6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Саня - ҡурҡма, Игорь - сәләм!
23.12.08


       Õîêêåé áóéûíñà Рәсәй йыйылмаһы профессиональ киллер кеүек уйнай. Дәғүәселәрен бер-бер артлы еңә бара, аҙаҡ контроль атыу яһай, һәм шуның өсөн S- класлы "Мерседес"та йөрөй. Канадала еңеү яулаған донъя чемпиондары күптән түгел нәҡ ошо машинаға эйә булды. Машина алдылар һәм Евротурҙың икенсе этабында, Мәскәүҙә Беренсе канал кубогына еңеүгә ҡул ҡуйҙылар. Еңеү, тағы ла еңеү, төп трофейҙы яулау өсөн өсөнсө еңеү кәрәк тә түгел ине, әммә ҙур ҡаҙаныш тулы һәм ышаныслы булды.
       Башта үҙ һүҙле финдарҙы ихтыярлы еңеү (1:4) менән оттолар. Был матч тураһында яҙҙыҡ.
       Аҙаҡ чехтар менән ауыр алыш булды. Рәсәйлеләр иҫәпте 2:0 итте, аҙаҡ көнбайыш славяндары иҫәпте тигеҙләне, әммә "юлаев" хоккейсыһы шунда уҡ чехтар ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Александр Радулов өсөнсө голды индерҙе. Ышаныслы уңышҡа өлгәшелде - 5:2.
       Өсөнсө матч турнир әһәмиәтенә эйә булманы тиерлек, уйын ҡыйыу, тиҙ һәм сағыу үтте. Сөнки хоккейсыларға йыйылмала урын алырға кәрәк. Бөтәһе лә донъя чемпионатына һәм Олимпиадаға эләгергә теләй, ә унда урындар аҙ.
       Шведтар менән матчта Виталий Прошкин ике тапҡыр тапшырыуҙа ҡатнашты. Алексей Терещенко бер шайба индерҙе. Улар икеһе лә Ҡазан хоккейсылары Алексей Морозов һәм Данис Зарипов менән беренсе звенола яҡшы уйын күрһәтте, ә был өфөләрҙең генералü менеджеры Олег Гросºà үҙенең блокнотына - "алабыҙ, икеһен дә бирегеҙ" тигән ҡыҫҡа яҙма яһарға кәрәк тигәндә аңлата.
       Формаëàðында ғорур өс таж йөрөтөүселәр оҙаҡ ваҡыт шайба индерә алмай интекте, аҙаҡ улар Александр Еременко ҡапҡаһында ике тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Матч Рәсәй йыйылмаһының еңеүе менән тамамланды - 6:2.
       Рәсәй йыйылмаһының тренерҙар штабы матбуғат менән аралашмай, тигән һүҙҙәр булды. Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Милли команданың өлкән тренеры Игорь Захаркин "БАШвестЪ" гәзитенә "юлаевсыларҙың" Беренсе канал кубогына уйыны тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренән һуң, "юлаевсыларҙың" эш итеүе тураһында минең анализым, бер кемгә лә кәрәк булмаҫ тип уйлайым. Шуға күрә уның һөйләгәне менән сикләнәйек.
       - Ентекле анализ буласаҡ, әммә мин шуны әйтә алам: беҙ саҡырған хоккейсылар бөтәһе лә юғары кимәлдә уйнаны. Уйынсылар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте, команда өсөн уйнаны. Уйынды алып барыуҙа беҙҙең ысулдарға бер нәмә лә ҡамасауламаны. Еңеүҙәр ҡыйыу сифаттар иҫәбенә лә яуланды. Хоккейсылар төрлө планда эш итте, ә был мөһим. Йыйылған көстәрҙең, иң элек, берҙәм команда булыуын күрҙек, хоккейсылар берҙәм коллектив булып сығыш яһаны, бер-береһен дәртләндерҙе.
       Олег Твердовскийҙы беренсе тапҡыр күрҙем. Беҙ уның шәхси һәм спорт сифаттары менән ҡәнәғәт. Ул боҙҙа үҙен яҡшы яҡтан  күрһәтте, командала яҡшы мөхит булдыра.
       Тағы бер тәжрибәле уйынсы, ул оҙаҡ ваҡыт йыйылмала уйнаманы - Алексей Яшин. Бәлки, кемдер унан һөҙөмтәлелек көткәндер, әммә ул быны күрһәтмәне, әммә ул ышаныслы һәм команда уйынсыһы булып сығыш яһаны, ә бындай сифат Вячеслав Быков өсөн мөһим.
       Ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременко матчты һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үткәрҙе. Голкипер Константин Барулин да яҡшы эш итте.
       - Виталий Прошкин нисек?
       - Прошкин юғары дәрәжәлә уйнаны! Уға алҡыштар! Ул отпускыһын ҡалдырып, командаға ҡушылды. Көсөн тулыһынса һалды. Беҙ уның менән 150 процент ҡәнәғәтбеҙ. Был һөҙөмтәле уйнаған яңы Виталий Прошкин булды.
       - Эйе, ул Игорь Щадилов менән быйылғы миҙгелдә ныҡ үҙгәрҙе. Щадилов йәрәхәт алды... ҡайғыраһығыҙҙыр.
       - Һис шикһеҙ! Уға Рәсәй йыйылмаһынан сәләм әйтегеҙ.
       - Беҙҙе Александр Пережогиндың яҙмышы борсой. Клубта ул Радуловҡа ҡарағанда яҡшыраҡ уйнай. Пережогиндың йыйылмаға эләгеү өмөтө бармы?
       - Беҙҙә төрлө уйынсылар төрлө функцияны башҡара. Радуловҡа ҡарата беҙҙә шик юҡ - ул һыналған уйынсы. Александр Пережогиндың оҫталығында һәм мөмкинлектәрендә шигебеҙ юҡ. Беҙ элеккесә уға иҫәп тотабыҙ...
       "Юлаевсылар", ишеттегеҙме, тренер нимә әйтте? Һеҙҙә бөтәһе лә яҡшы, иң мөһиме - артабан да яҡшы уйнағыҙ. Ә һин, Саня Пережогин, ҡурҡма - Евротурҙың Мәскәү этабын ҡалдырһаң да, һиңә иҫәп тоталар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал