сикләнмәйбеҙ. Классик композицияларҙы ла, хәҙерге йүнәлештәге әҫәрҙе лә файҙаланабыҙ, - тип аңлата Андрей. - Йыр һайлауға һаҡсыл ҡарайбыҙ, ябай музыкаға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
       - Үҙегеҙҙең коллективҡа башҡа артистарҙы алаһығыҙмы?
       - Әгәр ниндәйҙер бер композиция өсөн кәрәк булһа, алабыҙ. Беҙҙе ҡай саҡта башҡа бейеү студияларында ҡатнашырға саҡыралар, һәм беҙ ризалыҡ бирәбеҙ.
       - Һеҙ үҙегеҙҙең бейеү йүнәлешен булдырҙығыҙ, ул, берҙән-бер булыуынан тыш, һеҙҙе нимәһе менән арбай?
       - Иң мөһиме - ул күңелһеҙ булмаһын, беҙҙе ялҡытмаһын, - ти Андрей һәм Татьяна бер тауыштан. - Ҡыҙыҡ булмай башлаһа, беҙ уның менән шөғөлләнеүҙе туҡтатасаҡбыҙ һәм яңы йүнәлеш тыуҙырасаҡбыҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал